Беҙҙе ҙурлағандары ѳсѳн рәхмәт

Ҡаһарман ауылы халҡы Ололар кѳнѳн мәҙәниәт йортонда матур итеп билдәләне. Йылдағыса сараны ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Тәүҙә уҡыусылар матур концерт ҡуйҙы. Артабан байрам табын артында дауам итте.

Ололарыбыҙ мәҙәниәт йорто директоры Хәлит Нафиҡовтың гармун моңдары аҫтында бейеп, йырлап, таҡмаҡтар әйтеп күңел асты. Шуныһы ҡыуаныслы - байрамыбыҙ спиртлы эсемлектәрһеҙ үтте. Ауылдаштарыбыҙ матур итеп байрам ойошторһон ѳсѳн бағыусылар Биктимер Ғәлин, Суфиян Ишмѳхәмәтов, Самат Мусин, Надежда Хлесткина, Марсель Низамов, Вячеслав Фролов матди ярҙам күрһәтте. Тәмле аш-һыуҙы Гѳлнара Солтанова, Фәйрүзә Бикташева, Әлиә Иҙрисова, Гѳлнара Ҡужакова әҙерләне. “Байрамға 40-тан ашыу пенсионер килгәйне. Беҙҙе ҙурлағандары ѳсѳн ойош- тороусыларға рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ”, - ти Вәсилә Ирғәлина. Икенсе кѳнѳ халыҡ ауыл мәсетенә “Йома сәйе”нә йыйылды. Был сараның бағыусыһы Айҙар Аҫылбаев булды. Ҡаһармандар һәр байрамды шулай татыу, берҙәм ойоштороп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрә.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий