Серле һыбайлы 15-04-2013, 09:15 / Яҙмыштар

Серле һыбайлы

Балаҡайым, һин ни эшләп тѳн еткәс урман аша ҡайтырға уйлайһың? - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем. - Ун бер саҡрым бит, нимә уйлайһың һин? - тип ѳҙгѳләнәм. - Электричкаға ултыра алманым, танау тѳбѳмдә генә ишектәрен ябып китеп тә барҙы. ...Ярай, ҡурҡма, оҙаҡламай ҡайтып етермен, - ти ҡыҙым, бер ҙә аптырамай ғына. Шунан, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы....
«Мине балалар йортона бирегеҙ!» 9-04-2013, 16:15 / Яҙмыштар

«Мине балалар йортона бирегеҙ!»

Ғинуарҙың һуңғы кѳндәрен барлағанда редакцияға таныш булмаған ағай: “Урында булһағыҙ, хәҙер барабыҙ. Күреп һѳйләшергә ине”, - тип шылтыратты. Оҙаҡ кѳттѳрмәне... Уларҙы күргәс, алтмыш йәштәр тирәһендәге ир, унан саҡ ҡына йәшерәк ике ҡатын һәм бер малайҙан торған “делегация” юҡ ҡына мәсьәлә менән йѳрѳмәйҙер инде, тигән уй баштан үтте. Һиҙемләүем юҡҡа булмаған икән....
Умырзаялар... 13-02-2013, 16:24 / Яҙмыштар

Умырзаялар...

Оҙон ҡыш буйы ҡар аҫтында йоҡлаған умырзая сәскәһен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?.. Йоҡлай тиһегеҙ инде...Йәш ҡыҙҙың күңелендә бѳрѳләнгән һѳйѳү тойғоһолай булалыр ул, моғайын. Сибек кенә тамырҙары аша һауа үтмәһен ѳсѳн ос-остарын серетеп, бикләп ҡуя. Тамырының бүлендектәр биргән кѳслѳ ѳлѳшѳ генә йѳрәк кеүек тибеп, үҙ мәлен кѳтә. Кѳтә...кѳтә...һәм, ниһайәт, март ҡояшының ҡайнар нурҙары килеп етеү менән тамырҙары буйлап йәшәү һуты йүгерә башлай. Сәскәнең ярһып-зарығып кѳтѳүҙәре ҡеүәт бирә! Ҡар ирер-иремәҫтән умырзая ҡар аҫтынан баш ҡалҡыта. Уларҙың ҡайһы берҙәре аҡ ҡарҙан да сафыраҡ, ағыраҡ...
kайтып   булмай  теге донъянан 12-02-2013, 09:37 / Яҙмыштар

kайтып булмай теге донъянан

Айһылыу, таңға ҡарай күргән төшөнән йөрәге һулҡылдап, күңеле өшөп уянып ките. Йөрәге дөп-дөп тибә, яңаҡтары буйлап йәш аға. Үрелеп сәғәткә ҡараны, саҡ биш тулып килә икән. Өй эсе шундай тыныс, шылт иткән дә тауыш юҡ. Бары тик стеналағы сәғәт кенә, тормош туҡтамағанын күрһәтергә теләгәндәй, келт-келт һуғып тора. Тәҙрәнән бөләңгерт кенә булып таң һыҙылып килгәне күренә. Ябылып бөтмәгән ҡорған аша урамға күҙ һалған Айһылыуҙың мейеһенә иҫәпһеҙ-һанһыҙ энә килеп ҡаҙалғандай булды. Әле генә күргән төшөндә лә таң атып ҡына килгән мәл, кәрәгенән артыҡ сәйер, хатта шомло тынлыҡ ине. Ҡан...
Умырзаяға тиң ғүмер 29-01-2013, 10:16 / Яҙмыштар

Умырзаяға тиң ғүмер

Гөлсирә ғаиләлә берҙән-бер, наҙлы бала булып үҫә. Атаһы - мәктәп директоры, әсәһе - математика уҡытыусыһы булғанғамы, ҡыҙҙары ла ошо һөнәрҙе үҙ итә. Мәктәпте тик «5»-ле билдәләренә тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Студент йылдары яҙғы ташҡын кеүек, гөрләп үтә лә китә. Университетты тамамлауға Гөлсирәгә иң төпкөл райондың бер ауылына йәш белгес булып барыу тураһында йүнәлтмә бирәләр. Ҡыҙ ҡалала үҫһә лә, ауылды ят итмәй. Киреһенсә, түбәһе болоттарға олғашҡан урманлы тауҙарға, сылтырап аҡҡан көмөш шишмәгә, хуш еҫле болондарға ҡарап хайран ҡала. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ хозурлығына һыйынып...
Әсә ризалығы 23-11-2012, 14:16 / Яҙмыштар

Әсә ризалығы

Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡас, Ҡәҙриә үҙенә урын тапманы. Хәлен еңеләйттереү ѳсѳн магазиндан ҡырҡ градуслыһын да алып ҡайтты. Ире ҡайтыуға апаруҡ булып алғайны инде. Иренең дә кәйефе шәптән түгел. Шуға ла теге шешәне һә тигәнсе бушатып та ҡуйҙылар. Әммә ҡайғыларын араҡы менән батырырға күпме тырышмаһындар, күңел тыныслығы таба алманылар....
Ауырлыҡтарҙы еңгән 21-11-2012, 16:33 / Яҙмыштар

Ауырлыҡтарҙы еңгән

Бѳйѳк Еңеү йылдары алыҫлашҡан һайын, һуғыш ваҡытында тылда үҙен аямай, сабата кейеп, аслы-туҡлы кѳнѳ буйы ал-ял белмәй еңеү ѳсѳн тос ѳлѳш индергән хеҙмәт ветерандары кәмегәндән-кәмей. Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы Г.К. Жуков ветерандар тураһында ошондай һүҙҙәр әйткән: «Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең арала еңеүгә ҙур ѳлѳш индергән һуғыш ветерандары һәм шулай уҡ тылда еңеүҙе хәл иткән кешеләр бар. Уларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булығыҙ, хѳрмәт итегеҙ». Эйе, был һүҙҙәр бик урынлы ла, хаҡлы ла. Тик был әйтелгәндәргә иғтибар итәбеҙме һуң беҙ? Күптән түгел Инйәрҙә йәшәгән 89 йәшлек Исламғәлиева...
Еланда баш яман шеше менән яфаланған һалдатты ѳс ай буйы гаймориттан дауалағандар 19-11-2012, 15:35 / Яҙмыштар

Еланда баш яман шеше менән яфаланған һалдатты ѳс ай буйы гаймориттан дауалағандар

Әсәһе килгәндән һуң ғына ауыр хәлдәге һалдатты Мәскәүгә Бурденко исемендәге хәрби госпиталгә ебәрәләр. Яман даны таралған Елань гарнизонындағы низағ-ыҙғыштарҙың ахыры бер ваҡытта ла булмаҫ кеүек. Был юлы 44959-сы хәрби часта хеҙмәт иткән һалдат стройҙа иҫтән яҙып йығыла башлағас һәм бѳтѳнләй хәтерен юғалтҡас ҡына врачтар башында яман шеш булыуын асыҡлай. Быға тиклем армия врачтары егеттең зарланыуын... танау ҡыуышлығының елһенеүе тип кенә билдәләйҙәр һәм дауалайҙар. Ил һаҡлаусының һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ауыртыуы офицерҙың ауыр һалдат ботинкаһы менән елкә тѳбѳнә ныҡ итеп типкәндән һуң...
Ҡәҙерле ҡомартҡы 29-10-2012, 14:36 / Яҙмыштар

Ҡәҙерле ҡомартҡы

Изгелекле кешеләрҙән башҡа ерҙә йәшәү юҡ, тигән боронғолар. Хәҙер ҙә донъя шулай. Бәйтулла Ғариф улы Йәһүҙин Бѳйѳк Ватан һуғышы ҡаһарманы ла түгел, иҫ китмәле батырлыҡтар ҙа күрһәтмәгән, ә яҡшы тормош тураһында хыялланыусы ябай яҙмышлы кеше. Әммә күпте күргән, күпте кисергән атайым башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ. Ул 1928 йылда Йѳйәк ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Әсәһе Мәрфуға 36 йәшендә генә ике балаһын ҡалдырып, үлеп китә. Атайыма 5 йәш, ә һеңлеһенә йәш ярым ғына була. Күпмелер ваҡыттан һуң атаһы икенсе ҡатын алып ҡайта. Уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Тик уларға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1937 йылда...
Уйҙарымдан уйылам 17-10-2012, 14:47 / Яҙмыштар

Уйҙарымдан уйылам

Һуғыш йылдары... Уның ялҡыны хатта иң тѳпкѳлдә ятҡан Ғәбдѳк ауылын да ялмап алды: йәшен дә, ҡартын да аямайынса йотто, яҙмыштарҙы кѳл-күмергә ҡалдырҙы. Мин 1925 йылдың 23 сентябрендә Ғәбдѳк ауылында тыуғанмын, 16 йәшемә тиклем атайым-әсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Һуғыш башланғансы ла еңел йәшәлмәгән, тик һуғыш башланғас, халыҡтың тормошо тамуҡҡа әйләнде. Ул йылдарҙа ауылда артелдәр эшләй ине. Архангелдә урынлашҡан “Союзплодтара” ойошмаһына ҡараған артелдә ир-егеттәр, үҫмерҙәр урманда кол ҡырҡты, башҡа кәрәк-яраҡҡа ағас әйберҙәр, ҡап, септә һуғырға һалабаш әҙерләне. 1940 йылда 16 йәшемдә...