Мѳғжизәгә бай йыл килһен!

Йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан уҡыу алдынғыларын баш ҡалаға, Президент шыршыһына оҙатыу матур традицияға әйләнгән.

Быйыл да район һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуы һәм тәртибе менән башҡаларға ѳлгѳ булып торған IV -VIII кластарҙа уҡыған 11 уҡыусыны муниципаль райондың мәғариф идаралығы алдынан тантаналы оҙатып ҡалдылар. Уҡыусыларға муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, мәктәптән тыш эштәр үҙәге директоры Татьяна Кузнецова матур теләктәр һәм хәйерле юл теләне. Ѳфѳлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Яңы йыл шыршыһында республикабыҙҙың тѳрлѳ райондарынан 800-ләп бала ҡатнашты. Әлбиттә, бындай бәхеткә теләгән һәр бала ирешә алмай. Бының ѳсѳн бар яҡтан да ѳлгѳлѳ булыу, тѳрлѳ олимпиада, конкурс һәм фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында еңеү яулау тѳп шарттарҙың береһе булып тора. Шулай уҡ байрам сараһында “Мәрхәмәт” мәғариф хәйриә фонды тәрбиәләнеүселәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәренең, хәрбиҙәрҙең һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша. Байрамда балаларҙы Башҡортостан Президенты исеменән Хѳкүмәт Премьер-министры Салауат Сәғитов ҡотланы. Ҡала һәм районда ла Яңы йыл саралары башланды. 24 декабрҙә
- Морат, 26 декабрҙә Октябрь биҫтәләрендә һәм Уҡшуҡ ауылында Шыршы байрамдары үтте лә инде.
28 декабрҙә - Һуҡырҙар йәмғиәте биҫтәһендә, 29 декабрҙә - Беренсе май биҫтәһендә, 30 декабрҙә — Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сермән балалар йортонда, 2, 3, 7, 13 ғинуарҙа - Үҙән балалар йортонда, 26 декабрҙә - ҡалалағы махсуслаштырылған бала йортонда, 29 декабрҙә - Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең үҫмерҙәр һәм балаларҙың социаль приюты бүлегендә Шыршы байрамдары үтәсәк. Ә инде 30 декабрҙә 17.30 сәғәттә ҡаланың Металлургтар майҙанына ҡуйылған тѳп Шыршыны тантаналы асыу була.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий