Ҡәҙерле ҡомартҡы

Изгелекле кешеләрҙән башҡа ерҙә йәшәү юҡ, тигән боронғолар. Хәҙер ҙә донъя шулай.
Бәйтулла Ғариф улы Йәһүҙин Бѳйѳк Ватан һуғышы ҡаһарманы ла түгел, иҫ китмәле батырлыҡтар ҙа күрһәтмәгән, ә яҡшы тормош тураһында хыялланыусы ябай яҙмышлы кеше. Әммә күпте күргән, күпте кисергән атайым башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ.
Ул 1928 йылда Йѳйәк ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Әсәһе Мәрфуға 36 йәшендә генә ике балаһын ҡалдырып, үлеп китә. Атайыма 5 йәш, ә һеңлеһенә йәш ярым ғына була. Күпмелер ваҡыттан һуң атаһы икенсе ҡатын алып ҡайта. Уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Тик уларға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1937 йылда атаһы Ғарифты “халыҡ дошманы” тип ҡулға алалар. Оҙаҡламай ҡайтырмын, тип китһә лә, шул китеүҙән ул ҡайтмай. Уларҙың йорт-ҡураһын, мал-тыуарын, кѳнкүреш әйберҙәрен тартып алалар.

Туғыҙ йәшлек балаға бик ауырға тура килә. Ярай әле, ҡарт булһа ла, ѳләсәһе (атаһының әсәһе) иҫән була, тик ул да оҙаҡ йәшәй алмай, вафат булып ҡала. Ауылда IV класты ғына тамамлаған атайыма етемлек һурпаһын татырға тура килә. Шулай башлана ла инде уның хеҙмәтсән тормошо. Ниндәй генә эштәр башҡармай 12 - 13 йәшлек сабый ҡулдары. Етмәһә, “халыҡ дошманының” балаһы тигән ҡәһәрле исем аҙым һайын эҙәрлекләй.
Бер ваҡыт ауылға геологтар килә. Атайым да уларға эшкә ялланып урманға йѳрѳй. Зирәк һәм һәр нәмәне тиҙ генә отоп алыусы атайымды бер хәлле ғаилә уллыҡҡа алырға уйлай. “Исем, фамилияңды алыштырырбыҙ, һин бер нәмәгә лә ҡарамай уҡырға тейешһең, “халыҡ дошманы” улы икәнеңде лә оноторһоң,” - тиҙәр. Атайым ризалашмай, тыуған ерен ҡалдырғыһы килмәй уның. Атаһының сит ерҙә ятып ҡалған кәүҙәһе ѳсѳн йѳрәге әрней. Заманалар үҙгәреп торһа ла, ул ата-әсәһенең рухына хыянат итмәй. Яҡшы, матур тормошҡа ѳмѳтләнеп йәшәй.

Һуғыш башланғанда уға 13 йәш була. Ауылдағы эшкә яраҡлы ағайҙар фронтҡа китеп бѳткәнлектән, быуындары ла нығынып бѳтмәгән үҫмерҙәр урман ҡырҡҡандар. Атайым да Ноҡат ауылында ағас әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Улар менән бергә немец ҡатын-ҡыҙҙары ла эшләгән. Әсирҙәр тәүҙә үҫмерҙәр үргән сабатаны кеймәй, аҙаҡ сабатаның уңайлы икәнлеген белеп алғас, туфлиҙарына алмаштырып ала башлайҙар.
Атайым Белоретҡа уҡырға китә. ФЗО-ла уҡыған йылдарын яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала, әммә ауылдан айырылыуы, ҡала тормошона ѳйрәнеүе еңел булмай.
Ѳс йыл армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас та әсәйемә ѳйләнә, ҡыҙҙары тыуғас, уларға бер бүлмәле фатир бирәләр. Тик үҙенән алда башҡаларҙы ҡайғыртырға ѳйрәнгән атайым фатир асҡысын дуҫына бирә.

Кеше ғүмер буйы үҙе тыуып үҫкән ер йылыһын тойоп йәшәй. Атайым да күңеле менән ауылға тартыла. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы булмай. Оҙаҡ ҡына һеңлеһе менән ѳйҙәш йәшәргә тура килә. Тѳрлѳ ерҙә эшләй.
1957 йыл илебеҙгә ҡайғы килтергән ҡәһәрле 37 йылдың һалҡын боҙҙарын иретеп юҡҡа сығарҙы. Уның да атаһын аҡлағандар. Бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге бәхет нурҙары һибә. Минең ѳсѳн кешелек яҙы килде, ирек, азатлыҡ сәскә атты, һулыштар иркенәйҙе, тип оло шатлыҡтан тағы ла сәмләнеп, дәртләнеп эшләй.

Әлбиттә, бәхет бер ҡасан да урғылып-ташып тормай, ныҡышмалы эш менән табыла уның һәр бѳртѳгѳ. Атайыма ла ауыр участкаларҙа эшләргә тура килә. Инйәр йылғаһынан һал ағыҙыуы үҙе бер батырлыҡҡа тиң. Ул тырыш, намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн бирелгән ҡиммәтле бүләктәрен ҡомартҡы итеп һаҡланы. Ә иң ҡәҙерле ҡомартҡыһы - “халыҡ дошманы” исемен юйған почта аша ебәрелгән суд ҡарары.
Хәҙер инде атайым да, әсәйем дә юҡ. Беҙҙең күңелдәрҙә улар күпте күргән, белгән, наҙлы, хәстәрлекле, ярҙамсыл, изге күңелле, сабыр булып һаҡланыр. Мин уларға һоҡланам.

Тыуған халҡығыҙ, ата-әсәйегеҙ алдындағы бурысығыҙҙы тап тѳшѳрмәй, намыҫ менән үтәгеҙ, тип әйткем килә.
Кеше ғүмере балҡып янған йондоҙҙай эҙ ҡалдыра. Шул йондоҙҙар араһында һәр ваҡыт атайым менән әсәйемде күрәм кеүек. Шуға ла кистәрен һауала йым-йым иткән йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратам...
Сәүиә СОЛТАНОВА.
Йѳйәк.
Оставить комментарий