“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…”

“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…”
Ошо йыр хәҙер ауылдарҙа йыш яңғырайҙыр. Көҙҙөң иң күңелле байрамдарының береһе - Ҡаҙ өмәләре бара.
Баҡса эштәрен теүәлләп, ерҙән уңышын йыйып, мөгәрәп-баҙҙарға тултырып ҡуйғас, ҡош-ҡортон һанап, ҡураға бикләүҙәр, унан уларын эшкәртергә сират етә. Мәшәҡәтле һаналһа ла, аҙағы һөйөндөргөс. Үҙең үрсеткән, аҫраған ҡош-ҡортоң, малың ризығы ҡыш буйы өҫтәлең түренән төшмәй. Шулай йәшәй һәм өйрәнгән ауыл кешеһе. Рысыҡай ауылынан Зимфира Мәғзүм ҡыҙы Мәхмүтова ла тормош иптәше Робес Ишбулат улы менән яҙҙан алып үрсеткән ҡаҙҙарын өмәләп йолҡорға булдылар. “Изге ниәт, Ҡаҙ өмәһе күңелле байрам ул. Беҙ бергәләшербеҙ”, - тип йөпләне ауылдың уңған ҡатындары. Тәғәйенләнгән көнгә ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәлимә Әфләтунова һәм мәҙәниәт йорто директоры Люциә Шайморатова етәкселегендә Рәзилә һәм Нәфисә Ғимрановалар, Вәсилә Дәүләтбаева, Гөлсөм Түлебаева, Мәүсилә Әүбәкирова, Рәйфә Хәлитуллина, Миләүшә Латипова, Гүзәл Мөхәмәтдиновалар милли кейемдәр кейеп, сағыу шәлдәрен иңдәренә һалып, урам буйлап йырлашып килеп тә еттеләр.
Ауылдың йыр-бейеүгә маһир, һәр сарала ла актив ҡатнашҡан ағинәйҙәрҙе хужалар әйҙүкләп, ”Ҡаҙ өмәһе” тип яҙып ҡуйған ҡапҡа алдына сығып ҡаршыланы. “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Күңелдәр йырлап торһон”, - тип йырлай- йырлай ҡаҙҙар бикләнгән ҡураға үтеп, эш башы теләктәрен әйтте ағинәйҙәр. Хужа әҙерләп биреп торған ҡаҙҙың иң тәүҙә хәрәм ҡаурыйын алғас, бисмиллалап эшкә лә тотондолар. “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…”
Теҙелешеп ултырып ҡаҙ йолҡҡанда төрлө йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бер-береһенең күңелен астылар, олораҡтар йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө.
- Вәсилә еңгәгә, йәш сағында социалистик ярыш алдынғыһы булған кешегә, етеүсе бармы ни, - тип мәрәкәләне бикәсе.
Баҡһаң, тәүгеләрҙән булып ҡаҙын йолҡоп та ҡуйған икән. Бер аҙҙан кемдер тамаҡ ҡыра башланы.
- Ҡыҙҙар, тамаҡҡа мамыҡ ултырҙы бит, эһе-эһе!
- Ҡымыҙ, йә буҙа һорай тамағың.
Хужабикә кәсәләр менән буҙаһын да килтереп тотторҙо. Йолаһы шулай, үтәмәй ҙә булмай. Шунан ҡаҙ ҡанаты һатыу китте.
- Ҡаҙҙың ҡанат һөйәген алып ҡал, киләһе йылда ла ҡаҙың уңыр.
- Ҡанат һатыу ҡыҙыҡ ул, ҡаҙ өмәһендә була, - тип, ҡанатын һатыулаштылар.
Ул арала Эльвина һылыуҙың ҡоймағы ла әҙер булды. Ҡоймаҡты ҡаҙ майы һылап ашап ҡарарға кәрәк икән.
Етеҙҙәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй, ни арала ҡаҙҙарҙы йолҡоп та бөткәндәр.
- Эсен таҙартыуҙы ауылдың элекке фельдшеры булған Гөлсөм апайға ышанып тапшырабыҙ, - тиеште өмәселәр.
- Әйе шул, әйҙә “операцияға” тотонһон.
Күмәкләгәс ни, таҙартып, өтөп тә ҡуйғас, ҡыҙҙар көйәнтәләргә ҡаҙҙарҙы элеп, тағы ла йырлашып, йылға буйына юл алды. Хужа гармунда уйнап ебәргәс, күңелдәр күтәрелеп китте. Ҡаҙ ҡауырһынын йылғаға һирпеп, икенсе йылда ла шулай уңығыҙ, тигән теләк теләнде.
Фәриха Вәлиуллинаның тулы материалын гәзиттең 94-се һанында (24.11.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий