Уйҙарымдан уйылам

Һуғыш йылдары... Уның ялҡыны хатта иң тѳпкѳлдә ятҡан Ғәбдѳк ауылын да ялмап алды: йәшен дә, ҡартын да аямайынса йотто, яҙмыштарҙы кѳл-күмергә ҡалдырҙы.

Мин 1925 йылдың 23 сентябрендә Ғәбдѳк ауылында тыуғанмын, 16 йәшемә тиклем атайым-әсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Һуғыш башланғансы ла еңел йәшәлмәгән, тик һуғыш башланғас, халыҡтың тормошо тамуҡҡа әйләнде.

Ул йылдарҙа ауылда артелдәр эшләй ине. Архангелдә урынлашҡан “Союзплодтара” ойошмаһына ҡараған артелдә ир-егеттәр, үҫмерҙәр урманда кол ҡырҡты, башҡа кәрәк-яраҡҡа ағас әйберҙәр, ҡап, септә һуғырға һалабаш әҙерләне. 1940 йылда 16 йәшемдә апайҙарға эйәреп Ҡамышлылағы артелдә һалабаштан ҡап һуға башланым. Ҡапты ҡышын әҙерләй торғайнылар, сѳнки йәйен башҡа эштәр кѳтѳп тора. Сатнама һыуыҡ ғинуарҙа әллә ҡыҙған мейестән, әллә тишек мѳрйәнән ут сығып, артель янып, юҡҡа сыҡты. Ҡурҡыуҙан ҡалтырашып ни булаһын кѳтәбеҙ, сѳнки һуғыш ваҡытында артелгә килгән зыян ѳсѳн язалауҙары бар. Ни генә күрербеҙ икән, тип илашабыҙ. Белореттан бер рус ҡатыны килде лә, беҙҙе алып китте. Бер ни аңламайым, ҡайҙа, ни ѳсѳн алып китәләр, нимә кѳтә... Аҙаҡ аңлауымса, Белорет заводына эшкә алып киткән булғандар, тик һаулығыммы, әллә йәшемме етмәгәнлектән, мине эшкә алманылар. Русса бер һүҙ белмәүем дә ҡамасаулағандыр.

Байтаҡ ваҡыт үтте, ауылымды, әсәйемде үҙәгем ѳҙѳлѳп һағынам. Беҙҙе Белорет аръяғындағы бер ауыл янына алып барып, поезд юлы буйында ғына бер ерҙә миндек бәйләтәләр. Тамаҡ ашҡа туймай, йонсоғанбыҙ, мунса инеү ҡайҙа, тигәндәй... Миндек бәйләүселәр араһында тѳрмәлә ултырған кешеләр ҙә бар. Йәшел үлән баш ҡалҡытҡан мәл. Ауылда ѳйрәнгәнсә, балтырған йыйып, аш бешерәбеҙ. Тағын ауыл иҫкә тѳшә, сыҙап торор әмәл юҡ.
Белоретта йәй урталарына тиклем булдыҡ. Тѳрлѳ эшкә йѳрѳттѳләр. Берҙән-бер кѳндѳ үҙем кеүек 2-3 үҫмер ҡыҙ йыйындыҡ та, ҡасып ҡайттыҡ та киттек. Әйтеүе генә анһат “ҡайтып киттек” тип. Белореттан Ғәбдѳккә тиклем күпме юл үтәһе бар һуң! Поезд юлы буйлап Илмәшкә (Татлы ауылына) тиклем бергәләп атланыҡ. Унда Сәбилә исемле апай йәшәй ине. Юлдан арып-талып килеп, уның һарай башында йоҡланыҡ. Иртәгәһенә иптәштәрем мине поезд юлына тиклем оҙатып ҡалды.

... Әле иҫләһәм, иҫем китә: нисек берәй насар кешегә осрамағанмын, йыртҡыс-фәләнгә, тип. Юлды белмәгәс ни, аҙашҡанмын. Йѳрәгем ярылырҙай булһа ла, ауылға, инәй янына ҡайтып йығылыу теләге минән кѳслѳрәк ине ул саҡта. Шырт иткән тауышҡа ултыра тѳшә яҙһам да, һаман алға барам. Йѳрѳй торғас, күмер яндырыу ѳсѳн эшләнгән ҙур мейестәр янына килеп сыҡтым. Асыҡтырҙы, сикһеҙ арытты. Мейестәр араһына ятып йоҡлап киткәнмен. Йәйгеһен таң иртә һыҙыла бит. Бер мәл ҡолағыма бѳтѳнләй сит телдә һѳйләшкән тауыштар ишетелә башланы. Етмәһә, яҡында ғына. Ҡотом осоп күҙҙәремде асам һәм мейестәргә утын ташыған немец әсирҙәрен күрәм. Шунда тәүгә илебеҙгә баҫып ингән немецтарҙы күрҙем дә, аптыраным. Ябай ғына йонсоған кешеләр. Араларында йәп-йәш кенәләре лә бар ине. Әләм-һәләм кейемдәләр, күҙҙәре эскә батҡан. Ҡәҙерле атайыбыҙҙы, күпме Ғәбдѳк кешеләрен үлтергән, мине ошо хәлгә еткергән немецтарға ҡарата нәфрәтем дә тышҡа бәреп сыҡманы ул саҡта. Ниңә икән? Моғайын, мин уларҙы икенселәй күҙ алдыма килтергәнмен дә, алдымда тегеләй-былай утын ташыған “бахырҙарҙы” күргәс, албырғап та ҡалғанмындыр. Кисерештәр ҙә яйлап онотола, һүрәнәйә бара бит...

Бер ҡатын килеп сыҡты. Мине бик йәлләнеп ҡараны. Ҡиәфәтем шулай булғандыр инде. Мине үҙҙәренә алып ҡайтырға булғайны ла, аяҡтарым гѳптәй шешкән, атлай алмайым. Был изге йәнле апай улы менән килеп, мине үҙҙәре әтмәләгән носилкаға һалып алып ҡайтты. Ѳс кѳн уларҙа йәшәнем. Аяғымды йүнәлтеп, тамағымды туйҙырып, кеше һыны индереп оҙаттылар, рәхмәт тѳшкѳрҙәре. Илмәштән ары гелән һыу буйлап, аҙаша-аҙаша булһа ла, унда-бында тѳн үткәреп, ауылыма ҡайтып еттем. Илай-илай килеп индем ауылға. Һағыныуҙарым, ҡурҡыуҙарым баштан ашҡайны шул. Инәйем иҫән-имен ҡайтыуыма сикһеҙ ҡыуанды, тик ҡасып ҡайтҡанға ғына бик хафаланды.

Ауыл һәүетемсә генә йәшәй, имеш, тәһә, тип ныҡ аптыраным тәүҙә. Апайҙар геүләтеп ҡап һуға. Мин дә ҡап һуғырға тотондом, һуңғараҡ бесәнгә тѳштѳк. Кѳнѳ-тѳнѳ эшләйбеҙ, илке-һалҡылыҡ юҡ. Хатта бала-саға ла хәүеф барлығын аңлағандай, зарһыҙ ғына эшләй. Ең һыҙғанып бесән эшләп, күңелемде ѳйкәп торған хәүеф-хәтәрҙе бѳтѳнләй тиерлек онотҡайным. Берҙән-бер кѳн беҙгә Мирсаяф исемле ағай килде. Ниңә ҡасып ҡайтыуымды, кемдәр менән булыуымды ентекләп һорашты ла, йәйәүләп 60 саҡрымда ятҡан Инйәргә алып китте. Инәйем мине йәлләп үкһеп илап оҙатты, ауылдаштарым, тиҫтерҙәрем аптырап ҡалды. Был ваҡытта атайым - Ялал Мѳхәмәтйәнов фронтта ине. Аҙаҡтан ишетеүебеҙсә, танкыла китеп барғанда уны немецтар шартлатҡан. Мин ҡайтҡас, атайымдың үлемен белгертеп, “ҡара ҡағыҙ” килгәйне. Был оло ҡайғыны, инәйемдең тѳп йоҡламай илауҙарын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел.

Инйәргә килеп еттек. Был ағай мине ниндәйҙер бүлмәгә килтерҙе лә үҙе сығып китте. Ишек бикле. Ҡурҡа-ҡурҡа шунда яңғыҙым йоҡлап киткәнмен. Тѳнгѳ сәғәт икеләрҙә минең менән тағы бер нисә кешене машинаға тейәп, Белорет колонияһына алып киттеләр. Тѳрмәгә эләгеүемде шунда ғына аңланым.
Мине контораға индерҙеләр һәм 5 йылға хѳкѳм ителеүемде, эштән ҡасып ҡайтҡан ѳсѳн язаның ҡаты булыуын аңлаттылар. Илап-һыҡтап ултырған кѳйѳ таң аттырҙым. Иртәнсәк беҙҙе Хәсән колонияһына алып киттеләр. Беҙ күмәк инек. Ярай ҙа, был колония ауылдан ул ҡәҙәр алыҫ түгел. Инйәр янында ғына бит. Тәүҙә инәйем күрергә килде, унан ҡустым - Йыһанурым килде. Инәйем, бахырҡай, Асыға ауыл Советына барған һәм инәлеп-ялбарып мине ауылға эшкә ҡайтарыуҙарын һораған. Әммә ҡаты бәғерле башлыҡтар рѳхсәт итмәгән, бәлки, юллап йѳрѳргә ялҡауҙары килгәндер. Анауындай һуғыш барғанда, уларға бер ҡыҙ баланың яҙмышы нимә инде, бер уйлаһаң...

Колонияла аслы-туҡлы йәшәйбеҙ, ирҙәр менән рәттән эшләйбеҙ - ағас ҡырҡабыҙ, ташыйбыҙ. Ике йылда әллә күпме кеше үлемдәрен күрҙем, мәйеттәрҙе - әбей-бабайҙар, ағай-апайҙарҙың кәүҙәләрен Татлы тамағына алып барып күмешеп йѳрѳнѳм. Ауылда мәйет күмешеү түгел, был турала ишетһәм, йѳрәгем ярылыр сиккә еткән бала, эт ҡайышына әйләнеп, йѳрәкте уста тоторға ѳйрәндем. Күҙ алдымдан һаман шул ҡурҡыныстар китмәй, барыһы ла иҫтә... Тѳрмәлә 2 йыл ултырҙым.

Һуғыш тамам, беҙҙекеләр еңде. Беҙ һѳйѳндѳк тә, кѳйѳндѳк тә. Мин атайым ҡайтмай инде, тип илайым. Әле ѳйгә ҡайтыу-ҡайтмауыбыҙ ҙа бар бит әле.
Һуғыштың бѳтѳүен ишетеү мәле бигерәк тә әсендергес булды.Тѳрмә начальнигы беҙҙе сафҡа теҙҙе лә: “Һуғыш бѳттѳ!”- тип ҡысҡырҙы. Кѳтѳлмәгән шатлыҡлы хәбәрҙән оло ғына йәштәге ике рус ҡатыны шунда уҡ йығылып йән бирҙе. Тегеләй-былай йүгергеләп ҡаранылар, тик уларҙың йѳрәге ярылып үлгәйне, ҡотҡара алманылар. Йәшерәктәр, беҙ илашабыҙ, зыҡ ҡубабыҙ. Был ике ҡатынды бѳтәбеҙ ҙә йәлләнек.
Кемдеңдер әсәһе йәки яратҡан ѳләсәһе булғандыр улар, улдары, ирҙәре һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандыр, әммә ҡатындары, әсәйҙәре тылда һәләк булған. Тылдағыларҙың күргәне фронттағыларҙыҡынан бер ҙә кәм булманы, күп осраҡта ауырыраҡ та булһа булғандыр. Ѳмѳт кешене йәшәтә, тиҙәр. Мин тѳн буйы йоҡлай алмай хыялланып сыҡтым: бына ауылға ҡайтып барам, ѳйгә килеп инәм, инәйем илай-илай мине ҡосаҡлап ала... Юҡ шул, бѳтә хыялдарымды селпәрәмә килтерҙеләр, ҡайтарманылар. “Был ҡыҙ һыу юлын яҡшы белә”, тип, мине сплавҡа, һыу буйлап ағас тѳшѳрѳүгә ҡыуҙылар. Шунда колонияларға сабата, икмәк, һѳт-ҡатыҡ ташыным.

Тыуған кѳнѳмдә ҡайтырға документтарымды бирҙеләр. Эй, ҡыуаныуҙарым, эй, йүгереп йѳрѳп йыйыныуҙарым! Хатта һуғыш бѳтѳүгә лә былай уҡ ҡыуанмаған һымаҡ инем дәһә, тип уйлайым аҙаҡтан. Сѳнки унда атайҙың бер ваҡытта ла ҡайтмаясағы, теге ике мәрйә апайҙарҙың күҙ алдында йығылып үлеүҙәре шатлыҡлы хәбәрҙе кѳйѳккә әйләндергәйне...

Йѳрәкһеп-тулҡынланып, күҙ йәштәремә быуыла-сәсәй ауылыма - Ғәбдѳгѳмә килеп индем. Ѳйҙѳ күргәс тә үкһеп илай башланым. Инәйемдәр аптырап китте, ҡосаҡлайҙар, кѳн һайын ҡайтыр, тип кѳтѳүҙәрен һѳйләйҙәр. “Нишләп һуғыш бѳткәс тә ҡайтармаҫҡа инде балаларҙы?”-тип кѳйѳп, арҡамдан һѳйә инәйем, ни ҡуйырын, ни алырын белмәй. Ауылдаштарымдың барыһы ла мине күрергә килде. Ул ваҡытта ауыл кешеһе бигерәк тә дуҫ-туған була торғайны. Һәр береһе берәй әйбер, йыуаса тотоп килә. Шунда аҡыллы инәйҙәр, ағайҙар: “Тѳрмәлә кейгән барса кейемдәреңде, документтарыңды утҡа яҡ, улар һиңә нәмәгә кәрәк. Хәтәр хәлде иҫләтеп, йәнеңә тейеп ятмаһындар”, - тинеләр. Мин, иҫәр, тот та барыһын да утҡа яҡ! Алдағы кѳндәрҙә документтарҙың кәрәк булырын уйлай белмәгәнмендер инде. Эй, наҙанлыҡ, тип тә ҡуям хәҙер.
Ауылда ла эш кѳтѳп кенә торған. Бүрәнә ағыҙырға сплавҡа тѳштѳм. 16 йәшемдән ауыр эштә хеҙмәт юлымды башланым һәм ғүмерем буйы эшләнем.
Аллаға шѳкѳр, ил ни күрһә, шуны күрҙем, ябай ауыл кешеләре менән татыу йәшәнем. 86 йәшем тулғанда ла һәйбәт кенә йәшәйем.

* * *
... Ѳләсәйем - хеҙмәт ветераны Сәмсиямал Мѳхәмәтйәнова үҙенең ҡатмарлы һәм әсе яҙмышлы ғүмер юлын бәйнә-бәйнә миңә һѳйләне, ә мин уны “Урал” гәзитен уҡыусыларға һѳйләргә булдым. Һуғыш башҡаса бер ваҡытта ла кешеләрҙе бәхетһеҙ итмәһен, ер йѳҙѳндә бѳтә халыҡ тыныс, татыу йәшәһен, тип теләйем.

Наҙгѳл МѲХӘМӘТЙӘНОВА.
Ғәбдѳк.
Оставить комментарий