Умырзаяға тиң ғүмер

Умырзаяға тиң ғүмерБӘЛӘКӘЙ САҠТАН УҠЫТЫУСЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНА
Гөлсирә ғаиләлә берҙән-бер, наҙлы бала булып үҫә. Атаһы - мәктәп директоры, әсәһе - математика уҡытыусыһы булғанғамы, ҡыҙҙары ла ошо һөнәрҙе үҙ итә. Мәктәпте тик «5»-ле билдәләренә тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Студент йылдары яҙғы ташҡын кеүек, гөрләп үтә лә китә. Университетты тамамлауға Гөлсирәгә иң төпкөл райондың бер ауылына йәш белгес булып барыу тураһында йүнәлтмә бирәләр. Ҡыҙ ҡалала үҫһә лә, ауылды ят итмәй. Киреһенсә, түбәһе болоттарға олғашҡан урманлы тауҙарға, сылтырап аҡҡан көмөш шишмәгә, хуш еҫле болондарға ҡарап хайран ҡала. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ хозурлығына һыйынып ятҡан ауылға ғашиҡ була. Гөлсирәне яңғыҙ йәшәп ятҡан Фәниә әбейгә фатирға индерәләр. Уға әбейҙең алсаҡлығы, туҡтауһыҙ хәбәр һүтеүе, шаянлығы бик оҡшай. Өйө лә ыҡсым, таҙа, йылы, етмәһә, ихатаһынан сығыу менән сылтырап шишмәһе аға.

Ҡыҙҙы ауылдың мөғжизәле тормошо әсир итә. Ә ата менән әсә Гөлсирәне яндарынан ебәргеләре килмәйенсә, күпме генә ҡала мәктәбендә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, ҡыҙ ҡолаҡ һалмай. Эйе, бәләкәй сағында, өләсәһе тере мәлдә, ауылға барып, урамдың саңын борҡотоп уйнауҙары, төбө үтә күренеп ятҡан күлдә һыу инеүҙәре Гөлсирәнең күңелендә изге бер төш кеүек кенә булып ҡалған. Шулай итеп, ҡыҙ ихлас эшкә тотона. Тәү ҡарашҡа һомғол буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, зауыҡлы кейенгән ҡала ҡыҙын өнәмәй Фәниә әбей. Исмаһам, йорт-ҡура тирәһендә булышыр тиһәм, был ни бөгөлөп иҙән йыуырға ла эшкинмәҫ, тип, күршеһенә зарланып ала. Әммә Гөлсирә бер нисә көн эсендә үҙенең уңғанлығы, егәрлелеге менән хужабикәнең күңелен яулай. Уныһы ла йәш уҡытыусы алдында өтәләнеп тора, ҡайтыуына ашарға бешереп, ҡаршы ала. Икәүләшеп бер-береһенә терәк булып, көңгөр-ҡаңғыр йәшәп алып китәләр. «Ауыл еренең үҙ ҡанундары бар, осраған бер кешегә иҫәнләш, ололарҙың хәл-әхүәлен һораш. Ауыл халҡы бит ябай, уларға һинең бер генә йылы һүҙең дә етә», - тип ҡала ҡыҙына кәңәштәрен бирә.

ҠАЛА ҠЫҘЫ АУЫЛДА ТӨПЛӘНӘ
Гөлсирәгә ата-әсәһе янына йыш ҡайтырға тура килмәй. Ауылдан сығып китеүе үҙе бер мәшәҡәт. Район үҙәгенә автобус йөрөмәгәс, һәр кемгә үҙ яйы менән барып етергә тура килә. Кем ат егә, берәү юлға сығып баҫа, нисек тура килә. Үткән-һүткән мотоциклға, йә булмаһа йөк машинаһына ултырып китә. Ҡыҙҙарының хәлен белергә килгән ата-әсә тормоштан артта ҡалған, һаман иҫкелек хөкөм һөргән ауылды күреп, Гөлсирәкәйҙәре өсөн йөрәктәре һыҙлап ҡайта. Тик ҡыҙ бирешмәй, үҙенең киләсәккә пландарын һөйләп, оса-ҡуна йөрөй, үҙен бәхетле тоя. Гөлсирәне мәктәптә лә бик яраталар. Белемде төплө бирә, өҫтәүенә йыр-бейеү түңәрәктәре лә алып бара. Үҙе лә ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, моңло тауышы, килешле итеп бейеүе менән барыһын да әсир итә. Күптәнән ҡурсаҡ кеүек кенә ҡыҙға ҡарап, күҙе ҡыҙып йөрөгән Әшрәф Гөлсирәгә тамам ғашиҡ була. Уңыш байрамына арналған концерттан һуң, йәш уҡытыусыны оҙатырға теләк белдерә. Әммә тарих уҡытыусыһы Мөнир Әшрәфтең юлына ҡаршы төшә.
- Ҡустым, борсолма, Гөлсирә Әнүәровнаны үҙем оҙатып ҡуйырмын. Ә һин ҡыҙға ынтылма, уның һөйгәне бар,- тип иҫкәртеп тә ҡуя. Егеттең йылманлап торған сырайы ҡапыл үҙгәреп китә, үҙенән ике тапҡырға оло булған ағайҙың ҡулынан шаҡарып тотоп ала.
- Мәлғүн, аҡыл өйрәтмә миңә, һинең мәктәптә өйрәткән файҙаһыҙ аҡылың да муйындан ашҡан. Ана бара юлың. Хэт үҙеңдең ҡиәфәтеңә ҡараныңмы, ҡыҙ оҙатыр алдынан?...- тип теш араһынан мәкерле йылмайып ирҙең өҫтөнә менеп бара.
Тәү ҡарашҡа төҫкә-башҡа сибәр, башҡа егеттәргә ҡарағанда арыу кейенгән, бәһлеүән кәүҙәле егеттең тәҡдимен Гөлсирә ҡабул итергә уйлап та ҡуя. Хатта Мөнир Мөслимовичтың ҡаршы төшөүе, күптән онотолған курсташы Марселде хәтерләтте. Ҡыҙҙың мөмкин тиклем йыраҡҡа китергә тырышыуының сәбәбе лә Марселдән ҡотолоу ине. I курстан алып ҡыҙҙың артынан ҡалмай йөрөгән һипкелле, өҫтәүенә ҙур лупалы күҙлек кейгән егет Гөлсирәлә йәлләү хисе генә уятты. Марсель меҫкенгә генә оҡшап торһа ла, бик йылғыр, һырыш булып сыҡты. Ҡыҙ уны күпме генә кире ҡаҡмаһын, артынан ҡалманы. Ураған һайын, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны, барыбер һиңә өйләнәсәкмен, тип әйтеп һалған саҡтары булды.
Гөлсирә хәтирәләргә бирелеп торғанда Мөнир Мөслимовичтың ҡысҡырыуын ишетеп, һиҫкәнеп китте. Ҡараһа, теге Әшрәф йән көсөнә оло уҡытыусының ҡулын шаҡарып маташа. Ҡыҙ ярҙамға ташлана, шул арала егет эште шаяртыуға бороп, Мөнирҙе тынысландыра башлай. Гөлсирәгә, ағай менән көс һынаштыҡ, тип мәрәкәләгән булып йылмая ла, ҡыҙҙы беләгенән элеп ала: «Сибәркәй, рөхсәт итегеҙ, оҙатып ҡуйырға», - тип яғымлы тауышы менән ҡыҙҙың күңелен иретә. Тәүҙә сибәр, унан бысраҡ күңелле булып күренгән Әшрәф был юлы бик наҙлы булып китә. Хатта ҡыҙҙың башы әйләнеүҙән йөрәк ҡылдары сиртеп ҡуя. Сәйер генә килеп ингән ҡыҙға ҡарап, Фәниә әбей: «Аһ, аһ, нимә булды үҙеңә, ҡапҡа төбөндә көңгөр-ҡаңғыр килешкәс, шул Мөнир ҡусты менән шаяралармы тиһәм, әллә йәш егет күҙләнеме үҙеңде»,- тип хихылдай.
- Юҡсы инәй, Мөнир Мөслимович көлдөрә бит, - ти ҙә Гөлсирә һүҙҙе икенсегә бороп, концерт тураһында һөйләргә керешә.
Шулай итеп, ҡыҙ Әшрәф менән осраша башлай. Йәштәрҙе бергә күреүселәр, был хаҡта Фәниә әбейгә еткерәләр. Ҡарсыҡтың быға эсе боша. Уңайын тура килтереп был хаҡта Гөлсирә менән һөйләшә. Ҡыҙға егеттең хилафлыҡтары тураһында һөйләй.
«Ана, нисәмә ҡыҙ шул бер ҡара күңелле әшәкенән бала тапты. Әллә улар уның сибәрлегеңә мөкиббән киткән тиһеңме, юҡ шул... Минең уға ҡарата тағы әллә күпме шик-шөбһәм бар. Тик... ярай Хоҙай Тәғәлә гонаһынан һаҡлаһын»,- тип егет хаҡында һөйләй ҙә, нимәнелер әйтеп бөтмәй туҡтап ҡала әбей. Ә Гөлсирә ишеткәндәренән шаңҡып ҡала. Ул кеше һүҙенә бирелә һалып бармай, сөнки бер саҡ ауыҙы бешкәйне уның. Шулай ҙа ҡыҙ Әшрәф менән осрашыуын дауам итә. Әммә кеше аша ишеткән имеш-мимештәр хаҡында егет менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ҡарар итә. Егет ҡыҙҙы иғтибар менән тыңлай, кемдәр нимә һөйләүен ҡайта-ҡайта һорай, үҙе, мине күптәр күрә алмай, тип татлы телләнеп Гөлсирәне йыуата. Кеше һүҙенә ышанма, улар беҙҙән көнләшә, тип ышандыра.

Күп тә үтмәй ике уҡытыусыны Әшрәф һыу эскеһеҙ итеп туҡмап китә. Фәниә әбейгә лә янай. Был хәл ҡыҙҙың хистәренә нөктә ҡуйып, Әшрәф менән мөнәсәбәттәрен өҙөргә сәбәпсе була. Һуңғы осрашыуҙа Гөлсирә егеттең йөҙөнә бәреп, һинең кеүек ҡара эсле әҙәм менән мин тормошомдо бәйләй алмайым, миңә һинең менән үткәргән ваҡытым йәл, ти ҙә ҡапҡаға йүгерә. Шул саҡ Әшрәфтең ҡаты ҡулдары ҡыҙҙың беләгенән эләктереп ала: «Туҡта, Гөлсирә, һин һүҙеңде уйлап һөйлә, мин бер кемгә лә хистәремдән көлөргә рөхсәт итмәм», - тип ҡара йыландай ыҫылдай. Ҡыҙҙың ауыртыуҙан ҡысҡырған тауышын ишеткән Фәниә әбей йүгереп килеп сыға. Рәнйетелгән Гөлсирә инәһенең ҡуйынына һыйынып, йәштәренә ирек бирә. Һуҡмыш Әшрәф, икегеҙҙең дә күрмәгәнегеҙҙе күрһәтермен әле, тип боролоп китеп бара.

ЕГЕТ ҺӨЙГӘНЕН МӘСХӘРӘЛӘЙ
Яңы йыл яҡынлаша. Бөтөн ауыл, мәктәп балалары байрамға әҙерләнә. Гөлсирә үҙе менән булып бөткән күңелһеҙ хәлдәрҙән арынып, Яңы йыл мәшәҡәттәренә сума. Ә егет уға тынғылыҡ бирмәй, тәүҙә теге мәл өсөн ғәфү үтенеп маташа, яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип ялбара. Тик ҡыҙ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Гөлсирә Яңы йылға ата-әсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтып килергә йыйына. Балаларға Шыршы байрамы үткәреп, эштәрен яйға һалыуына байрам көндәре лә килеп етә. Район үҙәгенә нисек барып етеү мәсьәләһе килеп тыуа. Байрам алдынан һәр кем өй-ҡура эштәре менән булыша. Фәниә әбей ҙә унда-бында йәүкәләп ҡарай ҙа бер нәмә лә килеп сыҡмағас, йә ярай икәүләшеп Яңы йылды ҡаршы алырбыҙ ҙа, унан транспорт йөрөй башлағас, тыуған яғыңа ҡайтып килерһең әле, тип тынысландыра. Тик ҡыҙ: «Ата-әсәйемә, ҡайтырмын, тип һүҙ биргәйнем бит әле, улар көтәсәк», - тип бошона. Шул саҡ ыш-пыш килеп, Әшрәф йүгереп килеп инә.
- Гөлсирә, район үҙәгенә үҙем илтеп ҡуям, ана, ат егелгән. Әйҙә, йыйын да, - тип ҡабаланып сығып китә. Ҡыҙ ике ут араһында ҡала. Ни эшләргә? Шулай ҙа, ата-әсәһе хаҡына ризалаша. Фәниә әбей Гөлсирәне оҙата сыҡҡанда, уның йөҙөндә моңһоулыҡ шәйләй, әммә өндәшмәй эстән генә әсәһен һағынғандыр инде, тип юрай.

Ошо китеүенән Гөлсирә ауылға кире ҡайтмай, балалар каникулдан сығыуға иң яратҡан, йәш уҡытыусыларының үлем хәбәрен ала. Ҡыҙ аҫылынып үлгән... Был хәбәр бөтә ауыл халҡын шаҡ ҡатыра. Хатта ышанырға ла теләмәйҙәр. Үҙе сәскә кеүек матур, күңеле фәрештәнекеләй саф, күҙҙәренән осҡон, йөрәгенән дәрт ялҡыны бөркөп торған ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл...
Берҙән-бер ҡыҙҙарының үлемен ата-әсә ауыр кисерә. Үҙҙәрен дә ғәйепле тоялар: яндарында ғына тота алманылар шул. Барыбер балаҡайғыналары ни өсөн йәшләй генә яҡты донъянан ваз кисеп, баҡыйлыҡҡа китеүен аңламайҙар.
Ул көндө Гөлсирә күңелһеҙ генә ҡайтып инә, күҙ төптәре ҡарайып шешенгән, йонсоған ҡиәфәтен арыуына һылтай. Ысынлап та, ата-әсәһе ул юлдың мәшәҡәтен аңлай. Ҡыҙҙары ятып, ял итеп алғансы, тип үҙҙәре магазинға сығып китә. Арыуыҡ ҡына йөрөп, аҙыҡ-түлек, бүләктәр тейәп ҡайтыуҙарына Гөлсирә үҙ бүлмәһендә аҫылынған була. Был ҡайғыны күтәрә алмай, әсәһе йөрәк сиренә һалыша.

Фәниә әбей Гөлсирәнең үлемен ишеткәс тә, быға Әшрәф сәбәпсе түгел микән, тигән күңеленә шик төшә. Һәм үҙенсә һуңғы ваҡытта булған ваҡиғаларҙы күҙ уңынан үткәреп, тикшереү башлай. Һуңғы ваҡытта Әшрәфтең кеше күҙенә күренмәүе лә бик сәйер. Үҙе бер һығымтаға килеп, фекерен ауыл Советы хакимиәте башлығына һөйләй, район үҙәгендәге милиция бүлегенә йөрѳй башлай. Унда ла бөтә шик-шөбһәләрен бәйән итә, хатта дәлилдәр килтерә. Һәм бер көн ултырып, Гөлсирәнең ата-әсәһенә лә хат яҙа. Улары ла оҙаҡ көттөрмәй ауылға килеп төшә, Әшрәфте милиция бүлегенә саҡырталар. Егет тартҡылашып тормайынса ғына Гөлсирәне көсләүен әйтеп һала, күпме ҡыҙҙарҙың башына етеп, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ғәйебен таныуы була был.
«Мин Гөлсирәне өҙөлөп яраттым. Уны үҙемдеке итһәм, миңә кейәүгә сығыр, тип уйлағайным», - тип күҙ йәштәре аша аҡланып маташа. Егет тейешенсә язаһын ала. Тик үлгәндәрҙе генә кире ҡайтарып булмай шул... Ошондай әшәке егет өсөн, ҡыҙға йәшәп тә өлгөрмәгән ғүмерен өҙөргә, ата-әсәһенә, туған-тыумасаһына күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы килтереү кәрәк булдымы икән, тигән һорауҙар китмәй баштан.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор коллажы.

Ислам дине күҙлегенән - көсләү

Ҡөрьәндә ғүмер - Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк, тиелә. Ғүмер тураһындағы аяттарҙа «Нәфс» (йән, ғүмер) һүҙе телгә алына. Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенең һуңғы вәғәзендә: «Һеҙҙең ғүмерегеҙ һәм шәхсиәтегеҙ бер-берегеҙ өсөн ахырызаман еткәс, Аллаһты күргәс кенә асылыр... Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр мосолмандың ғүмере һәм шәхсиәте - изге бүләк. Бер кемгә лә зыян килтермәгеҙ, һеҙгә лә бер кем яманлыҡ эшләмәҫ. Һеҙ ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫҡа һәм уның ҡорбаны булмаҫҡа тейеш», - тигән.
Кеше ғүмере юғары баһаланырға, яманлыҡ, ҡырыҫлыҡ тыйылырға тейеш тигәнде иҫәпкә алып, мосолман дине буйынса, ҡатын-ҡыҙ Ислам динен тотамы ул, башҡа диндәнме, һеҙҙең дошманығыҙ нәҫеленәнме - һәр ваҡыт ихтирам үҙәгендә булырға тейеш. Мосолман ир ҡатын-ҡыҙ менән бер ниндәй осраҡта ла боҙоҡ енси мөнәсәбәткә инмәҫкә тейеш. Бында ҡатын-ҡыҙҙың ризамы-юҡмы икәне иҫәпкә алынмай. Изге Ҡөрьәндә: «Зина ҡылмағыҙ, сөнки был аламалыҡ һәм насар юл!» - тиелә. Зина ҡылыу етди язаға лайыҡлы енәйәт иҫәпләнә.

Көсләү зина ҡылыуҙан (ике яҡтың ризалығы менән дин тыйған енси мөнәсәбәт), фәхишәлектән айырыла. Көсләү физик көс ҡулланып, ҡурҡытып йәки эҙәрлекләү юлы менән башҡарыла. Был хаҡта бик күп аяттарҙа яҙылған. Бәйһеҙлекте тотоу буйынса бына нимәләр тиелә: «Дин тотоусыларға шуны әйт, улар ҡараштарын тупаҫландырмаһын, ағза-ларын һаҡлаһын; был уларға таҙалыҡ бирә. Ысынлап та, Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын белеп тора. ...Кем ағзаларын һаҡлай. Ә кем уның сигенән сыға, улар - енәйәтсе».

Көсләү - Ислам динендә иң ҙур гонаһ иҫәпләнһә лә, Ҡөрьәндә ундай кешегә ниндәй яза биреү хаҡында яҙылмаған. Шуға күрә, Ислам дине ғалимдары бындай енәйәтсе иң ҙур язаны алырға тейеш, тип иҫәпләй. Зина ҡылыуҙа ғәйепләнгәндә дүрт шаһиттың булыуы мөһим булһа, был осраҡта енәйәтте иҫбатлар өсөн криминалистиканың яңы ысулдарын ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, бармаҡ, төкөрөк, сперма, ҡаршылашыу эҙҙәре.

Ислам диненең көсләүгә ҡарата мөнәсәбәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ошондай ике фекерҙе телгә алып китеү фарыз.
Беренсенән, көсләнгән ҡыҙ (зина ҡылыуҙан айырмалы рәүештә) саф иҫәпләнә.
Икенсенән, яу мәлендә ҡулға алынған ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инеүҙе Ислам дине тыя. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡа әсирҙәр менән дә уларҙың хоҡуҡтарын һаҡлап, ихтирам менән мөғәләмә итергә ҡуша дин.
Оставить комментарий