Хеҙмәт алдынғыһының урыны алда

Машина эшләү ѳлкәһендә Белорет предприятиелары һынатмай. Был ѳлкәлә ҙур ѳлѳш индергән, республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендә ныҡлы урын тотҡан “Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әлеге ваҡытта 300 кеше эшләй. Предприятиела эш хаҡы даими түләнә һәм ул райондағы иҡтисад буйынса уртаса эш хаҡынан юғары. БЗРП етәкселеге йыл да Машина эшләүселәрҙең һѳнәри байрамы алдынан “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсын үткәрә.

Быйыл да аҙна буйы барған ярышта заводтағы тѳп һѳнәрҙәр буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр махсус ҡорамалландырылған майҙандарҙа оҫталыҡтарын күрһәтте. Кѳсѳргәнешле ярышта 1-се цехтан сүкеү һәм преслау тимерсеһе А.Г. Мѳхәмәтғәлин, автомат һәм ярым автоматлаштырылған линия һәм станоктар операторы О.С.Евстифеева, пружинасы В.В.Лебедев, 2-се цехтан механик йыйыу эштәре слесары С.Ю. Маврин, рессорсы А.Н.Сѳләймәнов, 5-се участканан шымартыусы И.В. Семавина, автоматсы А.Б. Фазылов, 4-се участканан слесарь-ремонтсы А.И. Панков, токарь С.И. Рязанов, иретеп йәбештереүсе И.Ю. Әбүталипов, 3-сѳ участканан электр ҡорамалдарын ремонтлау буйынса электромонтер В.В.Кожин, 2-се участканан эҫе прокат станы идаралығы посы операторы А.В. Бобух “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсында еңеп сыҡҡан.

Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводының ѳлкән мастеры Миҙхәт Мѳғәллим улы Х Ә Н И П ОВ ҡ а “ Б а ш ҡ о рто с т а н Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Миҙхәт Хәнипов 1962 йылда Учалы ҡасабаһында тыуған. 1976 йылда яҙмыш еле уны Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә. 1980-82 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Алма-Ата политехник и н с т и т у т ы н а уҡырға инә. 1989 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес ремонт-механик заводында хеҙмәт юлын башлай. 1991 йылда тыуған яғына ҡайта һәм Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводына конструктор булып эшкә урынлаша. Аҙаҡ инде һуғыу һәм преслау цехында начальник урынбаҫары, ҡорамалдар цехында механик булып эшләй.

Әлеге ваҡытта ҡорамалдар буйынса ѳлкән мастер вазифаһын башҡара. Завод эше ҡорамалдарҙың
нисек эшләүенә туранан-тура бәйле, шуға ла Миҙхәт Мѳғәллим улы иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Ул ҡорамалдарҙың тѳҙѳклѳгѳнә, дѳрѳҫ ҡулланылыуына, инструменттар әҙерлегенә, ваҡытында ремонт һәм хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуға яуап бирә.
- Башҡа ѳлкәлә эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙҙең заводта эш хаҡы ваҡытында түләнә, яңы ҡорамалдар урынлаштырыла, заман технологиялары индерелә. Хәҙерге заманда машина эшләү ѳлкәһе йылдам үҫешә, компьютерлаштырыу хеҙмәтте еңеләйтеүгә булышлыҡ итә, - ти Миҙхәт Мѳғәллим улы.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий