Йыл асыштарга бай булды

2014 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте һәм һәләте менән юғары баһаға лайыҡтар билдәләнде Муниципаль
район Советының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар:
МИШИН Владимир Александрович
- Сосновка ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаты, «Стройминерал» заводы» йәмғиәте филиалы директоры. 2013 йылда «Стройминерал» заводы Рысыҡай ауылының 5 урамына ҡырсынташ түшәтә, 2014 йылда Сосновка ауылындағы балалар майҙансығын тулыһынса реконструкциялай. Һабантуй, Еңеү, Яңы йыл байрамдары кеүек бик күп мәҙәни саралар Владимир Мишин ярҙамынан тыш үтмәй.

Биләмә территорияһында завод эшләп килгәндән бирле ауыл хакимиәтенә компьютер, тирмә, музыкаль үҙәк алып бирелгән. Владимир Александрович халыҡ араһында абруй яулаған, шул арҡала муниципаль район Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана. «Әүҙем депутатлыҡ эшмәкәрлеге, ауылдарҙы тѳҙѳкләндереүгә ҙур ѳлѳш индергәне ѳсѳн» муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.

ВОРОНОВ Сергей Александрович
- «АтласСпецСтрой» йәмғиәтенең генераль директоры. «АтласСпецСтрой» йәмғиәте йыл һайын яҙғы, кѳҙгѳ ташҡындар ваҡытында ярҙарҙы нығытыу буйынса ҙур ярҙам күрһәтә. 2014 йылда Сергей Александрович ярҙамы менән Сосновка ауылындағы сүп-сар урындары тәртипкә килтерелә. «СтройМинерал» заводы һәм «АтласСпецСтрой» йәмғиәте янғын һүндереүҙә лә ҙур ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты Дипломына лайыҡ булды: Рѳстәм Фәрит улы АБДУЛЛИН - 8-се мәктәптең XI класс уҡыусыһы, физика һәм математика буйынса Бѳтә Рәсәй олимпиадаһының әүҙем ҡатнашыусыһы. Физика буйынса уҡыусылар араһында үткән Бѳтә Рәсәй олимпиадаһының тѳбәк этабы призеры. «Физтех» олимпиадаһының беренсе турында еңеүе ѳсѳн I дәрәжә Диплом менән бүләкләнгән, физика буйынса Бѳтә Себер олимпиадаһы еңеүсеһе лә.
Муниципаль район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар: ГОРБАТОВА Надежда Ивановна
- Белорет ҡалаһы һәм районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Ул был вазифаны 2010 йылдан алып башҡара. 42 йыл участка һайлау комиссияһы ағзаһы һәм рәйесе була. 2014 йылда Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

НИКИТЕНКО Сергей Александрович - сик буйы ғәскәрҙәре ветераны, ветерандарҙың «Хәрби ту-
ғанлыҡ» Бѳтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. С М Е РД О В Игорь Витальевич - вет е р а н д а р ҙ ы ң «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының Белорет районы һәм ҡалаһы бүлеге рәйесе. РУЧКИН Николай Петрович - Афғанстандағы һуғыш инвалидтары ойошмаһы рәйесе. ВЛАСОВА Лариса Федоровна - Ломовка мәҙәниәт йорто директоры. Был эштә 2011 йылдың ноябренән алып. Фольклор-этнографик йүнәлештә эшләй, Ломовка ауылының мәҙәниәте буйынса материалдар туплай. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА - Шығай мәҙәниәт йорто директоры. Уның ҡатнашлығында «Гѳлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. «Гѳлнәзирә» ансамбле башҡорт халҡының ижадын, традицияларын, ғѳрѳф-ғәҙәтен тергеҙә һәм үҫтерә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур ѳлѳш индерә. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы етәкселегендәге Шығай мәҙәниәт йорто башҡаларға бар яҡлап та ѳлгѳ булып тора.

Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы ӘҒЛӘМОВА - «Башҡортостан Республикаһы Белорет муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы» ҡаҙна учреждениеһы начальнигы. Роберт Салауат улы ӘМИРОВ - ТНТ телеканалында барған «Танцы» проектында ҡатнашыусы. Район һәм ҡалала йәштәр араһында уҙған бик күп конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы. Илназ СѲНӘҒӘТОВ һәм Дамир ХӘБИӘХМӘТОВ - «АмҠ» тѳркѳмѳ. «Йәшлек-шоу» республика йәштәр фестивалендә II урын алдылар. ХОМЯКОВА Елена Александровна
- 20-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы. Ул физкультура уҡытыусыларының ҡала методик берекмәһе етәксеһе. 2014 йылда физкультура фәне буйынса 7 уҡыусыны Бѳтә Рәсәй
олимпиадаһының тѳбәк кимәлендәге еңеүгә әҙерләй. АЛЕКСАНДРОВ Александр Иванович - «Белорет йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәте участкаһы начальнигы. Александр Иванович вазифаһына яуаплы ҡараған һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған етәксе. Ҡаланың йылылыҡ комплексы эшмәкәрлегенең ышаныслы һәм ѳҙлѳкһѳҙ эшләүе, авариялар булдырмау ѳсѳн ҙур кѳс һала.Айгиз Динислам улы МУСИН - Сосновка ауыл хакимиәте башлығы.

2014 йылда уның етәкселеге менән ауылды тѳҙѳкләндереү, газ, һыу үткәреү, электр бағаналарын һәм линияларын яңыртыу, күперҙәрҙе ремонтлау һәм башҡа тѳрлѳ бик күп эштәр башҡарылған. ЛОКОЦКОВ Антон Геннадьевич - муниципаль райондың Берҙәм дежур- диспетчер хеҙмәте етәксеһе. Рѳстәм Шамил улы ӘЙҮПОВ
- Белорет бала табыу йортоноң анестезиолог-реаниматологы. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡарауы, һәр саҡта ла һѳнәрен камиллаштырыу ѳҫтѳндә булыуы менән абруй яулаған.
ФЕОКТИСТОВ Егор Николаевич - волейбол буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 2013 йылда Тѳркиәлә донъя чемпионатында еңеү яулаған йәштәрҙең Рәсәй йыйылма командаһы капитаны, Рәсәй юғары лигаһының «Ѳфѳ» волейбол клубы уйынсыһы. Егор беҙҙең республиканан волейбол буйынса милли йыйылмаға тәүге эләгеүсе. Ләйсән Айҙар ҡыҙы МАХИЯНОВА - ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Юниорҙар араһында Европа чемпионы, ауыр атлетика буйынса «Президент кубогы» халыҡ-ара ярыш призеры, Рәсәй йәштәренең йәйге спартакиадаһы призеры. Башҡортостан Республикаһының ауыр атлетика буйынса Федерацияһы билдәләүенсә, 2014 йылдың иң яҡшы спортсыһы тип танылған. АЛОПИНА Ксения - тау саңғыһы буйынса Рәсәй спорт мастеры,
Сочиҙағы XXII Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы, юниорҙар араһында ике тапҡыр Рәсәй Чемпионы, Рәсәй чемпионаттарының кѳмѳш миҙалы призеры.

КОНОПЛИНА Арина Андреевна - 14-се гимназияның VIII класс уҡыусыһы, ҡаяға үрмәләү буйынса республика йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. 2014 йылда Белорет ҡалаһы һәм районы, Салауат, Ѳфѳ, Магнитогорск ҡалалары асыҡ беренселеге, «Хәүефһеҙлек мәктәбе» республика уҡыусылар ярышы, Башҡортостан Республикаһы беренселеге, «Осенняя Магнитка» Бѳтә Рәсәй ҡаяға үрмәләү фестивале еңеүсеһе. 2014 йылда Санкт-Петербургта үткән «Невские вертикали», Калининград ҡа-лаһындағы «Янтарные вершины» Бѳтә Рәсәй йәштәр ярышында, UralRockChallenge Бѳтә Рәсәй фестивалендә уңышлы сығыш яһай. ЗАРУБИНА Радда Рифовна - Куйбышев инфраструктураһы дирекцияһының (Тимер юл ауылы) электромеханигы. 2014 йылда Баш-ҡортостанда тәүгеләрҙән булып Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының «Ярҙам итеү ѳсѳн» ведомство миҙалына лайыҡ булды.

Азат Мѳҙәрис улы ШӘЙӘХМӘТОВ - Белорет ведомствонан тыш һаҡ бүлеге полицияһы взводының ѳлкән полицейскийы. Эске эштәр органында 2007 йылдан хеҙмәт итә. Инсур Ильяс улы НУРУТҠУЛОВ - полицияның ѳлкән лейтенанты, мобиль взводтың патруль-пост хеҙмәте инспекторы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының III дәрәжә «Ѳлгѳлѳ хеҙмәте ѳсѳн» миҙалы менән наградланған. СОРОКИНА Елена Григорьевна - Башҡортостан Республикаһының Тау санғыһы һәм сноуборд үҙәк клубы Белорет филиалының тренер- преподавателе. Сочиҙағы Олимпия уйындарында Елена судьялар коллегияһы составында булды. ХӘКИМОВ Сергей Эдуардович - «Йәштәрҙең ял итеү үҙәге» муниципаль автономия учреждениеһы «Доблесть» хәрби патриотик клубы мѳдире,
Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Белорет бүлексәһе етәксеһе. 2014 йылдың йәйендә Сергей Эдуардович хәрби- патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре менән Белорет ҡалаһының тәүге хәрби комиссары П.Г. Бузунға һәм ике билдәһеҙ һалдатҡа ҡуйылған һәйкәлде тергеҙеү эшен ойоштора. 2014 йылдың майында ул етәкләгән «Доблесть» хәрби- патриотик клуб Ѳфѳлә үткән хәрби листовкалар республика конкурсында I урын яулай. Айгиз Ғиззәт улы БАЙ- МѲХӘМӘТОВ - етем балалар тураһында яҙылған «Ҡалдырма, әсәй» автобиографик повесы авторы. «Башҡортостан Республикаһының баш- ҡортса иң яҡшы йыл китабы» VIII республика конкурсында «Йыл асышы» махсус дипломына лайыҡ булды. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Республиканың муниципаль берәмектәре араһында уҙғарылған республика марафонында Белорет районы III урын ѳсѳн Дипломға лайыҡ булды. Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республика ойошмаһы, Башҡортостант Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады республика үҙәге Дипломына Башҡортостан Республикаһының «Клуб,ОК XXI века» Иң яҡшы мәҙәниәт йорто һәм ауыл клубы республика конкурсында I урын яулауы ѳсѳн Туҡан мәҙәниәт йорто лайыҡ булды. Етәксеһе Александр Дмитриевич Петров.
Оставить комментарий