“Ауылым таланттары”

“Ауылым таланттары” тип аталды Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында уҙған әҙәби- музыкаль кисә.

Әҙәбиәт йылына арналған был сараны китапхана мөдире Зилә Фәхрисламова менән китапханасы Гөлнур Мусина үткәрҙе. Унда Сермәндән һәм Аҙнағолдан төрлө йәштәге ҡәләм тирбәтеүселәр ҡат- нашты. Гөлнур Аҡмулла ҡыҙы иң тәүҙә күренекле әҙиптәр Сафуан Әлибай, Зөлфәр Хисмәтуллин, Тайфур Сәғитов, Эрнст Мулдашев, Айгиз Баймөхәмәтов ижа- дына арналған “Әҙәби йәйғор” стенды һәм бөгөнгө көндә Сермәндә шиғриәт менән мауығыусылар әҫәр- ҙәренән торған “Ауылым таланттары” күргәҙмәһе ме- нән таныштырҙы. Сермәндең аҡһаҡалдары, хеҙмәт ветерандары, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ветерандар советы рәйесе Солтан Сиражетдинов, Хам- мат Ағзамов, Әсҡәт Хә- йернуров “Урал” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлаған “Ауылым таланттары” тип аталды Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында уҙған әҙәби- музыкаль кисә. көндәрен иҫкә алды. Совет осоронда әҙиптәргә ҡарата ҙур иғтибар һәм ихтирам бүленә ине, халыҡ араһында уларҙың һүҙе үтемле булды, тинеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә һүҙ ҡиммәтенең то- ноҡлана барыуын да билдә- ләп киттеләр. Урындағы хә- бәрселәребеҙ әле лә гәзитебеҙ менән бәйләнеште өҙмәй. Шулай уҡ хеҙмәт ветераны, гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Клара Ғарипова үҙенең яңы шиғырҙары менән та- ныштырҙы.

“Хәтирә” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе Мәрзиә Мөхәмәтова менән Нажия Хәйретдинова ла күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙары менән әсир итте. Гармунда ла, баянда ла өҙҙөрөп уйнаған, моңло тауышлы, оҫта ҡуллы Мәрзиә ханым сермәндәр өсөн үҙе бер табыш булып ҡала. Шулай уҡ Аҙнағол килене, рус телендә яҙған Нажия Ҡорманғәлиеваның шиғырҙары ла күңелгә ят- ты. Сермән станцияһында йәшәгән XI класс уҡыусыһы Фирғәт Мөхәмәтйәнов та шиғриәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһай. Бына шу- лай, шиғри күңелле, һәр яҡлап та маһир кешеләр йәшәй Сермәндә. Улар менән бәйләнеш киләсәктә лә дауам итер тип ышанабыҙ. “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова ва- ҡытлы матбуғатҡа, милли баҫмаларыбыҙ, шул иҫәптән “Урал” гәзитенә яҙылыу, унда сыҡҡан мәҡәләләргә, әҙәби әҫәрҙәргә байҡау яһаны, гәзит-журналһыҙ, китапһыҙ телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡ- лап ҡалып булмаясағы ту- раһында һөйләне һәм актив булырға өндәне. Йәнле аралашыуҙы Сер- мән мәҙәниәт йортоноң ху- дожество етәксеһе Зөлфиә Ялалетдинованың гитарала уйнап йырлауы биҙәне.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий