Тылсым коткән Яңы йыл

24 декабрҙә ҡаланың Мәҙәниәт һарайында балалар ѳсѳн муниципаль район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙғарылды.

Байрамға ҡала һәм райондың иң яҡшы уҡыусылары, актив йәмәғәтселәр - мәктәп тормошонда, тѳрлѳ конкурс-викторина, олим- пиадаларҙа ҡатнашҡандар йыйылды. Тамаша алдынан муниципаль
район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы
З.Ә. Әғләмова балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, уҡыуҙарында артабан да уңыштар теләне. Унан һуң
уҡыусылар сағыу, музыкаль «Кѳнсығыш әкиәте» ҡараны. Балаларҙың яратҡан геройҙары Аладдин һәм принцесса Будур барыһын да сихри әкиәт донъяһына алып инде. Күңелле тамаша ҡарап, әкиәт геройҙары менән аралашҡандан һуң уҡыусыларҙың һәр береһе тәмле бүләктәр алып һѳйѳндѳ. Ошо кѳндѳ сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар ѳсѳн дә Шыршы байрамы ойош-торолдо.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий