Заман менән аҙымдаш

Уҡыусының бер кемдән дә кәм түгеллеген аңлатыу, үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышаныс уятырға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған уҡытыусылар маҡтауға лайыҡ. Уҡытыусы өсөн иң мөһиме — бала күңеленә дөрөҫ юл табыу, дәртен, өмөтөн һүндермәү. Уҡытыусы йөрәгенән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә, туған тел, һүҙ көсө ярҙамында, герой өлгөһөндә баланы тормошҡа әҙерләй, рух ныҡлығы, илһөйәрлек тәрбиәләй, уҡыусы күңеленә изгелек орлоҡтары һала.

Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужакова оҙаҡ йылдар инде Исмаҡай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Уҡыусыларға әҙер материал биреүгә ҡарағанда, яңылыҡты үҙҙәре эҙләп табыуҙарын һөҙөмтәлерәк тип уйлай ул. Балалар дәрестәге материалды яҡшы үҙләштерһен өсөн уларҙы китапханаға ылыҡтыра. Зифа Сибәғәт ҡыҙы мәғариф эшендә 40 йылға яҡын. Ошо йылдар арауығында ул үҙен заман менән аҙымдаш уҡытыусы итеп таныта. Һәр яҡлап үҫешкән, тормошта үҙ урынын таба алған, йәмғиәткә, ауылға файҙалы шәхестәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя ул. Эшендә балаларҙы тыуған төйәгенең, районының, ауылының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, тыуған ергә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүҙе мөһим бурыс тип иҫәпләй. Был йәһәттән ул балаларға төрлө иҫтәлекле урындарға экскурсиялар ойоштора, барған ерҙәрҙе фотоға төшөрөп мәңгеләштереп бара. Ауылындағы оло кешеләр тураһында мәғлүмәт туплап, уларҙың фотоһүрәттәре менән биҙәлгән альбомдар сығара.

Мәктәп музейына экспонаттар йыйып, зауыҡлы итеп урынлаштырыуға күп көс һалды. Күңелендәге туған телгә, тыуған яҡҡа, уның үткәненә, тарихын өйрәнеүгә сикһеҙ һөйөүҙе уҡыусыларына ихлас өләшә, туған телебеҙҙең киләсәгенә ныҡлы нигеҙ булдырыуға тос өлөш индерә. Үҙ эшендә яңы технологияларҙы ла ҡулланып эшләргә өйрәнеп алды ул. Уңған уҡытыусы Исмаҡай ауылының мәҙәниәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәт ветерандарын, ололарҙы тәбрикләү кисәләрен, концерттарҙы оҫта ойоштора. Сараларҙа моңло, наҙлы тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, ауылдаштарын һоҡландыра. Район күләмендәге төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға иренмәй ул. Һәр конкурстан призлы урындар алып ҡайта. Бына шундай егәрле, тырыш уҡытыусылар булғанда, ауыл һүнмәҫ, рухлы, тыуған яҡты һөйөүсе йәштәр үҫер.
Наилә ШАКИРОВА.
Исмаҡай ауылы.
Оставить комментарий