"Урал" дуҫтарын йыйҙы

“Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт,
Әллә ҡайҙа шулай ашыға.
Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе
Йәйәүле лә, хатта атлы ла” - тип йырҙа йырланғанса, беҙҙең беребеҙҙе лә ваҡыт аямай. Бына әле генә йыл башланғайны, бѳгѳн иһә декабрҙең һуңғы кѳндәрен дә барлайбыҙ. 2015 - Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына арналған ваҡиғаларға бай булды. Ошо ҡайнап торған тормоштоң иҫтәлекле, мѳһим сараларында «Урал» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ваҡиға уртаһында ҡайнаны, гәзит уҡыусылары менән тығыҙ аралашты. «Урал» гәзите изге йо"Урал" дуҫтарын йыйҙылаһын тергеҙеп, гәзиттең мѳ- хәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова етәкселегендә ижади тѳркѳм ауылдарға сығып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, район-ҡалала ҡәләм тибрәткән яҡташтарыбыҙҙың ижады менән таныштырҙы. Халыҡ менән осрашыу тураһында гәзит уҡыусыны ла даими таныштырып барҙыҡ. Әлбиттә, һәр башҡорт ауылында ла булып ѳлгѳрмәнек, үпкәләүселәр ҙә барҙыр. Тик бошонорға кәрәкмәй, киләсәктә лә был изге эш дауам итер һәм һеҙҙең ауылда ла «Урал» гәзите ҡунаҡта булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Бындай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ѳсѳн милләттәштәребеҙ тарафынан да әүҙемлек, гәзиткә яҙылыу талап ителә. «Урал» гәзите йылды матур тамамланы. Йыл башында публицистика, поэзия, проза ѳлкәһендә иғлан иткән конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү йәһәтенән ҙур тантана ойошторолдо. Йәғни, 24 декабрҙә «Урал» гәзите тор- мошонда тағы ла бер мѳһим ваҡиға булды - Яныбай Хамматов исемендәге ҡала башҡорт гимназияһының тамаша залында йыл буйы гәзит менән бергә ҡалған, уның биттәрендә үҙ мәҡәләләрен баҫтырған авторҙар менән осрашыу кисәһе үтте. Был мѳ- хәрририәттең йыл башында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына бағышлап иғлан иткән конкурстарға йомғаҡ яһау байрамы булды. Унда конкурс еңеүселәре, гәзиттең ветерандары, «Тере шишмә» клубының һәүәҫкәр артистары, «Иҙел башы», «Ҡуңыр буға» ижади ойошмалары ағзалары, уҡытыусылар ҡатнашты. Кисәне алып барыу дилбегәһен мѳхәррир Сатура Минһажитдинова үҙ ҡулына алды һәм бар күңелен биреп, матур итеп үткәреүгә иреште. Ә инде «Тере шишмә» клубы һәүәҫкәр артистарының илһѳйәрлек, мѳхәббәт, ихласлыҡ менән һуғарылған сығыштары, Аҙналы мәҙәниәт йорто директоры Илнур Әхмәтшиндың йырҙары осрашыуға илһам ѳҫтәне.
Яныбай Хамматов исемен- дәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары Розалина Мѳхә- мәтйәнова башҡарыуындағы сағыу бейеүҙәрҙе, Илнара Зык- ринаның йырын тамашасы яратып ҡабул итте. Ҡунаҡтар араһынан шағирә Рәсимә Сәйетғәлина, Мәнзүрә Абдул- лина шиғырҙарын уҡыны. Гимназия директоры Зѳл- фиә Ғәлийәнова «Урал» гәзитенең милләттәштәребеҙҙең тормошон сағылдырған мѳһим баҫма булыуы, кѳнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә индергән ѳлѳшѳ тураһында һѳйләп үтте. "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтов призлы урын яулаған конкурсанттарға «Иҙел башы - юл башы» әҙәби-нәфис альманахтың 2-се һанын бүләк итте. Еңеүселәргә диплом, бүләктәр тапшырыу гәзит хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына бирелде. Йылы, дуҫтарса мѳхиттә үткән кисәнән ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалды.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий