«Студент.ru» байрамы студенттарҙы йыйҙы

30 сентябрҙә ҡаланың Металлургтар майҙанында Белорет ҡалаһының юғары һәм урта уҡыу йорттарының I курс студенттарын студентлыҡҡа бағышлау байрамы - «Студент.ru» уҙғарылды.

Студент тормошона яңы аяҡ баҫҡан йәштәрҙе сәләмләгәс, муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Светлана Полинаға һүҙ бирелде. Ул студенттарҙы яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп: “Студент саҡ - ғүмерҙең иң сағыу, иң күңелле, хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр мәл. Шуға күрә, йәшлегегеҙҙең иң матур сағының ҡәҙерен белеп, ошо йылдарҙы лайыҡлы итеп үткәрегеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуығыҙ студент тормошоғоҙҙо тағы ла йәмләр”, - тине. Байрам концертын медицина колледжының бейеү коллективы дәртле бейеүҙәре менән асып ебәрһә, Максим Субботин, Илназ Сѳнәғәтов, Амур Вәхитов, Айнур Зарипов менән Рәмилә Иҫәнбаеваның дуэты моңло йырҙары менән әсир итте. Артабан “Карнавал” шоу-балетының күңелле бейеүҙәре дауам итте. Әйткәндәй, быйыл педагогия һәм медицина колледждарына - 125- шәр, металлургия колледжына - 109, иҡтисад колледжына – 13, тѳҙѳүселәр колледжына - 62 һәм Магнитогорск техник университеты филиалына 16 студент уҡырға алынған. Байрамда иң яҡшы уҡыған, спорт ярыштарында, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан һәм юғары маҡсатҡа ынтылған 57 студент һәм уларҙың уҡытыусылары Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ике сәғәт буйы барған күңелле концерт сағыу һәм мауыҡтырғыс фаер-шоу (утлы тамаша) менән тамамланды.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий