Башҡорт егете «ТАНЦЫ» телепроектында

ТНТ каналы ойошторған «Танцы» телепроектында Белореттан Роберт ӘМИРОВ ҡатнаша
Хәҙерге заманда таланттарҙы асыу ниәтендә бихисап конкурстар үткәрелә. Шулар араһынан иң популяр конкурстарҙың береһе - ТНТ каналы ойошторған «Танцы» телепроекты. Бына күптән түгел яҡташыбыҙ, башҡорт егете Роберт Әмиров ошо проектҡа кастинг үтеп, унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Роберт Белоретта тыуып үҫә, ҡаланың 8-се мәктәбендә белем ала. Ул бәләкәй сағынан уҡ бейеү менән мауыға. «5 йәшемдән үк атайым бейергә өйрәтә башланы. Ул үҙе йәш сағында брейк-данс менән мауыҡҡан. Шуға микән, бала саҡтан уҡ бейеүсе булырға ҡарар иттем. 10 йәшемдә ҡала Мәҙәниәт һарайына брейк-данс студияһына йөрөй башланым. Үҫкәс, яратҡан шөғөлөм һөнәремә әйләнергә тейешлегенә төшөндөм. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына уҡырға индем», - тип һөйләне Роберт үҙе тураһында.

Егет колледжда уҡыған мәлендә төрлө бейеү конкурстарында һәм батлдарҙа (кем яҡшыраҡ хәрәкәт итеү ярышы) ҡатнаша. Шуларҙың береһе “На крыльях таланта” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, призлы урын алһа, Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарылған бейеү конкурстарында Гран-приға лайыҡ була. Ә инде нисек итеп ТНТ каналы проектына барып эләгеүе тураһында Роберт былай тип һөйләне: «Проектҡа барып эләгеүем көтмәгәндә килеп сыҡты. Төмәндә йәшәгән инәйем, ҡалала «Танцы» проектының һайлап алыу кастингы буласағы тураһында хәбәр итте һәм миңә унда ҡатнашып ҡарарға кәңәш биреп, “Вконтакте” битенә анкета ырғытты. Мин уны тултырып тейешле адрес буйынса ебәрҙем. Күп тә үтмәй проектты
ойоштороусылар минең менән бәйләнешкә сыҡты һәм Төмәнгә кастингка саҡырҙы. Унда һайлап алыу турын үткәс, компетентлы жюри - Егор Дружинин һәм Мигель алдында сығыш яһау өсөн Екатеринбургҡа саҡырылдым. Кастингта 300 ҡатнашыусы үҙ һөнәрен күрһәтте. Әлбиттә, бик тулҡынландым, әммә унда яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның булыуы, яҡташтарса йылы һүҙҙәре рухи көс өҫтәне. Сығышымдан һуң «Вы в «Танцах!» - тигән һүҙҙәрҙе ишетеү үҙе бер еңеү кеүек тойолдо».

Роберттан ниңә «Мистер Фрик» псевдонимы аҫтында сығыш яһауы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. “Freak - инглиз телендә йәмһеҙ, шѳкәтһеҙ тигәнде аңлата. Үҫмер саҡта үҙемдә комплекс килеп тыуҙы, етмәһә, тулы кәүҙәле булдым. 16 йәшемдә 93 килограмм тарта инем. Ныҡлап бейеү менән шѳғѳлләнә башлағас, формаға индем. Әммә үҫмер саҡтан күңелемдә оялаған кәмселек комплексы ҡайһы саҡта үҙен һиҙҙереп тә ҡуя ине. Һүҙ ҙә бик ҡыҙыҡ яңғырай,” - тип йылмайҙы ул.

Бейеү донъяһын яуларға ниәтләнгән Роберт әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Fusion» һәм «Лидер кидс» бейеү студияларында хореограф булып эшләй. Һәр бейеүсенең кумиры була. Роберттың да бейеү донъяһында һоҡланған, үҙенә кумир итеп алған кешеләре бар. Улар - Франциянан Salah, Канаданан Greenteck һәм, әлбиттә, ҡабатланмаҫ йырсы, бейеүсе Майкл Джексон. Егет үҫмер сағынан уҡ ошо мәшһүр бейеүселәргә һоҡланып ҡарай. Уларға оҡшарға ынтыла. Ысынлап та, хыялдар ҡасан да тормошҡа аша. 21 йәшлек замандашыбыҙ уңыштарға нәҡ тырышлығы арҡаһында ирешкән. Тиҙҙән уның ТНТ телеканалы проектының II турында сығыш яһауын бөтә Рәсәй халҡы күҙәтәсәк. Уңыштар һиңә, Роберт!
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий