Ҡар һыуына барам әле...

Ҡар һыуына барам әле...
Манышты ауылының "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш ҡына үткәрелеп тора.
Бына яңыраҡ "Ҡар һыуына барыу" йолаһы үтте. Был байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә бик ихлас ҡатнашты. Йолаға тәрбиәләнеүселәребеҙҙең барыһы ла башҡорт кейемендә килде. Оло инәй Рәлиә Фәйзрахман ҡыҙы йоланың үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шулай уҡ һыу алып ҡайтыуҙы сәхнәләштереү, яҙ тураһында йомаҡтар сисеү, һы- намыштар әйтеү, йырҙар һәм бейеүҙәр байрамыбыҙға матурлыҡ, рух өҫтәне.
Кескәй төркөм ҡыҙҙарының "Ҡульяулыҡ", малайҙарҙың "Батырҙар", өлкән төркөм ҡыҙҙарының "Биҙрәләр" бейеүҙәре, яҙ тураһында йырҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Боронғо уйын "Күрешеү"ҙе лә хәтергә төшөрөп алдыҡ. Шулай итеп, байрамдан бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Йоланы үткәреүҙә ярҙам иткәндәре, балаларҙың барыһына ла башҡорт халҡының милли кейемен тектергәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт әйтеп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.
Әнисә АБДРАХМАНОВА,
"Шишмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Оставить комментарий