Хозай уны Yзе kурсалай

Һуғыш ваҡытында ѳлкәндәр менән бер тѳптән егелеп эшләгән балалар ҙа хәҙер арабыҙҙа һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Бѳгѳн һүҙебеҙ Сосновкала йәшәгән аҡһаҡал, 9-10 йәштән ѳлкәндәр менән хеҙмәт фронтына баҫҡан Шәйхрахман Синәғәтулла улы Синәғәтуллин тураһында.

87 йәшен ҡыуған ветеран ул йылдарҙың ҡайһы бер хәтирәләрен бѳгѳнгѳләй күҙ алдына баҫтыра. Уларҙы оноторлоҡ, иҫтән юйып ташларлыҡ түгел шул. Әммә яҙмыш уны ғүмер буйына ҡурсалап, гел алға әйҙәп бара, бары яҡшы кешеләр менән осраштыра. Комсомолда, партияла торһа ла, ул ниндәйҙер илаһи кѳстѳң барлығына инанып йәшәй. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, кешеләр менән эшләй белеүе, үтә лә тырыш һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуы арҡаһында хеҙмәт үрҙәренә күтәрелә, дан ҡаҙана.

1928 йылда Дүртѳйлѳ районының Урман-Аҫты ауылында тыуған Шәйхрахман II класты тамамлау менән ата-әсәһе Белоретҡа күсеп килә. Атаһы «Нура» колхозында эшләй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бик йәшләй генә вафат булып ҡала. Әсәһе репрессияға эләккән Бикбулатов тигән кешегә кейәүгә сыға. Шәйхрахмандар Сосновкаға килеп йәшәй башлаған тәүге ғаилә була.

- Ул саҡта «Нура» колхозы спецпоселокта ине. Әсәйем дә, мин дә тѳрлѳ эштәрҙә йѳрѳнѳк. Ҡайҙа ҡушалар — шунда барҙыҡ. Аҙаҡтан һыйырҙарҙы, сусҡаларҙы Сосновкаға алып килделәр. Тотҡондар йәшәгән йортто «домзак» (дом заключенных) тип йѳрѳтә торғайнылар. Ана шулар бында 6 йорт һалды. Нурала барактар тѳҙѳнѳ. Тотҡондар йорт ҡу- яндары тотто, йәшелсә үҫтерҙе. Колхоздың тәүге рәйесе Илья Афанасьевич Трегуб, уның урынбаҫары Хәмит Шәрип улы Зарипов булды. Һуғыштан һуң Зариповты рәйес, Михаил Григорьевич Соковты урын- баҫар иттеләр. Элгәре Рысыҡай, Үткәл, Хѳсәйен, Шығай, Новобельский һәр береһе айырым колхоз ине.

1955 йылда колхозды бында күсерҙеләр. Репрессияға эләккән кешеләр йәшәгән Капкалкала, Кѳҙйылғала артель, урман хужалығы булды. «Нура» колхозын да Сосновкаға алып килеп ҡуштылар. Һуғыштан һуң «Нура» Молотов исемендәге колхоз булып китте. Николаевка, Мәхмүт колхоздарын да Сосновкаға килтереп ҡуштылар, сѳнки уларҙа ер күп ине. Бына шулай итеп, Сосновкала ҙур колхоз барлыҡҡа килде. Шул тиклем кѳслѳ, бай колхоз ине. Ит, һѳт буйынса алдынғылыҡты бирмәнек. Бары мал аҙығы әҙерләүҙә генә аҡһай торғайны колхоз, сѳнки урман зонаһы булғас, мѳмкинлектәр ҙә, ер ҙә әҙ булды.

…Һуғыш ваҡытында ҡышын спецпоселокта, Нурала уҡыным, шунан 20-се мәктәптә Карам Ғәли улы Залаловта VII класс белем алдым. Йәйен һарыҡ та, һыйыр ҙа, ат та кѳттѳм. Үҫә тѳшкәс, ат менән ер һѳрҙѳм. Яҙмыш минең юлыма гел һәйбәт кешеләрҙе генә сығарып ҡуйған икән. Яныбай Хамматовтың мине комсомолға алғанын, уның менән Ѳфѳгә комсомолдың ѳлкә конференцияһына барыуҙы нисек онотаһың инде. Беҙгә Яныбай ағай менән килгән кеше мине колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап китте. Комсомолға алғандың иртәгәһенә үк колхозға мал аҙығы әҙерләргә - бесәнгә ебәрҙеләр. Шулай итеп, мин бик йәшләй генә йәштәр, халыҡ менән эшләй башланым. Һуңынан партияға алдылар. Мине һәр саҡ дѳрѳҫ юлдан алып барған ѳсѳн Хоҙайға рәхмәттәр уҡыйым.

Элек дин тураһында уйларға ла ваҡыт юҡ ине бит. Бик ҡыйыуҙар ғына диндән айырылманы. Бер саҡ шулай ат менән ауыл эргәһендәге аҡланға килеп сыҡһам, ауылдың оло йәштәге кешеләре түңәрәк яһап ултырып, аят уҡыйҙар. Атымды ағасҡа бәйләнем дә, улар янына килә башлағайным, бѳтәһе лә һикереп торҙо. Мин иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, һәммәһе менән дә ҡул биреп күрешеп сыҡтым. Уларға ҡамасаулағаным ѳсѳн ғәфү үтендем.

- Ҡустым, беҙ һинән ҡурҡтыҡ бит, шуға һикереп торҙоҡ, рәхмәт инде һиңә, - тип шатланып ҡалдылар.

- Ағайҙар, мин эшләгән саҡта бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, - тип юлымды ары дауам иттем. Шундай һүҙҙәрҙе әйтә белгәнемә бѳгѳн дә аптырап ҡуям. Партком секретары ла, ауыл Советы рәйесе лә булдым. Колхозды күтәреү ѳсѳн беҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләнек. Ѳсәр айлап ѳйгә ҡайтмаған осраҡтар ҙа булды. Тормош иптәшем Рәхимә Мирфәйез ҡыҙы бик аҡыллы, ысын башҡорт ҡатыны булған икән. Ѳс балаға бына тигән тәрбиә бирҙе. Улар юғары белем алып, ҙур урындарҙа эшләнеләр һәм эшләйҙәр, бына тигән балалар тәрбиәләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем яҡты донъянан
бик иртә китеп барҙы. Уның менән булған ҡыҙыҡ хәлде лә һѳйләйем әле. Мине һәйбәт эшләгән ѳсѳн, һаулығыңды нығыт тип, шифаханаға ебәргәйнеләр. Шунда бейергә ѳйрәнеп ҡайттым. Гармунда электән уйнай инем. Бер ваҡыт матур итеп кейендем дә, гармунымды алып клубҡа барырға булдым
- Ҡайҙа йыйындың? - ти ҡатыным.
- Клубҡа.
- Унда һиңә нимә бар?
- Йәштәрҙе бейергә ѳйрәтәм.
- Бер ҡайҙа ла йѳрѳмәйһең! - тине лә гармунымды тартып алып, тышҡа сығарып ташланы. Ул мине кѳнләшкәндер инде. Шулай ҙа бер ваҡытта ла талашып, ирешеп йәшәмәнек. Икенсе тормош иптәшем Хәтимә Хилаж ҡыҙынан да уңдым. Бына әле лә матур донъя кѳтәбеҙ. Уның алты, минең ѳс бала — бергә-бергә татыу ғүмер кисерәбеҙ, балалар килеп хәлебеҙҙе белешеп, ярҙам итеп китәләр. Уҡытыусылыҡ Хоҙай тарафынан бирелгән райком секретары Әхмәт Кәрим улы Әхмәтйәнов тураһында ла әйтеп китмәй булмай. Хрущев ваҡытында партия хеҙмәткәрҙәрен ѳс йылдан да артыҡ партком секретары итеп тотманылар. Икенсе урынға йәки икенсе колхозға һайлап ҡуялар ине. Шуға мине Сермәнгә партком секретары итеп күсерергә кәрәклеген әйтте Әхмәтйәнов. Мин ризалашмайым. Бер йыл ғына эшлә инде, тип үтенә был. Сермәндә бер йыл эшләргә тура килде. Бер йыл үткәс, тағы ебәрмәй ыҙалаттылар. Фатир бирергә лә ризалар. Улайһа, Ѳфѳгә уҡырға бар, тинеләр. Бер йыл уҡып ҡайтҡас, тағы Сермәнгә, тигәйне лә:

- Юҡ, үҙебеҙҙең колхозға зоотехник булып ҡайтам, - тип Сосновкаға ҡайттым. Ситтән тороп Сибайҙа
зоотехникка уҡыным. Уҡыным тип, күберәген үҙем студенттарға лекция уҡый торғайным, сѳнки тәжрибә ҙур, бѳтә эште беләм. Шуға мине саҡыртып алдылар ҙа, лекция уҡырға ҡуштылар. Хатта ҡайһы бер уҡытыусылар менән үҙем бәхәсләшеп китә торғайным. Техникумды ҡыҙыл дипломға тамамлап, баш зоотехник булып эшләнем. Үҙ ғүмеремдә күп кешеләрҙе эшкә ѳйрәтергә тура килде. Миңә әле һаман да Харис Шәрәфи улы Һаҙыев шылтыратып, хәл-әхүәл һорашып тора. Үҙемде йәлләмәй намыҫ менән эшләүем бушҡа китмәне — күп кенә Хѳкүмәт наградаларына лайыҡ булдым. Уларҙы һанап та бѳтѳрлѳк түгел. Шуларҙың иң ҡәҙерлеһе - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоо- технигы» тигән исем алыу.

Ә иң ҙур награда - кешеләрҙең миңә булған ышанысы, тип уйлайым. Ҡырҙан килеп абруй һәм хѳрмәт ҡаҙаныу һәр кемгә лә эләкмәй. Иң ҙур «Заря» колхозына етәкселек иткән Сибәғәт Нә- сибулла улы Фәтҡуллиндың исемен дә колхозсылар оҙаҡ иҫтә тотор. Ифрат дәртле кеше ине. Үҙе лә эшләй алды, башҡаларҙы ла эшләтә белде. Шул тиклем данлы колхоздың юҡҡа сығыуына ышанғы ла килмәй. Бѳтә күңелем менән ҡабул итмәйем, әммә заман башҡа - заң башҡалыр инде, ни хәл итәһең. Хәҙерге фермерҙарҙың күтәрелеп китә алмауҙарын да кеше ышанысының юҡҡа сығыуынан күрәм. Пай биреүҙән генә эш тормай бит әле. Әгәр ҙә пайсыларға осһоҙ техника биреп ҡуйһалар, ул саҡта ниҙер эшләнер ине. Элгәре октябрятҡа, пионерға, комсомолға алыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте кѳслѳ булды. Бѳгѳн бер участковый бер нәмәгә лә ѳлгѳрә алмай. Шуға йәмәғәт ойошмаларын тергеҙергә, улар- ҙың эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Тормош дауам итә, ейән-ейәнсәрҙәр үҫә. Уларҙың киләсәге матур булһын ине. Юғиһә, бушҡа йәшәгән булып
сығабыҙ бит. Быуындар бәйләнеше ныҡлы булғанда ғына тормош алға бара, - тип һѳйләне Шәйхрахман Синәғәтулла улы. Аҡһаҡал менән ағинәй бѳгѳн дә йәштәргә үрнәк булырлыҡ матур донъя кѳтә. Йортта ла, ихатала ла йыйнаҡлыҡ, бѳхтәлек күҙгә ташлана. Әле лә тик ултырмай улар — баҡса үҫтерәләр, ҡорт тоталар. Бары хеҙмәттең кешене йәшәтә лә, йәшәртә лә икәнен яҡшы аңлай улар.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий