Сәскәләр үҫтереү ѳсѳн дә Гѳл телен белеү кәрәк

Матурлыҡтың бер ѳлгѳһѳ булған сәскәләрҙе кем яратмай икән? Сағыу тѳҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Сәскәләр урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Ә ауыл йәмен, бәҫен күтәреүсе, матурлыҡ ѳләшеүсе, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ икеләтә матурҙыр. Үҫтергән сәскәләренә үҙҙәре генә һоҡланып ҡалмай, тирә- яҡҡа ла матурлыҡ тарата.

Кѳҙҙѳң матур кѳнѳндә, уңыш йыйыр алдынан Әхмәр ауылында сәскәләр байрамы үтте. Яҙын иғлан ителгән “Cәскәләр - тормош йәме” конкурсында ҡатнашыусылар бер аҙ тулҡынланып мәҙәниәт йортона йыйылды, улар сәскәләрҙән гөлләмәләр яһап алып килгән, өҫтәлгә композицияларын урынлаштырҙы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Эйе, Әхмәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары үҙ эштәрендә сәскәләрҙең матурлығына ғына түгел, үҙҙәренең баҡсаларындағы уңышҡа ла иғтибар биргән, сөнки йомарт көҙҙөң байлығы - еләк-емеш һәм йәшелсәләр тәмле генә түгел, матур ҙа. Ҡар иреү менән, ләлә сәскәләре хужабикәләр баҡсаһын тѳрлѳ төҫкә күмә. Артабан - нәркәс, ирис, пион, лилиә, георгин, астра, ҡыҙғылт һары бәрхәт сәскәләр, алиссум, гладиолус, ҡәнәферҙәр... Быларҙың барыһын да Әхмәр хужабикәләре үҫтерә. Ауылда сәскә яратыусылар байтаҡ, үҫтереп күршеләренә лә тарата. Апалы- һеңлеле Әлфиә Дәүләтова, Байрамбикә Яҡупова һәм Зѳлхизә Таһироваларҙың баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр юҡ... Йылда ла сәскәләрҙең 40-50 тѳрѳ булып китә.

Зѳлхизә апай Силәбе ѳлкәһенән ят-ят сәскәләр яҙҙырып алып үҫтерә. Яңы орлоҡтар алып һынап ҡарай, ҡайһылары шунда уҡ үҫеп китә, икенселәре, йылы яҡтарҙы нығыраҡ яраталыр, ахырыһы, артыҡ шәбәймәй. Тәжрибә шулай туплана, баҡсасы оҫтара бара. “Баҡсалағы сәскәләремә көн дә иртән тороп сәләм бирәм, сәскә атмайыраҡ ултырһа, һѳйләшеп тә алам. Йәшелсәләрҙең беҙҙең яҡҡа яраҡлаштырылған, һы- налған сорттарын ултыртырға тырышам, - ти Зѳлхизә апай. - Ва- ҡытында утап, һыуын һибеп, төбөн йомшартып торһаң, уңышты йәлләмәй улар”. Байрамбикә апайҙың да баҡсаһы үҙенсәлекле биҙәлгән. Автомобиль тәгәрмәстәре, аяҡ кейемдәре, пластик һауыттар һәм башҡа хужалыҡта кәрәкмәгән әйберҙәр эшкә егелгән. Ҡоймаға эсле-тышлы һүрәттәр тѳшѳрѳлгән. Ә Әлфиә апай ҡыҙы Рита менән лилиә сәскәләренә ѳҫтѳнлѳк бирә. Лилиәләрҙең 18 тѳрѳ булып киткән, бынан тыш георгиндарҙы һәм башҡа сәскәләрҙе лә яратып үҫтерә. Ауылға инеү менән үҙенсәлекле итеп биҙәлгән баҡса ҡаршы ала. Матур, сағыу петуниялары, раузалары, лилиәләре һәм матур һауыттарға ултыртып, эленгән сәскәләр араһында Зилә Мѳхәмәҙиеваны күрергә була. Зилә апай хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап сәскә үҫтереү менән шѳғѳлләнә. Әхмәр килене Рәлиә Шуматбаеваның баҡсаһына ла кеше һоҡланып ҡарай. Иркен баҡсала ниндәй генә сәскәләр юҡ. Ғѳмүмән, килендең емеш- еләге лә, һуған-кишере лә уңа. Йыл да мул уңыш алыуға ѳлгәшә ул. Ҡәйнәле-киленле Рәйлә һәм Айгѳл Абдуллиналар ҙа ѳй уратып сәскә үҫтерә. Айгѳл петунияларға ѳҫтѳнлѳк бирә. Әйткәндәй, уңған килендең помидор, баклажан, ташҡабаҡтары мул уңыш бирә. Гѳлфирә Сәлимова баҡсаһына быуа ла эшләп ебәргән, тѳрлѳ һауыттарҙа сәскәләр урын алған. Шулай уҡ йәй буйы баҡсаларында сәскә үҫтереүсе Сәүиә Йомадилова, Гѳлсәсәк Баһауетдинова, Гѳлсѳм Мәғәфүрова, Венера Баһауетдинова, Наилә Нәғимова, Рәшиҙә һәм Лилиә Нәҙербаевалар, Илүзә Шәйәхмәтова һәм Илүзә Вәлиеваларҙы тик маҡтап ҡына телгә алырға була. Хужабикәләрҙең баҡсаһы һәр ваҡыт йылынғас, иң күңелле ваҡыттар етә. Һөйөп-маҡтап ҡына үҫтергәнгәме, уларҙың баҡсалары һәр ваҡыт шау сәскәгә күмелеп ултыра. Иртә яҙҙан ҡырау төшкәнгә тиклем күҙҙе ҡамаштыра улар. Сәскәләргә арналған матур кисәлә шиғырҙар уҡылды, викторина барышында иһә сәскәләр тураһында күп ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған факттар асыҡланды. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре миҙгел дауамында лайыҡлы баҡсаларҙы фотоға тѳшѳрҙѳ, йыйылыусылар әҙерләнгән слайдты ла ҡараны. Һәр кем тырышҡан, шуға ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әйткәндәй, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрендә генә сәскә үҫтереп ҡалмай, йорт алдында ла матурлыҡ барлыҡҡа килтергән. Юҡҡамы ни сәскәләр үҫтереү буйынса Әхмәр мәҙәниәт йорто быйыл беренсе урынға сыҡҡан. Матурлыҡты күрә беләйек. Баҡсала түккән көс бушҡа китмәй, үҫемлектәр рәхмәтле була белә.
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий