«Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Ноҡат ауылы китапханаһында “Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!” тип аталған матур сара үткәрелде. Сараға килгән әсәй-өләсәйҙәрҙе, апай-еңгәләрҙе, һеңлекәш-ҡыҙҙарҙы ауыл китапханасыһы Мәрйәм Сәмсетдинова һәм ауыл старостаһы Вил Солтанов ҡаршы алды. Гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотларға Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусылары Нәфис Сәғитуллин, Ләйсән Яҡшыдәүләтова, Азалия Исмәғилева, Айһылыу Мырҙағәлина, Азалия Сол- танова, Алһыу һәм Яҙгөл Хажиәхмәтовалар ҙа килде. Уҡыусыларҙың сығыштарын ауыл халҡы йылы ҡабул итте. Кисә төрлө уйындар, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Кисә һуңында Вил Солтанов барлыҡ гүзәл заттарға сәскә бүләк итте. Сара сәй табыны, дискотека менән тамамланды.
С. МЫРҘАҒӘЛИНА.
Ноҡат ауылы.
Оставить комментарий