Һыйланғанда сама белегеҙ 29-12-2014, 15:15 / Байрамдар

Һыйланғанда сама белегеҙ

Яңы йылда һый-ниғмәткә тулы ѳҫтәл әҙерләргә күнеккәнбеҙ. Нисәмә тѳрлѳ ризыҡ әҙерләп тә, нисек һыйланмайһың! Әммә икенсе кѳнѳнә майонезлы салаттарҙы, майлы итте, татлы торттарҙы күпләп ашағандан һуң ашҡаҙандың ауыртыуына һәм, әлбиттә, спиртлы эсемлектәрҙе саманан тыш күпләп ҡулланғандан һуң баштың сатнауына түҙерлек тә әмәл булмай....
МӨНӘЖӘТ -ҒӘҘЕЛЛЕКТЕ, ИМАНДЫ, КИЛӘСӘГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ 29-12-2014, 10:32 / Байрамдар

МӨНӘЖӘТ -ҒӘҘЕЛЛЕКТЕ, ИМАНДЫ, КИЛӘСӘГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ

Сибай ҡалаһында Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллина икенсе йыл рәттән ҡала Мөнәжәтселәр конкурсын ойоштора. Быйыл беҙҙең райондан тәүге тапҡыр унда Үткәл ауылы ағинәйҙәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Үткәл ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Айһылыу Йомағужина ошо хаҡта һөйләй:...
Тылсым коткән Яңы йыл 29-12-2014, 10:05 / Байрамдар

Тылсым коткән Яңы йыл

24 декабрҙә ҡаланың Мәҙәниәт һарайында балалар ѳсѳн муниципаль район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙғарылды....
Мѳғжизәгә бай йыл килһен! 29-12-2014, 09:57 / Байрамдар

Мѳғжизәгә бай йыл килһен!

Йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан уҡыу алдынғыларын баш ҡалаға, Президент шыршыһына оҙатыу матур традицияға әйләнгән....
Аҙналылар, ҡаҙыштар бигерәк дәртле, тырыштар 23-12-2014, 09:12 / Байрамдар

Аҙналылар, ҡаҙыштар бигерәк дәртле, тырыштар

Аҙналы мәҙәниәт йортонда «Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы» исемле урамдар ярышы уҙҙы. Мәҙәниәт йылына арналған сараны художество етәксеһе Рәшиҙә Ғәйфуллина ойошторҙо һәм алып барҙы....
Үҙгәрештәр бары яҡшыға 22-12-2014, 14:50 / Байрамдар

Үҙгәрештәр бары яҡшыға

Бер урында утыҙ, ҡырҡ йыл эшләгән кешеләр ихтирам һәм хѳрмәт тойғоһо уята. Ниндәй ѳлкәлә эшләүҙәре лә мѳһим түгел. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар үҙҙәрен хеҙмәттәштәре менән бер бѳтѳн итеп тоя, коллективтың ҡаҙаныштарын шәхси уңыштарынан ѳҫтѳнѳрәк ҡуя. Был юлы ла маҡсатыбыҙ - муниципаль райондың загс бүлегендә утыҙ бер йыл эшләгән Юлия Николаевна Ситникова тураһында яҙыу. Әммә ул: “Минең турала ғына яҙыу дѳрѳҫ булмаҫ, коллектив тураһында яҙығыҙ”, - тип яуапланы һәм коллективы, эштәре тураһында һѳйләп алып китте....
ИҢДӘРЕНДӘ ҙур яуаплылыҡ 5-11-2014, 10:39 / Байрамдар

ИҢДӘРЕНДӘ ҙур яуаплылыҡ

Суд ҡарарҙарының үтәлешен тәьмин иткән, судта тәртип урынлаштырған, суд ҡарарын үтәмәй ҡасып йѳрѳгән алиментсылар һәм башҡа бурыслылар менән эш иткән суд приставтары бѳгѳн һѳнәри байрамын билдәләй....
Үткәл ағинәйҙәре эш башланы 24-05-2013, 09:10 / Байрамдар

Үткәл ағинәйҙәре эш башланы

Баймаҡ районында үткән Ағинәйҙәр ҡоро һәм был ҡорҙоң изге маҡсаттары, уны ауылдарҙа ойоштороу тәртибе тураһында аныҡлап яҙып сыҡҡайныҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа яңы йүнәлеште кѳтѳп кенә торған әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҙурҙан ҡупмай ғына ошо эште башлап та ебәрҙе. Мәҫәлән, Үткәл ауылынан Айһылыу Йомағужина хәбәр итеүенсә, был мәлгә улар байтаҡ йәмәғәт эше башҡарып ѳлгѳргән....
Ярамаған йолалар 25-12-2012, 08:50 / Байрамдар

Ярамаған йолалар

«Урал» гәзитендә Зилә Абзалованың «Башҡорт туйында яңы йолалар» мәҡәләһен уҡығас, үҙем күргән-ишеткән йәмһеҙ, килешмәгән йолалар тураһында яҙып үтергә булдым. ҮЛЕМГӘ КИЛТЕРГӘН ЙОЛА Бынан күп йылдар элек Илмәш ауылы кешеһе һеңлеһен күрше ауыл егетенә кейәүгә бирә. Туй үткәрергә баралар. Ул саҡта, урындағы йола буйынса, хужа кеше ҡунаҡтарҙың билдәләнгән кешеһен иҫертеп йығырға тейеш була. Ҡунаҡ ҡоҙа ярышыр ѳсѳн ҡустыһын билдәләй. Һин йәш, кѳслѳ, бирешмәҫһең, иҫереп йығылмаҫҡа тырыш, ти. Күрше ауылдыҡылар алдан хәстәрлек күрә. Йығылмаған ҡунаҡҡа икенсе тѳрлѳ эсемлек әҙерләйҙәр. Туй...
Йылан йылы килә 17-12-2012, 15:12 / Байрамдар

Йылан йылы килә

Яңы 2013 йыл көнсығыш календары буйынса Ҡара һыу йылан йылы. Уны нисек ҡаршы алырға? Астрологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. 2013 йылға йондоҙнамә беҙгә тотороҡһоҙлоҡ, күп үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Әммә яҡшы йәки насар яҡҡамы - уныһы үҙегеҙҙән һәм Яңы йылды нисек ҡаршы алыуығыҙҙан тора....