Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа

Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа
Ниһайәт, ҡара-һоро төҫтәрҙән арынып, тәбиғәтебеҙ һутлы йәшеллеккә, монарлы күкшеллеккә, сәскәләрҙең аллы- гөллөһөнә сорналды. Тап ошо мәлдәрҙә тәбиғәт ҡосағында кем уҙарҙан ойошторолған йәмле-йәнле байрам-йыйындар, йолаларҙың һәр төрлөһө үҙе шуға дәлил түгелме ни? Бер ерҙә “ҡарға бутҡалары” бығыр- бығыр бешһә, икенсе урында “кәкүк сәйҙәре” боҫрап ҡайнай. Үткән аҙнала районыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәгенә әйләнгән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы биләмәһендә өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район этно- байрамы ла, ғәжәп матур тәьҫораттарға солғап, талсыҡҡан йөрәктәргә үҙенсәлекле ял, дәрт сығанағына әүерелде.
Этно-байрам Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының тәбиғәттә иң серле ҡош булып һаналған кәкүккә, уға бәйле легендаға арналған иҫ китмәле матур театрлаштырылған тамашаһынан баш алды. Бында Гүзәлиә Сәйфуллинаның өҙҙөрөп ҡумыҙҙа уйнауын, Денис Рәхмәтовтың булат ҡылысын оҫта һелтәп, сая рухлы батыр образында осҡон сәсеп бейеүен, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең “Кәкүк” бәйетен, ҡумыҙ моңдарын халыҡ яратып ҡабул итте. Артабан майҙан түренә үҙҙәренең изге фатиха-теләктәре менән Шығай ауылының иң хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе Динә Хәбибрәсүл ҡыҙы Ҡәнәфина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, байрам конкурстарының жюри рәйесе Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова күтәрелде. Мәртәбәле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәбрикләү һүҙҙәренән һуң, йәнә йыр- моң, уйын-көлкө дауам ҡылды. Шығайҙарҙың ут күршеһе Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистары тарафынан сәхнәләштерелгән “Кәкүк сәйе” йолаһы үҙенең тулылығы, ойошҡанлығы, хатта дөрөҫлөгө менән фәһемле лә, мауыҡтырғыс та тамаша булып күңелгә ятты.
“Кәкүк сәйе” район этно-байрамының төп өлөшөн иһә барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Иң яҡшы кәкүк костюмына, бейеүенә, йырына, тотемына, сәй рецебына, бутҡаһына, сувенирына иғлан ителгән конкурстарҙа Шығай, Рысыҡай, Сосновка, Үҙәнбаш, Сермән, Әзекәй, Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Йөйәк, Мөхәмәт, Бирҙеғол, Ғәбдѳк ауыл клубтарынан бихисап конкурсант һынау тотто. Ҡатнашыусыларҙы ғәҙел нарыҡлау өсөн мәртәбәле баһалама комиссияһы - “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, мәҙәниәт идаралығы методистары Евгения Владимировна Кривоногова, Алһыу Әнүәр ҡыҙы Өмөтбаева саҡырылды. “Иң яҡшы кәкүк костюмы”н асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан дефилелә жюри хөкөмөнә йәмғеһе ун бер костюм тәҡдим ителде. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Азалия Мырҙабаеваның көлһыу төҫтәге батист тауарҙан заманса технологиялар ҡулланып тегелгән милли әберкәле күлдәге, кәкүк формаһындағы ҡашмауы, иңендәге ҡош ҡанаттарынан япмаһы, кәкүк һынының орнаменттары костюмда урынлы ҡулланылыуы менән бөтөн образ тыуҙырһа, Нурбикә Канафинаның крептәшен тауарынан тәҡдим ителгән тәңкәле, аппликациялы, милли биҙәктәр менән байытылған конкурс эше лә лайыҡлы тип табылды. Йөйәк ауылынан Гөлдәр Мөхәрләмова һәм Айгөл Закированың Инйәр буйы кәкүктәре лә үҙенсәлекле костюмдары менән хәтерҙә ҡалды. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Резеда Абдуллина, Мөхәмәттән Венера Мансурова, Әзекәйҙән Миләүшә Баймөхәмәтова, Сермәндән Зарима Дәүләтбаева, Вадим Хәйретдинов, Ры- сыҡайҙан Дилә Бадалова, Үҙәнбаштан Резида Сөнәғәтова, Аҙнағолдан Камила Сәфәрғәлина тыу- ҙырған образдарҙы ла тамаша ҡылғандар дәррәү алҡыштарға күмде. Баһалама комиссияһы костюмдарҙың оригиналлегенә, конкурс шарттарына тап килеүенә, ҡул эше техникаһының әүҙем ҡулланылышына иғтибар итте. “Кәкүк бейеүе” конкурсында ла халыҡ ихлас ҡатнашты. Шығай ауылынан Азалия Мырҙабаеваның, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубынан Зарима Дәүләтбаеваның, Мөхәммәттән Венера Мансурованың, Рысыҡайҙан Дилә Бадалованың, Сосновка ауылынан Наилә Аҙнабаева һәм Илнара Ғилманованың сығыштарын мөкиббән китеп ҡараны ҡунаҡтар. “Иң яҡшы кәкүк йыры” ярышы ла һәммәһе тарафынан йылы ҡабул ителде. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Дилбәр Рәхмәтова, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубынан Сафура Әбдрахманова, Ҡоҙғон- Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонан Зәлифә Фазлетдинова, Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонан Әлиә Таһирова һ.б. башҡарыуындағы кәкүккә ар- налған йырҙар кинәндереп моң тулҡындарында тибрәтте. “Иң яҡшы тотем” конкурсында иһә башҡорт мифологияһында кәкүк ҡатын- ҡыҙ образына ишара яһаған тотем күҙалланғайны. Әммә, үкенескә ҡаршы, жюри ағзаларына тәҡдим ителгән эштәрҙең күбеһе конкурс шарттарынан ситләшкән булып сыҡты. Ярышта ҡатнашҡан ете тотем араһынан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының кейеҙҙән баҫылған тотемы иң дөрөҫө тип табылды.
Баһалама комиссияһы клуб биләмәһендә теҙелеп киткән һый- ниғмәтле өҫтәлдәргә ыңғайлап, конкурс сәйҙәрен, бутҡаларын тәмләп, кәкүк сувенирҙарын күҙҙән уҙғарған арала, майҙан түрен районыбыҙҙың иң шәп һәүәҫкәр бейеүселәре, моңло йырсылары, һүҙ оҫталары биләне. “Кәкүккә бүләгебеҙ” аталмышлы концертта Сосновка ауылынан Илнара Ғилманованың “Хан ҡыҙы” бейеүе, Үткәл ауыл мәҙәниәт йортонан Ислам Сабаев һәм Айзилә Сафееваның парлы “Зилалай”ы, Ҡоҙғон-Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонан Наил Хәмзин башҡарыуында “Хәйрүләкәй” башҡорт халыҡ йыры, Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонан Әлиә Таһированың “Мине оноторға мөмкин түгел” йыры, Бирҙеғол ауылынан Мансур Үтәгәновтың дәртле “Гармун моңдары”, Рысыҡай ауылының “Ҡоҙасалар” ансамбленең “Тере эшләпәләр” бейеүе һәм башҡа сығыштар байрам кәйефен уғата күтәреп ебәрҙе.
“Иң яҡшы кәкүк сәйе рецебы”, “Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы” конкурстарында мәртәбәле жюри ағзаларына айырыуса ҡыйынға тура килгәндер. Шифалы үләндәрҙең һәр ҡайһыһын, атап әйткәндә, мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты, аҡ сәскәне файҙаланып әҙерләнгән хуш еҫле ҡайнар сәйҙәрҙең ниндәй генә төрө юҡ ине өҫтәлдәрҙә! Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Сермән ауылдары сәйҙәренең тәме, ҡуйылығы, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының аш-һыуға маһир алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары туғыҙ төрлө ярманан бешергән телде йоторлоҡ бутҡалары, шулай уҡ Мөхәмәт, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарының конкурсҡа ҡуйылған ҡайнар ризыҡтарына ла юғары баһалар алды. Һәр табында тиерлек, сәй янына ҡуйылған күпереп бешкән бәрәмәстәр, йыуасалар, майлы ҡоймаҡтар, бәлештәрҙең һәр төрө, еләк-емеш ҡайнатмалары, тауҙай өйөлгән баллы сәк-сәктәр өлгөрбикәләрҙең йыйынға ентекле вә етди әҙерләнеүе тураһында һөйләй. Оҫта ҡулдар ижад иткән сувенирҙарға килгәндә инде, Шығай, Әзекәй ауылдарының төрлө материалдар ҡулланып эшләнгән әйберҙәре күҙ- ҙең яуын алырлыҡ ине.
Район кимәлендә өсөнсө тапҡыр үткәрелгән “Кәкүк сәйе” этно-байрамының һәр тѳрлѳ ярыштарына йомғаҡ яһалып, ниһайәт, еңеүселәрҙе тәбрикләр тулҡынландырғыс мәл дә етте. Әллә күпме ижади эҙләнеүҙәр, сабырлыҡ, уңғанлыҡ, ойоштороу һәләте талап иткән был ҡатмарлы конкурстар бер кемгә лә еңел бирелмәгәндер, моғайын. Шулай итеп, жюри фекеренсә, “Иң яҡшы кәкүк костюмы” номинацияһында Сермән, Шығай һәм Аҙнағол ауылдарынан килгән оҫталар иң-иңдәре тип табылһа, “Иң яҡшы кәкүк бейеүе”н Рысыҡай һәм Сосновка ауыл мәҙәниәт йорттары башҡарҙы. “Иң яҡшы кәкүк йыры”н Ҡоҙғон- Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонан Зәлифә Фазлетдинова йырлап ишеттерһә, “Иң яҡшы тотем” номинацияһы еңеүселәре тип, Шығай һәм Аҙнағол ауылы маһирҙары билдәләнде. “Иң яҡшы кәкүк сәйе рецебы” менән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы, шулай уҡ Ҡоҙғон-Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто ҡатын-ҡыҙҙары бүлешһә, “Иң тәмле кәкүк бутҡаһы” йәнә Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Мѳхәмәт ауылдары уңғанбикәләре тарафынан бешерелгән. “Иң яҡшы сувенир” ярышында ла иң күп мәрәйҙе шығайҙар, унан ҡала әзекәйҙәр йыйҙы. Еңеүселәр сағыу дипломдар менән билдәләнә барҙы. Байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Үткәл, Үҙәнбаш, Рысыҡай ауылдары мәҙәниәт йорттары, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы махсус дипломдарға лайыҡ булды. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, ҙур әҙерлек менән килеп еткән Бирҙеғол, Йѳйәк, Ғәбдѳк ауыл клубтары ла дипломдар алып ҡыуанды.
Еңеү һѳйѳнѳсѳнән дә, ҡояштың наҙлы иркәләүенән дә һѳйкѳмлѳ алланған бәхетле йѳҙҙәргә ҡарап, эй, кәкүк ҡошҡай, аҡ яулыҡтарға бѳркәнгән ил инәләренең йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, халыҡҡа иман-тәүфиҡ ҡайтыуын, илгә бәрәкәт, ырыҫ ҡуныуын теләп ҡылған изге доғалары ҡабул була күрһен инде берүк, тим.
Нәркәс СѲЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий