Һәр кем десантсы була алмай

Һәр кем десантсы була алмай
Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре кѳнѳн зәңгәр береттар йылдағыса ихлас билдәләне

Тәүҙә десантсылар Геройҙар аллеяһында берҙәм йы- йылып, Мәңгелек утҡа сәскә гѳлләмәләре һалды. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт юлы үткәндәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби ко- миссары В.Ҡ. Сәйәхов, хәрби разведка һәм башҡа ғәскәрҙәр- ҙең ҡалалағы ойошмалары, дин әһелдәре ҡотлап сығыш яһаны. Вадим Ҡасим улы Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәткә буйҙары 170 сантиметрҙан оҙон, “А” категорияһына ҡараған һәм ошо ғәскәрҙә хеҙмәт итеү теләге кѳслѳ булған призывниктарҙы ғына һайлап алыуҙары тураһында әйтте. Үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә, ошо хәрәкәтте үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән активистарға Рәхмәт хаттары, миҙалдар тапшырылды. Ҡул һуғышы буйынса шѳғѳлләнгән йәш десантсылар үҙҙәренең һѳнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Һуңынан десантсылар стройға баҫып, Геройҙар аллеяһы буйлап марш менән үтте. Сараның икенсе ѳлѳшѳ “Еңеүҙең 40 йыллығы” скверында дауам итте. Унда десантсылар Тыуған ил ѳсѳн башын һалған хеҙмәттәштәрен иҫкә алып, монументҡа сәскәләр һалды.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотоһы.


Оставить комментарий