Йәшлек дәрте менән Ҡатай йәштәренең йыйынынан репортаж

- Иртәгә Бирҙеғолда йәштәр йыйыны була! Әхирәтем һөйөнсөләй-һөйөн- сөләй йүгереп килеп етте. Үҙенә генә хас булған етеҙлек менән түргә менеп сәй яһай-яһай, башҡа таныштарына шылтырата ла баш- ланы. - Иртәгә, әбизәтелнә...эйе, эйе! ...Осрашҡанға тиклем! - Ҡапыл әхирәтем әйләнеп китеп, бәләкәй генә бармағын минең яҡҡа төрттө лә, - һин дә бараһың! - тип ярты сәғәтлек өгөтләү хәбәрен дө- йөмләштереп ҡуйҙы.

- Бирҙеғол тигәндә, мин иҙәндә! - шаяртып, әхирәтемә күҙ ҡыҫтым. Бирҙеғол - Инйәр юлында ят- ҡан боронғо башҡорт ауылы (киләһе йыл үҙенең 240 йыллығын билдәләйәсәк). Был ауыл эргәһенән үткән һайын тәбиғәтенең гүзәл- легенә һоҡланып туя алмайым, әйтергә кәрәк, ниндәй миҙгел һәм көн торошо булмаһын, яңынан-яңы күренештәр асыла. Ауылға инер алдынан Ятыу тауына һоҡланып үтәһең. Ысынлап та, бейек, ғорур тау-ҡая ауылда йәшәгән эскерһеҙ, ябай башҡорттарҙы сит ел-күҙҙән һаҡлап торғандай. Ә Бирҙеғол иһә, ҡояшҡа ынтылған йәш ҡыҙҙай, тау итәгенән түбәһенә һуҙылған, уның билен нәҙек көмөш билбау менән бәйләп ҡуйғандай, сылтырап Һаҡатҡаҙы йылғаһы аға. Бирҙеғол ауылында эшһөйәр, уңған халыҡтың йәшәүен уларҙың аллы-гөллө йорт-ҡу- ралары иҫбат итеп торғандай. Уҙған йылда “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкәндән һуң, бергә-бергә оло эштәрҙе лә кәңәшләшеп башҡарырға тотона улар. Изге дөйөм эшкә етәкселек, ауыл хакимиәттәре генә түгел, матур тормошҡа битараф булмағандарҙың барыһы ла тиерлек үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауыл урамдары, йорттары, зыярат төҙөкләндерелә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләп, ауыл халҡы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә обелиск ҡуя.

Ҡатай йәштәренең III йыйыны тыныс тормош өсөн һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә һәйкәлгә сәскә гөлләмәһе һалыуҙан баш- ланды. Башҡортостан Респуб- ликаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Инйәр ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғайса Мөф- тәхетдинов, Белорет районы ха- кимиәтенең эштәр идарасыһы Рим Хазиев, байрам ҡунаҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ауыл халҡы һуғыш яланында һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Ранис Алтынбаев тәҡдиме менән обелиск эргәһендә Ҡатай ырыуы ағасы - артыш ултыртыу хәл ителде. Ҡатай йәштәренең йыйыны Кесе Инйәр аҡланында ойошторолдо. Халыҡ ялан уртаһына ҡуйылған Ҡатай ырыуы билдәләрен ҡы- ҙыҡһынып уҡый, йәштәре иһә иҫтәлеккә кеҫә телефонына фо- тоһүрәткә төшөрә. Ырыуым - Ҡатай Ҡошом - Ҡарсыға Ағасым - Артыш Ораным - Аҡтайлаҡ Һыуым - Инйәр Тауым - Ямантау Тамғам - балта, балға! Байрам тантанаһына килгән ҡунаҡтарҙы “Илмәш” фольклор төркөмө башҡорт халҡына ғына хас булғанса икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм йыр-моң менән ҡаршы алды.

Дауыт Юлтый исемендәге модель китапхана хеҙмәткәрҙәре Ҡатай ырыуы тарихы һәм бөгөнгөһө, уның билдәле шәхестәре тураһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған. Сараны баш- лап йөрөүсе Ранис Алтынбаев йәштәр йы- йынын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов сығышында Ҡатай ыры- уында күренекле шәхес- тәрҙең тәрбиәләнеүе, уларҙың ҡаҡшамаҫ то- тороҡлоғо һәм рух ныҡлығы йәш быуын вәкилдәренә өлгө булыр, тип билдәләне. Атап әйткәндә, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев, СССР- ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Рафаэль Байдәүләтов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ ар- тисы Ләйлә Исмәғилева, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев, шағир һәм яҙыусы Мөхитдин Тажи. “Юлдаш” радиоһы директоры Фәнүр Йәғәфәров, Бала-Ҡатай ырыуы вәкиле, Ҡыйғы районы муниципаль районының Абзай ауыл хакимиәте башлығы Илһам Ғимадиев, Бирҙеғол ауылы ста- ростаһы Ренарт Ғиззәтуллин барлыҡ йәштәрҙе байрам менән тәбрикләп, әүҙемдәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Йәштәр ыңғайына уйнап-көлөп, үҙемдең урта йәштәр рәтендә йөрөүемде лә онотоп киткәнмен. Ни тиһәң дә, йәшлек дәрте “йоғошло” дауа икән! “Елмерҙәк”, “ЗӘИТ”, “Тархан” төркөмдәренең дәртле йырҙары байрамдың төп биҙәге булды. Ә инде Рәил Өмөтбаевтың “Ҡатай ырыуының гимны”н һаман да көйләй-көйләй йырлап йөрөйѳм. Байрамдың тап уртаһында ҡайнап йөрөргә тейешле “ҡатай” әхирәтемдең номерын йыйҙым: - Һин үҙең ҡайҙа? - тип һо- рамаҡсымын.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ваш абонент временно недоступен” булды яуап. Бына һиңә ысын ҡатай! “Анта- пынта, тегентә” йүгереп ҡарап тик йөрөй! Ярай, киләһе йыл Әзекәй ауылында үтәсәк Ҡатай йәштәре йыйынына мотлаҡ һөйрәп булһа ла үҙем алып барырмын...
Айгѳл КИРАМОВА. Автор фотолары.
.
Оставить комментарий