Ҡәҙерле белореттар, яҡташтар!

Яңы 2015 йыл да ишек ҡаға. Тиҙҙән беҙ 2014 йыл календарының һуңғы битен әйләндерәбеҙ. Был илебеҙ, уның яҙмышын билдәләүсе ваҡиғаларға бай, ҡатмарлы йыл булды. Беҙ уңыштарыбыҙғаһәм еңеүҙәребеҙгә ихлас шатландыҡ, ауырлыҡтарҙы бергәләп кисерҙек. Уҙған йыл Иҙел башының йәмәғәтселек, иҡтисади һәм мәҙәни тормошондағы күп кенә әһәмиәтле ваҡиғалары менән иҫтә ҡаласаҡ.

Ул Мәҙәниәт йылы һәм һуңғы 10 йыл эсендә тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау йылы булды. 2014 йылда беҙ дѳйѳм кѳс менән белореттарҙың тормош сифатын күтәргән күп кенә ыңғай үҙгәрештәргә ирештек. Юлдарҙы тѳҙѳкләндерҙек, торлаҡ, мәктәп, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль әһәмиәткә эйә булған объекттар тѳҙѳнѳк. Ҡалабыҙ һәм ауылдарыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм йәшәү ѳсѳн уңайлыраҡ булһын ѳсѳн эшләргә тырыштыҡ. Яҡынлашып килгән 2015 йылда ла беҙҙең алда етди бурыстар һәм яуаплы пландар тора. Тыуған тѳйәгебеҙгә булған ҡайнар һѳйѳү, рух күтәренкелеге, эшһѳйәрлек һәм маҡсатҡа ынтылыш Иҙел башының артабанғы үҫешенә нигеҙ булырына ышанабыҙ.

Ҡәҙерле яҡташтар! Яңы йыл - мѳғжизәле байрам. 2015 йылда иң ҡыйыу һәм яҡты хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һәр беребеҙгә, беҙҙең менән бергә тыуған тѳйәгебеҙ - Иҙел башына, республикабыҙға һәм Рәсәйгә уңыштар ғына юлдаш булһын! Байрам алдынан һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ! Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! Бәхетле булығыҙ!
БР Белорет районы муниципаль район Советы һәм хакимиәте.
Оставить комментарий