Һыйланғанда сама белегеҙ

Яңы йылда һый-ниғмәткә тулы ѳҫтәл әҙерләргә күнеккәнбеҙ. Нисәмә тѳрлѳ ризыҡ әҙерләп тә, нисек һыйланмайһың! Әммә икенсе кѳнѳнә майонезлы салаттарҙы, майлы итте, татлы торттарҙы күпләп ашағандан һуң ашҡаҙандың ауыртыуына һәм, әлбиттә, спиртлы эсемлектәрҙе саманан тыш күпләп ҡулланғандан һуң баштың сатнауына түҙерлек тә әмәл булмай.

31 декабрҙә иртән һәм кѳндѳҙ ауыр ризыҡтар ашауҙан баш тартырға кәрәк. Күберәк йәшелсәләрҙән эшләнгән салаттар менән туҡланығыҙ. Бик булмаһа, тѳшкѳ ашҡа һыуҙа бешерелгән бутҡа, сәтләүек, кѳнбағыш ашарға була.
Байрам ѳҫтәлендә, ғәҙәттә, беҙ ауыр үҙләштерелә торған ҡабымлыҡтарҙы ѳҫтѳнѳрәк күрәбеҙ. Майонезлы, балыҡтан эшләнгән салаттар, тоҙло, ыҫланған әйберҙәрҙе йәшелсәнән зәйтүн майы йәки лимон һуты ҡушып эшләнгән салаттар менән алмаштырырға була. Ҡабымлыҡ ни тиклем еңел әҙерләнә һәм аҙ калориялы компоненттарҙан торһа, ул шул тиклем еңел үҙләштереләсәк. Әлбиттә, маринадланған, ыҫланған итте һеҙ барыбер ашаясаҡһығыҙ, ләкин уларҙы йышыраҡ укроп, петрушка, салат япраҡтары менән ҡулланығыҙ. Табындың түренә менеп ҡунаҡлаған спиртлы эсемлектәрҙең тѳп дозаһын ҡайнар ашты ашағанда эсәләр. Беренсенән, тиҙ иҫермәйәсәкһегеҙ, икенсенән, май араҡыны еңел үҙләштерергә ярҙам итә. Тәм-томдан байрам ѳҫтәленә пудинг, мусс, туңдырма әҙерләгеҙ. Бәлеш, торттарҙы бѳтнѳктән (мята) әҙерләнгән сәй менән эсергә тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, татлы ризыҡты күп ашауҙан күңел болғанмаҫ. Әгәр ҙә ҡунаҡ саҡырһағыҙ, ѳҫтәл әҙерләгеҙ. Табынға биргәндә тәрилкәләрҙең тауышы сыҡмаһын ѳсѳн ашъяулыҡ аҫтына ҡалын ғына тауар йәйергә кәрәк. Әгәр ҙә ѳҫтәлегеҙҙе бәләкәйерәк тип иҫәпләһәгеҙ, фуршет ойоштороғоҙ. Фуршет ѳсѳн ѳҫтәл бүлмәнең бер яҡ ситенәрәк әҙерләнә. Ѳҫтәлгә киң, иҙәнгә тѳшѳп торған япма йәйелә. Ѳҫтәлдең ситенә закускалар, уртаһына тәм-том, емеш, шәрбәтле ризыҡтар теҙелә. Таҙа һауыт-һаба һәм салфеткалар ѳҫтәлдең бер яҡ башына ҡуйыла. Фуршетҡа ҡағыҙ салфеткалар, бындай табынға сепрәк салфеткалар бирегеҙ. Ниндәй Яңы йыл мѳғжизәһеҙ, уйын-кѳлкѳһѳҙ үтһен инде. Бының ѳсѳн махсус бәлеш бешерергә мѳмкин. Һәр береһенең эсенә кәнфит, сәтләүек, арахис һ.б. ризыҡтар һалып сығырға кәрәк. Ҡунаҡтар бәлештәрҙе үҙе һайлап ала һәм юрайһың, мәҫәлән, кәнфит - татлы тормош, асҡыс - машина...

Эсә белеп эсегеҙ
* Байрамда иҫергәнсе эсеү әҙәпһеҙлек. Эскән саҡта ас ҡарынға эсмәгеҙ. Башта майлы ризыҡ ашағыҙ. Бер аш ҡалағы үҫемлек майы ҡабырға ла мѳмкин. Был организмдан алкоголде тиҙерәк сығарасаҡ. Алдан бер стакан ҡаты сәй йә лимонлы кофе эсеү, тәүге рюмкаға тиклем 10-15 минут элек бер нисә тѳймә активлаштырылған күмер (артабан һәр ике сәғәт һайын) ашаһағыҙ ҙа иҫермәйәсәкһегеҙ.
* Бутамағыҙ! Яңы йылды, ғәҙәттә, шампандан башлайҙар. Уны эскәндән һуң икенсе рюмкаға шунда уҡ үрелмәгеҙ. Картуф, майлы һәм әсе ризыҡтар алкоголде тиҙерәк бѳтѳрә. С витамины, гѳлйемеш, лимон, грейпфрут ашарға тырышығыҙ.
* Яңы йыл тѳнѳндә тѳрлѳ уйындар ойоштороғоҙ. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп күңел асығыҙ.
Яңы йылды нисек үткәрәһең - йыл шулай үтә, тигәнде онотмағыҙ. Йѳҙѳгѳҙҙән шат йылмайыу, күҙегеҙҙән нур китмәһен, йортоғоҙ шат тауыштарға күмелһен. Яңы йыл менән!
Н. Вәлиуллина.
Оставить комментарий