Ҡорос магистраль хужалары

Тимер юлсылар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Юлдың һәр саҡрымы - уларҙың персональ имтихан һыҙаты, ә хәүефһеҙ хәрәкәт - тырышлыҡ талап иткән эш һѳҙѳмтәһе. Балға, лом, кимәл үлсәгес, тартып алыу ырғаҡтары, автоном электр станцияһы - юл һаҡсыларының тоғро юлдашы. Һауа торошона, тәүлек әйләнәһенә ҡарамай, тимер юлсылар алдына ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ генә хәл итә.

Улар яңы юлдар тѳҙѳү, ремонтлау, иҫкеләрен хеҙмәтләндереү менән мәшғүл. “Юл монтеры” һѳнәре хәүефһеҙ ташыу хаҡына хеҙмәт итә. Уны белмәгәндәр генә юл хәрәкәтһеҙ һәм даими тип уйлай, ә белгестәр унда ныҡлы иғтибар талап иткән конструкцияны күрә. 26-сы юл часының Олойылға берләштерелгән бригадаһы Бе- лорет - Инйәр участкаһын хеҙмәтләндерә. Башҡортостанда географик рельефы буйынса иң ҡатмарлы участка - Инйәр- Олойылға, тау-ташлы Инйәр- Айғыр араларын һәр ваҡыт тәртиптә тотоу ҙа улар иңендә. - Олойылға базаһының бер- ләштерелгән бригадаһы ауыр эштәргә йәлеп ителә. Белореттан Инйәргә тиклем 80 саҡрым участканы хеҙмәтләндерәбеҙ. Тѳп эшебеҙ - рельс, шпал һалыу һәм Ҡорос магистраль хужалары алыштырыу. Әле Айғыр-Юша участкаһында капиталь ремонт бара: 16 саҡрым тимер юлын тулыһынса яңыртабыҙ. Эшебеҙҙе еңелдән тип уйламайым, сѳнки беҙ кеше ғүмере ѳсѳн яуаплы. Рельстар алыштырыу, шпалдар һалыу еңел түгел. Ремонт эштәре талап иткән участкаға КамАЗ менән, техника үтә алмағандарына йәйәүләп барабыҙ. Һәр эш миллиметрлап үлсәнә һәм башҡарыла. Хеҙмәтебеҙ һауа торошона ла бәйле.

Ҡышҡы һалҡындарҙа рельс ѳҙѳлѳүе, йәйен уларҙың ситкә китеүе ихтимал, хатта ямғыр ҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Һәр участкала билдәләнгән тиҙлек бар, бригада шул тиҙлекте тәьмин итә. Пассажир, йѳк поездары хәүефһеҙлеге ѳсѳн тәғәйен тиҙлекте нормала тотоу ҙа беҙҙең бурыс. Тимер юл магистралендә ремонт эштәренән тыш, кѳ-тѳлмәгәндәре лә килеп сыға. Контролерҙар етешһеҙлектәрҙе ваҡытында күрә, бригада шунда уҡ урынға барып, уларҙы бѳтѳрә. Планға ярашлы, поездар йѳрѳмәгән ваҡытта эшләйбеҙ. 8 сәғәт эшләргә тейеш булһаҡ та, ҡайһы ваҡытта беҙгә 4 сәғәт кенә бирелә. Ошо ваҡыт эсендә ѳлгѳрѳргә ты- рышабыҙ. Айына ике тапҡыр компьютерлаштырылған махсус үлсәү вагон-лабораторияһы үтә. Лазер юлдың киңлеген, рельстың үлсәмен билдәләй. Етешһеҙлектәр була икән, икенсе тапҡыр килгәнендә бригада уларҙы бѳтѳрѳргә тейеш. Ҡышын иһә тимер юлының ҡайһы бер участкаларын ҡарҙан таҙартабыҙ. Поездарға хәүефһеҙ юл тәьмин итәбеҙ. Ғѳмүмән, ҡар-ямғыр тип тормай, участкаларҙы һәр ваҡыт тәртиптә тоторға тейешбеҙ. Тимер юлында үҙ эшен яратҡан эшселәр хеҙмәт итә. Улар Белорет ҡалаһынан, Сермән, Аҙналы, Олойылға ауылдарынан йѳрѳп эшләй. Александр Сергеевич Коротков, Илдус Хаммат улы Рәхимов - күп йылдар тимер юлында эшләгән тәжрибәле бригадирҙар.

Монтерҙар Флүр Ҡәҙерғолов, Миңлеғәли Хѳр- мәтов, Салауат Таипов, Рузел Абдрахимов, Иван Агеевтар һѳнәрҙәренә тоғро ҡалған оҫталар. Ошо кѳндәрҙә хаҡлы ялға сыҡҡан, 32 йыл ғүмерен тимер юлында хеҙмәт итеүгә бағышлаған Вла- димир Николаевич Лукинды ла билдәләмәй булмай. Быйыл эшкә ѳс йәш белгес килде. Дим биҫтәһендә махсус уҡыу йортонда курстар үткәндәң һуң, улар беҙгә йүнәлтелә. Бригада тураһында 2-се эксплуатацион участка начальнигы Андрей Юрьевич Байбородов яҡшы фекерҙә. Ваҡытында етешһеҙлектәрҙе күргән 4 контролер үҙ эшен һәйбәт белә. 30 йылға яҡын эшләгән Фәнис Сәйетғәлин тураһында ла тик йылы һүҙҙәр генә әйтергә була, - тине Белорет юл дистанцияһының Олойылға берләштерелгән бригадаһы мас- теры Зәки Мырҙабай улы Мѳхәмәтйәнов.

Зәки Мырҙабай улы ҡорос магистралдә хеҙмәт юлын ябай монтер булып башлаған, хәҙер 22 йыл инде һайлаған һѳнәренә тоғро ҡала. Ситтән тороп Һамар тимер юл институтын тамамлаған. Тәжрибәле белгестең бригадаһында 23 тимер юлсы. Эйе, тимер юл илебеҙҙең тѳрлѳ мѳ- йѳштәренә илткән вагондар ғына түгел, ә электровоздар, ҡорос магистраль буйлап хәрәкәт иткән составтар ҙа, кеше хәүефһеҙлеге ѳсѳн ал-ял белмәй эшләгән тимер юл эшселәре лә...
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий