Халыҡ ижадын халҡыбыҙға ҡайтарайыҡ

Шығай мәҙәниәт йортоноң “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге район мәҙәниәт идаралығы менән берлектә тәүге тапҡыр “Иман нуры” район мөнәжәтселәр конкурсы үткәрҙе.

Тамашасыларҙы, жюри ағзаларын сәхнәнең халыҡ ижадының асылына алып инеп китерлек итеп биҙәлеше арбаны. Башҡорт әләмендәге аҡ, күк һәм йәшел төҫтәрҙәге ебәк туҡымаларҙан мәсет һәм манараһы һынландырылған. Йәшел туҡыманан биҙәлгән мәсет ишегенән иман нурылай аҡ кейемдәр кейгән балалар сыға. Мәҙәни үҙәктең художество етәксеһе Лира Хәйруллина менән балалар “Йома көн” мөнәжәтен көйләй. Был сихри күренеште дауам итеп, Шығай ауылы аҡһаҡалы, район-ҡаланың почетлы ветераны Мөхәмәт Түлебаев конкурсты асыуға фfтиха биреү доғаһын уҡыны. Конкурсты “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге директоры Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинова йыйылыусыларҙы тәбрикләү һүҙе менән асты һәм мөнәжәттең халыҡ ижадында тотҡан урыны, уның яңырыу кисереүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Епкә тағылған сағыу мәрйендәрҙәй теҙелешеп кенә сығып эскәмйәләргә ултырышҡан Шығай ауылының “Аҡтамыр” ағинәйҙәр ҡоро ағзалары изге эште башлауға доға ҡылғандан һуң, мөнәжәт көйләй башланы. “Бына шундай заман етер» мөнәжәтендә бөгөнгө көндә кешеләр, туғандар, ил-ара, диндә булған бөтә етешһеҙлектәр, кәмселектәр берәм- берәм һаналып әйтелә. Ысынлап та, юғары кимәлдә башҡарылған ошондай мөнәжәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә.

Ҡор етәксеһе Динә Канафинаның, барса ағинәйҙәрҙең тыйнаҡ ҡына моңло тауыштары, мөнәжәттең һәр һүҙен асыҡ, кеше аңына, йөрәгенә барып етерлек итеп әйтеүҙәре шығайҙарҙың сығышына мәртәбә өҫтәне. Инйәр ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыдәүләтова абруйлы у ҡ ы т ы у с ы - п е н с и о н е р ҙ а р ҙ ы , ҡәләм оҫталарын, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, мәсеткә йѳрѳгән апай-инәйҙәрҙе йәмәғәтселек эшенә йәлеп итеп отҡан. Мөнәжәтселәр конкурсына ҙур теләк менән килгән Инйәр ағинәйҙәренең сығышы күңелде иретерлек йылы тәъҫораттар ҡалдырҙы. Айһылыу Йомағужина етәкләгән Үткәл ауылы ағинәйҙәре район конкурсына үҙҙәренең былтырғы репертуарын яңыртып, балаларҙы ла индереп, тотош бер мөнәжәт- нәсихәттәр шәлкеме менән килде. Рузидә Ғәйфуллинаның ҡыҙы менән мөнәжәт әйтеүе, балаларҙың сығышы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын тергеҙеүҙең төп маҡсатына яуап бирә. Үткәл ағинәйҙәренең быйыл үткәргән саралары, унда балаларҙы ла ҡатнаштырыуҙары, ауылдың оло кешеләрен онотмауҙары маҡтауға лайыҡ. Сермән ауылының “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары ла мөнәжәт әйтеүҙең шарттарын теүәл үтәп, бик тигеҙ һәм күркәм сығыш яһаны. Киләсәктә Сермәндә лә ағинәйҙәр ҡоро ойоштороп, гөрләтеп эшләргә, тигән ниәт менән ҡайтты улар конкурстан.

Асы ауылынан килгән “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы сағыу һәм үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле булыуы менән иҫтә ҡалды. Күмәкләп әйтелгән мөнәжәттәрҙе лә, яңғыҙ әйтештә Инйәр буйы һандуғасы Фәриҙә Ноғаманованың, талант эйәһе Фәнүзә Ғарипованың, Ғәлиә Сәлимованың сығыштарын барыһы ла яратып тыңланы. Һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, күршеләре менән бергәләшеп матур байрамдар ойошторған Сосновка ағинәйҙәре был юлы ла һынатманы. Моңландырып ҡына теүәл әйтелгән мөнәжәттәре һәр кем күңеленә барып етерлек булды. Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рима Йосопова бик һирәк ишетелгән, Зәйнулла ишан Рәсүлевтың бүләсәренән - Нажия Вилданованан үҙе яҙып алған мөнәжәтте әйтте. Боронғо мөнәжәттәрҙе, бик һирәк ишетелгәндәрен тергеҙеү ҙә Сибайҙа быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән конкурстың төп талабы. Артабан беҙҙең мөнәжәтселәр ҙә ошо талаптарҙы теүәл үтәргә ынтылырҙар, ауылдарҙа әле иҫән аҡһаҡалдарҙан, ағинәйҙәрҙән яҙып алып өлгөрөрҙәр, тип ышанайыҡ. Ағинәйҙәр һәм фольклорсылар араһында берҙән-бер аҡһаҡалыбыҙ – йырҙар ижад итеүсе үҙешмәкәр композитор, думбырасы, йыраусы Мөхәррәм Сәлимовтың думбырала уйнап, мөнәжәт көйләүен көтөлмәгән бер бүләк итеп ҡабул итте тамашасылар. Уҫманғәле ауылы ағинәйҙәре быйылғы район мөнәжәтселәр конкурсына әҙерләнеп өлгөрмәне. Берәү булды, берәгәй булды, тигәндәй, Уҫманғәле ауылы ағинәйе Әфинә Ғөбәйҙуллина “Муса һорай” мөнәжәтен әйтеп, тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының һөйөүен яуланы. Сәхнәгә йыш сыҡҡандар менән белгес кәңәшенән тыш, тик үҙаллы мөнәжәт өйрәнгән ағинәйҙәрҙең сығыштарын баһалау ҡатмарлы ла, яуаплы ла ине. Жюри ағзалары - район мәҙәниәт идаралығының өлкән методисы Фәнисә Шәрәфетдинова, райондың мәртәбәле шәхесе Мөхәмәт Түлебаев, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Шығай ауылы мәсетенең имам-хатибы Рафиҡ Ғәлиуллин һәм ошо юлдар авторы һәр сығышты төрлө яҡлап, ентекләп тикшереп, ғәҙел баһаларға тырышты. Урындар билдәләүҙе көтөү ваҡытын ойоштороусылар бик оҫта файҙаланды.

Сәғирә Шәрәфетдинова ҙур теләк менән сәхнә түрен йыр, мөнәжәт, шиғыр бүләк итергә теләүселәргә бирҙе. Тамашасылар Фәриҙә Ноғаманованың, Әфинә Ғө- бәйҙуллинаның, Сәғилә Мырҙағәлинаның, Зөлфиә Бәҙ- ретдинованың, Мөхәррәм Сә- лимовтың, Лира Хәйруллинаның йырҙарын, Рәсимә Сәйетғәлинаның һәм Рәфиға Ғәлиуллинаның шиғырҙарын тыңлап кинәнде. Район мәҙәниәт идаралығының өлкән методисы Фәнисә Шәрәфетдинова еңеүсе коллективтарҙы һәм яңғыҙ сығыш яһаған мөнәжәтселәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләп, дипломдар тапшырҙы. Күмәкләп мөнәжәт әйтеүселәр араһында III урынды Сермән мәҙәниәт йортоноң “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле, Үткәл ауылы ағинәйҙәре һәм Сосновка ауылы ағинәйҙәре бүлеште, II урынға Инйәр ауылы ағинәйҙәре һәм Асы мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле сыҡты, I урынды Шығай ауылы мәҙәниәт йортоноң “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағинәйҙәре яуланы. Яңғыҙ мөнәжәт көйләүселәр араһында өсөнсө урын Асы ауылынан Фәриҙә Ноғамановаға һәм Үткәлдән Рәшиҙә Мөхәмәтғәлинаға, икенсе урын Сосновканан Рима Йосоповаға, беренсе урын Уҫманғәленән Әфинә Ғөбәйҙуллинаға бирелде. Был тәңгәлдә шуны әйтеп китеү мөһимдер. Мөнәжәт конкурсы талаптарына ярашлы, жюри сығыш яһаусыларҙың мөнәжәттәренең боронғолоғон, һирәк ишетелгәнлеген алға ҡуйҙы. Был жанрҙың яңы ғына тергеҙелә башланыуын да иҫәпкә алып, был йәһәттән башҡараһы эштәр күҙалланды, фекерҙәр төйнәлде.

Үткәл ағинәйҙәре “Үҫеп килгән йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырған өсөн”, шулай уҡ балалар араһында иман нуры таратҡан Шығай ағинәйҙәре “Халыҡ ижадының, иман рухының күсәгилешлелеген тәьмин иткән өсөн” номинациялары буйынса дипломға лайыҡ булдылар. Белореттан Мөхәррәм Сәлимовҡа “Оҫталыҡ өсөн”, Асынан Фәнүзә Ғариповаға “Ауыҙ-тел ижадын пропагандалаған өсөн” номинацияһы буйынса дипломдар тапшырылды. “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге директоры Сәғирә Шәрәфетдинова конкурста ҡатнашҡан балаларға рәхмәт һәм дәртләндереү һүҙҙәре әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова гәзиттең бер төркөм дуҫтарына Рәхмәт хаттары, китаптар бүләк итте, ағинәйҙәрҙең гәзит менән аралашып тороуҙарын, үҙҙәренең башҡарған эштәре тураһында яңылыҡтары менән бүлешеүҙәрен теләне. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ағинәйҙәргә һәм ағинәйҙәр ҡоро етәкселәренә Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ағинәйҙәр, фольклор ан- самблдәре ағзалары Нурбикә Канафина салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итте, төрлө яҡтарҙан килтерелгән күстәнәстәр менән бер- береһен һыйлашты һәм иҫтәлеккә күмәкләшеп фотоға төшөп, ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп таралышты.
Зилә АБЗАЛОВА, Белорет районы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Оставить комментарий