«Урал»һыҙ ҡалып, Кәзәнән тѳкѳлмәгеҙ!

2014 йыл толпар етеҙлеге менән үтеп тә китте. Район-ҡала, республикабыҙ халҡы ѳсѳн тынғыһыҙ, тѳрлѳ ваҡиғаларға бай булды был йыл. Йылҡы йылы үҙе кеүек егәрлеләрҙе, кѳслѳләрҙе, ут уйнатып торғандарҙы яратты шул. Аҙ ғына ялҡаулыҡ, битарафлыҡ күрһәткәндәр, бәлки, арғымаҡтан тѳшѳп тә ҡалғандыр.

2014 йылдың Мәҙәниәт йылына тура килеүе күпме проекттар, яңы саралар, бай һәм һоҡландырғыс байрамдар бүләк итте беҙгә. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла мауыҡтырғыс кисәләр, бай йѳкмәткеле концерттар, ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрелде. Быларҙың барыһы тураһында ла тгәзитебеҙҙе алдырғандар уҡып барҙы. Иҡтисади яҡтан ни тиклем генә ауыр булһа ла, халҡыбыҙ матур, мул йәшәргә, балаларын уҡытырға тырыша. Ауылдарыбыҙ тѳҙѳкләнә, ҡалалағы кеүек бар уңайлыҡтары булған йорттар һалына, газ үткәрелә, юлдар һалына, колонкалар ҡуйыла, яңы урамдар, хатта ауылдар барлыҡҡа килә.

Хакимиәттәр, бер-береһен уҙҙырып, тѳрлѳ проекттарҙа ҡатнаша, дипломдар, номинациялар яулай. Урындарҙа Ағинәйҙәр ойошмалары тѳҙѳлә, уларҙың тәүге уңыштары билдәләнә. Гәзитебеҙ күпме яҡшы һәм үрнәк алырҙай кешеләр тураһында бәйән итте, һәр яңы кѳн гәзит уҡыусыларға яңылыҡтар, шатлыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хикәйәләр, шиғырҙар шәлкеме, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, район-ҡалабыҙ тормошона ҡағылған проблемалар, һѳйѳнѳслѳ һәм кѳйѳнѳслѳ мәлдәр тураһында еткереп кенә торҙо. Журналистар быйыл да, районыбыҙҙы ҡыҙырып йѳрѳп, матур мәҡәләләр яҙҙы, халыҡ менән яҡындан аралашты, ауылдарҙа үткәрелгән һәр сараны яҡтыртырға, эшләнгән эштәрҙе күрһәтергә тырышты.

Шатлыҡтарҙы ла, күңелһеҙ мәлдәрҙе лә бергә кисерҙек һәм, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, 2015 йылға аяҡ баҫтыҡ. Яңы йыл алдынан, һәр ваҡыттағыса, үткәнгә йомғаҡ яһап, алдағы көндәргә маҡсаттар ҡуябыҙ. Яңы йыл — яңы башланғыстар беҙгә нимә килтерер һуң? 2015 йылды Кәзә, ә кемдер Һарыҡ йылы тип кѳтә. Ниндәй генә булһа ла, уңышлы, бәрәкәтле йыл булһын, тип юрайыҡ. Яңы йыл илебеҙгә тыныслыҡ, бар яҡтан да бәрәкәтлек, муллыҡ килтерһен. 2015 - Әҙәбиәт йылы ла ваҡиғаларға, еңеүҙәргә бай булһын, һәр беребеҙгә иҡтисади тотороҡлоҡ килһен. Һәр кеше рухи байлыҡҡа, сәләмәтлеген яҡшыртыуға иғтибар бүлһен.

Почта йәшниктәре гәзит-журналдарҙан тулып торһон, рухи именлек аң-зиһендәребеҙҙе байытһын, насар уйҙарҙан, милләтебеҙгә хас булмаған ҡырын эштәрҙән арындырһын, айыҡлыҡ һәм аныҡлыҡ килтерһен. Яңы йыл менән һеҙҙе, дуҫтар! 2015 йылда гәзитебеҙҙе яҙҙырған һәр берегеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бар яҡтан да имен-һау, бай, берҙәм һәм татыу булығыҙ! “Урал” һыҙ ҡалып, Кәзәнән тѳкѳлмәгеҙ!
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА, «Урал» гәзитенең директор-баш мѳхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре. Н. ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий