МӨНӘЖӘТ -ҒӘҘЕЛЛЕКТЕ, ИМАНДЫ, КИЛӘСӘГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ

Сибай ҡалаһында Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллина икенсе йыл рәттән ҡала Мөнәжәтселәр конкурсын ойоштора. Быйыл беҙҙең райондан тәүге тапҡыр унда Үткәл ауылы ағинәйҙәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Үткәл ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Айһылыу Йомағужина ошо хаҡта һөйләй:

- Йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итеү хәҙерге заманда бик ҡатмарлы эш. Ә бына тырышлыҡтың
бер остоҡ ҡына һөҙөмтәһен күреү тағы дәрт бирә, халҡым, ауылым өсөн эшләргә әйҙәй. Ағинәйҙәрем менән Өфөлә "Алтын тирмә" тапшырыуында ҡатнаштыҡ, унда ла еңеп ҡайтыҡ. Ә Мөнәжәтселәр конкурсында II урынға лайыҡ булдыҡ. Был — дөйөм еңеү, тотош ауылдың еңеүе тип һанайым. Ауыл ғына ла түгел, районыбыҙҙы ауыҙ тултырып Сибайсәхнәһенән танытыуҙары үҙе ни тора. Әбйәлилдә үткән йыйында Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының ошо конкурста ҡатнашырға тигән тәҡдименә ризалыҡ биреү менән Шығайҙың мәшһүр ҡурайсыһы Мөхәмәт Түлебаев менән кәңәшләштем. Ул мөнәжәт әйтеү өсөн ике көй өйрәтте. Үҙебеҙҙә ерлектәге мөнәжәттәрҙең юҡлығын белгәс, көйгә һалырлыҡ, мәғәнәһе бөгөнгө көн мәсьәләләренә арналған шиғырҙар эҙләй башланым. Шығай ауылы «Ѳлкәр» мәҙәни үҙәге директоры Сәғирә Шәрәфетдинова ойошторған Ағинәйҙәр конкурсында еңеүгә күмәкләп тә, яңғыҙ ҙа мөнәжәт әйтеү һѳҙѳмтә бирҙе. Был еңеү беҙҙе ҡанатландырып ебәрҙе. Үткән йыл ағинәйҙәр булып ойошоу менән милли кейем тектерҙек. Мәртәбәле конкурсҡа бер иштән, дан итеп тектерәйек тип, тағы туҡымалар һатып алдыҡ. Тегенсеһе лә табылды. Аллаға шөкөр, бөтә төр ҡатмарлыҡтарҙы еңеп, Сибай сәхнәһенә баҫып, мөнәжәттәребеҙҙе яңғырата алдыҡ. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмоваға, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаевҡа, ағинәйҙәрҙең һәр береһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтеп үтәм. Бер аҙнала 9-10 милли кейем тегеп өлгөрткән тегенселәргә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Мөнәжәтселәр конкурсына барған ҡул эше оҫтаһы, алдынғы хужабикә, ағинәй Зәйтүнә Хажинаға
сибайҙарҙың байрамды ойоштороуҙары, Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан килгән оло йәш- тәге ағинәйҙәрҙең сығышы, боронғо мөнәжәттәре оҡшаған. “Ағинәйҙәр ойошмаһына кинәнеп йөрөйөм. Эш тә күп, мәшәҡәттәре лә, әммә уға ҡарамайым, дәртләнеп, яңылыҡтар араһында йө рөүгә етәме һуң. Был ойошмаға инеү менән изге эштәр уйлап табып торам. Бына күршем Йомабикә
ауырып өйҙә генә ултыра ине. Йәйен уны төрлө изге ерҙәргә йөрөттөк, шул тиклем рәхмәтле ҡалды.
Аллаға шөкөр, оло йәштә булһа ла, хәҙер йүгереп йөрөй, үҙе мал тотоп йәшәп ята. Ағинәйҙәрҙе өмәгә саҡырып, 24 ҡаҙ һуйып эшкәртеп алдым. Күмәк эшкә ни етә - бигерәк күңелле булды", - ти Зәйтүнә Хажина. Ысынлап та, йәмәғәт эше, халҡың өсөн йән көсөңдѳ һалып эшләү - күңел донъяһын байыта, фекерләү офоғон киңәйтә, үткәндәрҙе баһалап, киләсәкте хәстәрләүгә ынтылыш бирә... Рузидә Ғәйфуллина конкурстан ҡайтыу менән мәктәптә балаларға мөнәжәт, мөнәжәттең халыҡ йәшәйешендә тотҡан урыны, уны нисек башҡарыуҙары тураһында аңлатыу эштәрен башлай. Конкурста теле сығып етмәгән баланың моңландырып аҙан ҡысҡырып, аяттар уҡыуын, мөнәжәт көйләүҙәрен, ер аяғы ер башынан килгән оло йәштәге ысын ағинәйҙәрҙең йөрәк тауышын ишетеп-күреп ҡайтыу ағинәйлек юлын һайлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, халҡыбыҙ өсөн мөһимерәк эштәргә әйҙәһен, һәр ҡайһыбыҙға үҙ күңелен пакландырыуға этәргес көс бирһен.

Ағинәйлектең тауҙай ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүен бер генә минутҡа ла онотмаһын ине Ағинәйҙәр ойошмаһына ингән һәр ҡатын-ҡыҙ. Ә конкурсҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, уның һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ. Мөнәжәт әйтеүселәрҙең ун бер командаһы араһында II урынға Үткәл ауылы мөнәжәтселәре сыҡты һәм улар Хәләф Ишморатов ҡулынан Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын алды. Яңғыҙ мөнәжәт әйтеүҙә шулай уҡ II урынға Үткәлдән Таңһылыу Вәхитова лайыҡ булды. Уға Диплом һәм бүләккә сертификат
тапшырылды. Яңғыҙ мөнәжәт көйләгән Рәйфә Ғәлиастановаға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева матур шәлъяулыҡ бүләк итте. Жюри ағзалары, ҡатнашыусылар, тамашасылар беҙҙең йәш ағинәйҙәр командаһының үҙ көстәре менән тектереп кейгән зөмрәт йәшел балитәкле күлдәктәрен, ҡара бәрхәт камзулдарын, биҙәүестәрен айырыуса ныҡ оҡшаталар, әллә күпме маҡтау,
дәртләндереү һүҙҙәре әйтәләр. Беҙ ҙә Үткәл ауылының уңған да, талантлы ла, ауылының иртәгәһе көнөн бөгөн хәстәрләргә өйрәнеү юлын- да йөрөгән ағинәйҙәргә рәхмәтле булып, уларға ҡатмарлы, яуаплы йәмәғәт эшендә уңыштар теләйек.
Зилә АБЗАЛОВА, райондың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Оставить комментарий