Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран

Һуғыш ваҡытында бер кем дә эшкә, аслыҡ- яланғаслыҡҡа зарланмаған, киреһенсә, киләсәккә ҙур ѳмѳттәр, яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәгән. Тылдағылар еңеүҙе яҡынайтыу ѳсѳн ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Эш бар ауырлығы менән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә тѳшә.

1930 йылда Ҡушыҡта (Үрге Сермән) “Ҡырғайын” колхозы ойошторола. Рәйес итеп Ғәлләм Динисламовты һайлайҙар. Ул ваҡытта ҙур булмаған ауылда ир-егеттәр ҙә күп була. Шул арҡала колхоз рәйесен дә бик йыш алыштырып торғандар. Ҡулсыбай Бикбаев колхоздың ағзаһы һәм актив ойоштороусыһы була. Ҡатыны Гѳлзифа менән дүрт балаға ғүмер бирә. Уларҙың иң оло малайҙары — Мәхмүт ағай тураһында һүҙем. Мәхмүт Ҡулсыбай улы 1928 йылдың декабрендә тыуа. Ҡушыҡта III класты ғына тамамлап ѳлгѳрә, һуғыш башланып китә. Яңы уҡыу йылын Түбәнге Сермәнгә йѳрѳп уҡырға тура килә. Бер ай самаһы мәктәпкә йѳрѳй ҙә, уҡыуын ташлай. Ауыл ир-егеттәренең күпселеге фронтҡа алына. Атаһы Ҡулсыбай Бикбаев, зәғиф булыу сәбәпле, һуғышҡа алынмай, шулай ҙа колхоздың тѳрлѳ эштәрен башҡара. Оҫта һунарсы, ҡурайсы ла була ул.

Заһир Исмәғилевтең ағаһы Ҡаһир менән ярышып ҡурай уйнағандар. 1942 йылдың яҙында Иҫәнбай Бикбаев бер тѳркѳм малайҙарҙы ат һабаны менән ер һѳрѳргә ѳйрәтә. Шулай итеп, 12-14 йәшлек үҫмерҙәр Мансур Дуҫмѳхәмәтов, Салауат Динисламов, Суфиян һәм Сафуан Ғәйфуллиндар һәм башҡалар һабан артына тора. Эйе, һуғыш уларҙы иртә ҙурайтты. Йәш кенә ҡыҙҙар Ҡырғайын яланында һѳрѳлгән ерҙе ағас тырма менән тырмата. Ҡыҙҙарға ат егергә малайҙар ярҙамға килә. Кѳн артынан кѳн, айҙар үтеп, йылдар үтә. Мәхмүт ағай яҙҙан алып ҡар яуғансы яланда, ә ҡышҡыһын фермала эшләй. Ул заманд колхоздың ат, һыйыр, һарыҡ фермаһы була.

- Һуғыш йылдарында халыҡ аслыҡтан бик интекте. Имән сәтләүеге ашап, эстәре ҡата, йә тѳрлѳ үлән, бәшмәк ашап ағыуланғандар ҙа күп булды. Һуғыш яланында һәләк булды, ҡаты яраланды, тигән хәбәр алған әсәләрҙең, ҡатындарҙың илауын, ҡай- ғырыуын күреү бик ҡыҙғаныс ине. Әммә улар иртәгәһенә эшкә сыҡты, - тип иҫләй Мәхмүт ағай. Үҫә килә Мәхмүт ағайҙы колхоз бригадиры итеп һайлайҙар, ләкин оҙаҡ эшләмәй. 1948 йылда Сермән МТС-ындағы тракторсылар курсында уҡый. 1949 йылдың яҙында Үлек яланында НАТИ тракторында ер һѳрә башлай. Тәүге кѳндә 4,5 гектар ер һѳрә. Уны маҡтап район гәзитенә яҙалар. Тѳрлѳ маркалы тракторҙарҙа эшләй, комбайнсы һѳнәрен үҙләштерә. Рәфҡәт Нурмѳхәмәтов, Урал Сынғыҙов, колхоздар ҡушылғас, Сабит, Булат Ағзамовтар һәм башҡалар менән ярышып эшләй ул.

- Кѳҙгѳ баҫыу эштәре бик яуаплы осор, сѳнки игенде ваҡытында йыйып алырға кәрәк. Шунда ғына эш
һѳҙѳмтәһе билдәле булды, - ти Мәхмүт ағай. Ғаилә архивындағы Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, танытмалар уның фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һѳйләй. 1970 йылда ул ваҡыттағы республиканың иң ҙур наградаһы — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Грамотаһы менән бүләкләнә. Район партия комитеты һәм район Советының Рәхмәт хаттары ла бихисап. Мәхмүт ағай “Хеҙмәт ветераны” һәм “Тыл ветераны” танытмаларын, КПСС ағзаһы билетын ҡәҙерләп һаҡлай.

1988 йылда хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялда булһа ла, оҙаҡ йылдар уңыш йыйыуҙа ҡатнаша, комбайнын да үҙе алдан ремонтлап ҡуя. Ҡатыны Зифа апай менән 1953 йылда ѳйләнешәләр. Зифа апай тегенгә оҫта булды. Йыр-моңға ғашиҡ кеше ине. Әйткәндәй, Мәхмүт ағай оҫта ҡурайсы, башҡорт йырҙарын да матур итеп башҡара, тик ниңәлер сәхнәгә сығып сығыш яһамай. Уларҙың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ һәм ике малай үҫеп, буй еткерә. Һәр береһе тормошта үҙ юлдарын тапты. Ҡыҙҙары ла, ата-әсәһенә оҡшап, йыр-моңға ғашиҡ. Мәҫәлән, Венера менән Вәсилә баянда уйнай. 43 йыл бергә йәшәгәндән һуң Зифа апай вафат була. Бер аҙҙан Мәхмүт ағай Хѳсәйен ауылынан Ғәлиә апай менән тормош ҡора. 18 йыл бергә йәшәгәс, Ғәлиә апай ҙа ҡаты ауырыуҙан һуң мәрхүм була. Бѳгѳнгѳ кѳндә Мәхмүт ағай кесе ҡыҙы Зѳлфиәлә йәшәй.

- Мәхмүт ағай, һеҙгә тиҙҙән 86 йәш була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ат тотаһығыҙ, - тинем.

- Мин бит, ҡустым, бала саҡтан ат менән булдым. Тракторҙа эшләгәндә лә ат тоттом. Йәшерәк саҡта һыбайлап ҡырға сығып йѳрѳп килә инем, бѳгѳн иһә атымды егеп тирә-йүнде иңләйем. Үҙемдең беренсе бураҙна урынын ҡарап, бесән сапҡан ерҙәрҙе күреп, колхоз яландарының ситенә барып, комбайн менән иген урған ерҙәрҙе ҡарап ҡайтам. Мин балаларыма, элекке һәм хәҙерге колхоз етәкселәренә, ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Илдә тыныслыҡ, татыулыҡ булһын, - тип изге теләктәр теләп тороп ҡалды ветеран.
С. СИРАЖЕТДИНОВ.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий