Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа 25-05-2018, 14:59 / Байрамдар

Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа

Ниһайәт, ҡара-һоро төҫтәрҙән арынып, тәбиғәтебеҙ һутлы йәшеллеккә, монарлы күкшеллеккә, сәскәләрҙең аллы- гөллөһөнә сорналды. Тап ошо мәлдәрҙә тәбиғәт ҡосағында кем уҙарҙан ойошторолған йәмле-йәнле байрам-йыйындар, йолаларҙың һәр төрлөһө үҙе шуға дәлил түгелме ни? Бер ерҙә “ҡарға бутҡалары” бығыр- бығыр бешһә, икенсе урында “кәкүк сәйҙәре” боҫрап ҡайнай. Үткән аҙнала районыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәгенә әйләнгән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы биләмәһендә өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район этно- байрамы ла, ғәжәп матур тәьҫораттарға солғап, талсыҡҡан йөрәктәргә үҙенсәлекле ял, дәрт...
Ҡар һыуына барам әле... 20-04-2018, 16:16 / Байрамдар

Ҡар һыуына барам әле...

Манышты ауылының "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш ҡына үткәрелеп тора. Бына яңыраҡ "Ҡар һыуына барыу" йолаһы үтте. Был байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә бик ихлас ҡатнашты. Йолаға тәрбиәләнеүселәребеҙҙең барыһы ла башҡорт кейемендә килде. Оло инәй Рәлиә Фәйзрахман ҡыҙы йоланың үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шулай уҡ һыу алып ҡайтыуҙы сәхнәләштереү, яҙ тураһында йомаҡтар сисеү, һы- намыштар әйтеү, йырҙар һәм бейеүҙәр байрамыбыҙға матурлыҡ, рух өҫтәне. Кескәй төркөм ҡыҙҙарының "Ҡульяулыҡ", малайҙарҙың "Батырҙар", өлкән төркөм ҡыҙҙарының...
«Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!” 16-03-2018, 10:12 / Байрамдар

«Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Ноҡат ауылы китапханаһында “Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!” тип аталған матур сара үткәрелде. Сараға килгән әсәй-өләсәйҙәрҙе, апай-еңгәләрҙе, һеңлекәш-ҡыҙҙарҙы ауыл китапханасыһы Мәрйәм Сәмсетдинова һәм ауыл старостаһы Вил Солтанов ҡаршы алды. Гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотларға Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусылары Нәфис Сәғитуллин, Ләйсән Яҡшыдәүләтова, Азалия Исмәғилева, Айһылыу Мырҙағәлина, Азалия Сол- танова, Алһыу һәм Яҙгөл Хажиәхмәтовалар ҙа килде. Уҡыусыларҙың сығыштарын ауыл халҡы йылы ҡабул итте. Кисә төрлө уйындар, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Кисә...
“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…” 27-11-2017, 15:17 / Байрамдар

“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…”

Ошо йыр хәҙер ауылдарҙа йыш яңғырайҙыр. Көҙҙөң иң күңелле байрамдарының береһе - Ҡаҙ өмәләре бара. Баҡса эштәрен теүәлләп, ерҙән уңышын йыйып, мөгәрәп-баҙҙарға тултырып ҡуйғас, ҡош-ҡортон һанап, ҡураға бикләүҙәр, унан уларын эшкәртергә сират етә. Мәшәҡәтле һаналһа ла, аҙағы һөйөндөргөс. Үҙең үрсеткән, аҫраған ҡош-ҡортоң, малың ризығы ҡыш буйы өҫтәлең түренән төшмәй. Шулай йәшәй һәм өйрәнгән ауыл кешеһе. Рысыҡай ауылынан Зимфира Мәғзүм ҡыҙы Мәхмүтова ла тормош иптәше Робес Ишбулат улы менән яҙҙан алып үрсеткән ҡаҙҙарын өмәләп йолҡорға булдылар. “Изге ниәт, Ҡаҙ өмәһе күңелле байрам ул. Беҙ...
Һәр кем десантсы була алмай 3-08-2017, 18:57 / Байрамдар

Һәр кем десантсы була алмай

Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре кѳнѳн зәңгәр береттар йылдағыса ихлас билдәләне...
29-12-2015, 11:21 / Байрамдар

"Урал" дуҫтарын йыйҙы

“Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт, Әллә ҡайҙа шулай ашыға. Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе Йәйәүле лә, хатта атлы ла” - тип йырҙа йырланғанса, беҙҙең беребеҙҙе лә ваҡыт аямай. Бына әле генә йыл башланғайны, бѳгѳн иһә декабрҙең һуңғы кѳндәрен дә барлайбыҙ. 2015 - Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына арналған ваҡиғаларға бай булды. Ошо ҡайнап торған тормоштоң иҫтәлекле, мѳһим сараларында «Урал» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ваҡиға уртаһында ҡайнаны, гәзит уҡыусылары менән тығыҙ аралашты....
Беҙҙе ҙурлағандары ѳсѳн рәхмәт 6-10-2015, 10:52 / Байрамдар

Беҙҙе ҙурлағандары ѳсѳн рәхмәт

Ҡаһарман ауылы халҡы Ололар кѳнѳн мәҙәниәт йортонда матур итеп билдәләне. Йылдағыса сараны ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Тәүҙә уҡыусылар матур концерт ҡуйҙы. Артабан байрам табын артында дауам итте....
Халыҡ ижадын халҡыбыҙға ҡайтарайыҡ 6-10-2015, 10:13 / Байрамдар

Халыҡ ижадын халҡыбыҙға ҡайтарайыҡ

Шығай мәҙәниәт йортоноң “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге район мәҙәниәт идаралығы менән берлектә тәүге тапҡыр “Иман нуры” район мөнәжәтселәр конкурсы үткәрҙе....
Сәскәләр үҫтереү ѳсѳн дә Гѳл телен белеү кәрәк 5-10-2015, 09:51 / Байрамдар

Сәскәләр үҫтереү ѳсѳн дә Гѳл телен белеү кәрәк

Матурлыҡтың бер ѳлгѳһѳ булған сәскәләрҙе кем яратмай икән? Сағыу тѳҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Сәскәләр урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Ә ауыл йәмен, бәҫен күтәреүсе, матурлыҡ ѳләшеүсе, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ икеләтә матурҙыр. Үҫтергән сәскәләренә үҙҙәре генә һоҡланып ҡалмай, тирә- яҡҡа ла матурлыҡ тарата....
“Ауылым таланттары” 5-10-2015, 09:46 / Байрамдар

“Ауылым таланттары”

“Ауылым таланттары” тип аталды Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында уҙған әҙәби- музыкаль кисә....