Рәсәй ДОСААФ-ы лайыҡлы шоферҙар әҙерләй

26 октябрь - Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ. Шул уңайҙан Белорет районы һәм ҡалаһының водителдәр әҙерләгән Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбе начальнигы Зәбир Шакир улы ӘХИБЗЯНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Беҙҙең район-ҡалала тәүге автомобиль мәктәбе нисек һәм ниндәй шарттарҙа асылған?

- Белорет ҡалаһында тәүге тапҡыр “Форд-Т” автомобиле 1927 йылда килеп сыға. Уның йѳрѳтѳүсеһе һәм район-ҡаланың беренсе шоферы Михаил Егорович Семавин булған. Бер нисә йылдан элекке металлургия заводы “Форд-АА”, “АМО-Ф-15”, “АМО-3” тигән йѳк машиналары алғас, водителдәр кәрәк була. Михаил Семавин етәкселегендә металлургия заводы гаражында шоферҙар курсы ойошторола. 1950 йылда СССР ДОСААФ-ының Ѳфѳ ав- томотоклубы базаһында Белоретта СССР ДОСААФ-ының автомобиль мәктәбе филиалы асыла. Унда Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары, отставкалағы офицерҙар курсанттарға белем бирә, шул уҡ ваҡытта автомобиль мәктәбенең бер ҡатлы
бинаһын тѳҙѳйҙәр. Йылдар үтеү менән автомәктәпкә тѳкәтмә һәм икенсе, ѳсѳнсѳ ҡаттар ѳҫтәп тѳҙѳлә. 1977 йылда Белорет автомобиль мәктәбе юғары кимәлдә уҡыу-материаль базаһы туплағаны, Ватанға лайыҡлы һалдаттар әҙерләгәне ѳсѳн “СССР ДОСААФ-ының ѳлгѳлѳ мәктәбе” исеменә лайыҡ була. Артабан 80-се йылдар аҙағы 90-сы йылдар башында үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ДОСААФ ѳлкә-һендә лә үҙгәрештәр булды, ул мәктәптең үҫеүенә түгел, ә ҡыйралышына килтерҙе. 2000 йылдарҙан ғына яйлап аяҡҡа баҫтыҡ. Ниһайәт, 2012 йылда “Рәсәй ДОСААФ- ының ѳлгѳлѳ мәктәбе”, тигән юғары исемде кире ҡайтарҙыҡ.

- Зәбир Шакирович, һеҙ Белорет ДОСААФ-ында ҡасаныраҡ эшләй башланығыҙ, уның үҫешендә ролегеҙ?

- 25 йыл Совет армияһына хеҙмәт иткәндән һуң, 1990 йылда Белорет СССР ДОСААФ-ына эшкә килдем. Бер йылдан автомобиль мәктәбе РОСТО тип үҙгәртелде. Был йылдарҙа бик ауыр мәлдәр кисерҙек, әммә бирешмәй, быға тиклем нигеҙ һалынған уҡыу-материаль базаһын һаҡлап ҡалып, артабан уны байытыуға, курсанттарға профессиональ, юғары кимәлдә белем бирергә кѳс һалдыҡ. Эйе, беҙҙә 20-шәр, 30-ар йыл стажы булған белгестәр эшләй. Улар ярҙамында автомобиль мәк- тәбендә уҡытыу сифатын күтәрәбеҙ. 2009 йылда мәктәпкә Рәсәй ДОСААФ-ы тигән исем кире ҡайтарылды. Һуңғы тиҫтә йылда ДОСААФ-ты үҫтереүҙә, заман шарттарына ҡулайлаштырыуҙа бик күп эштәр башҡарылды. Кластар компьютер, интерактив таҡта, ҙур диагоналле телевизорҙар һәм башҡа заман техникалары менән йыһазландырылды. Ауылдарҙан килеп уҡыған курсанттар ѳсѳн яҡшы шарттар булдырылған дѳйѳм ятаҡ эшләй. 2012 йылда ДОСААФ-тың музейын булдырҙыҡ.

- Һеҙҙең автопаркта машина күпме, уларҙы нисә йыл һайын алмаштырып тораһығыҙ?

- Бѳтәһе 30-лап автомобиль. Уларҙың яртыһы армия йѳк машиналары булһа, ҡалғаны еңел машиналар. Бынан тыш, һәр класта автотренажерҙар бар. Еңел автомобилдәрҙең яртыһы сит ил машинаһы. Мѳмкинлеккә ҡарап, йыл һайын яңы автомобилдәр алырға тырышабыҙ. Быйыл Оборона министрлығы яңы ѳс йѳк машинаһы бүлде.

- Экстремаль шарттарҙа автомобиль йѳрѳтѳү оҫталығы буйынса махсус уҡытаһығыҙмы?

- Ике йыл элек экстремаль шарттарҙа автомобиль йѳрѳтѳүселәр курсын булдырғайныҡ. Тулы тѳркѳм
йыя алмаһаҡ та, теләүселәрҙе уҡыттыҡ. Әммә, уҡырға теләгәндәр әҙ булғас, был эш туҡтап ҡалды, әлбиттә, тѳркѳм йыйырға мѳмкинлек булһа, уҡытыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

- Йыш ҡына гәзит биттәрендә, Интернет селтәрендә хәҙерге заманда лайыҡлы водителдәр әҙерләмәүҙәре хаҡында яҙалар, был фекергә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?

- Мин был фекер менән тулыһынса ризалашам, сѳнки бѳгѳнгѳ кѳндә шәхси автомобиль мәктәптәре күбәйҙе. Уларҙың тейешле кимәлдә уҡыу-материаль базаһы, юғары белемле белгестәре, автодромы юҡ. Күптәре подвалдарҙа ғына урынлашҡан, хатта экономия ниәтендә штатҡа 5-6 кешенән дә артыҡты алмайҙар. Уларҙың маҡсаты күберәк аҡса эшләүгә ҡоролған. Бындай мәктәп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лайыҡлы шофер әҙерләй алмай. Закондағы яңы үҙгәрештәр шәхси мәктәптәрҙең ябылыуына килтерәсәк.

- Һуңғы йылда ДОСААФ-ҡа ҡағылышлы законда ниндәй үҙгәрештәр булды?

- Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан 2014 йылдың 11 авгусында водителдәр әҙерләү буйынса яңы талаптар менән 28 миҫалдан торған программа ҡабул ителде. Ошо приказға ярашлы, беҙ быйылғы уҡыу йылынан яңы программа менән уҡыта башланыҡ. Яңы предметтар индерелде, хәҙер теория ҡыҫҡартылған, ә практика күберәк буласаҡ. Яңы талаптар буйынса автомобиль мәктәбенең махсус йыһазландырылған кластары, автодромы һәм тейеш- ле кимәлдә уҡыу-материаль базаһының булыуы мотлаҡ.

- Зәбир Шакирович, әңгәмәне йомғаҡлап, йәш автомобиль йѳрѳтѳүселәргә ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

- Әгәр шофер һѳнәрен һайлағанһығыҙ икән, үҙ һѳнәрегеҙгә ғүмер буйы лайыҡлы булып ҡалырға тейешһегеҙ. Беренсенән, уҡыу йортонда уҡ күңел һалып белем алырға, уҡыуға етди мѳнәсәбәттә булырға саҡырам. Иң мѳһиме алған белемегеҙҙе онотмай, камиллаштырырға кәрәк. Бѳгѳн автомобиль транспорты бик күп, шуға күрә юлда бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ һәм юлдашығыҙҙы ихтирам итегеҙ. Байрам менән, хѳрмәтле автомобиль транспорты йѳрѳтѳүселәр!

- Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Һеҙгә лә эшегеҙҙә уңыштар һәм күберәк уҡыусылар теләп ҡалабыҙ!
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий