Ҡояшлы егет

Ҡояш һымаҡ балҡып, тирә-йүндәгеләргә нурҙарын һирпеп йәшәгән кешеләр була. Улар менән һинең бѳтә ҡайғы-хәсрәттәрең юғала, аралашыуҙан үҙеңде бер яҡты, мѳғжизәле донъяға килеп эләккәндәй хис итәһең.

Тимер юл ауылында ла шундай үҫмер йәшәй. Ул - XI класта уҡып йѳрѳгән Илфир Нухов. Был егет менән Әхмәр мәҙәниәт йортонда танышып киттек. Ул сығыш яһағанда залда бер тауыш әҫәре ишетелмәне, сѳнки бѳтәһе лә уға ҡарап һоҡланды. Йѳҙѳнән ихласлыҡ, йылмайыу китмәгән егеттең тауышы ла яғымлы, моңло. «Афарин, был бит беҙҙең егет!» - тигән һүҙҙәр менән алҡышланылар уны. Баҡтиһәң, Илфир Әхмәрҙә йәшәгән олатай- ѳләсәйҙәренә килеп йѳрѳй икән. Әхмәрҙәр алдында тәү ҡат сығыш яһай. Кескәйҙән алсаҡ, аралашыусан, кешелекле, ярҙамсыл булып үҫкән егетте бигерәк тә ѳлкән йәштәгеләр яҡын күрә: Илфир һәммәһе менән дә йылмайып иҫәнләшә, хәл-әхүәл һораша. Ныҡышмал, уңған һәм тырыш та ул, спорт менән шѳғѳлләнә. Бәләкәйҙән йырларға әүәҫ егет баянда уйнарға ла ѳйрәнә. «Ат йәнле» тиҙәр уның тураһында, сѳнки Илфир ат ярата.

Мѳмкинлек килеп сығыу менән Әхмәрҙә мал тотҡан олатаһына ашыға, уға ярҙамлаша. Тимер юл ауылында йәшәгән Фәүзиә Ғәбдинур ҡыҙы менән Ғәлим Лут улы Нуховтар улдары Илфир менән ғорурлана ала. Һәр яҡлап та килгән ҡыҙҙары Регина ла юғары уҡыу йортон тамамлап, финансист булып эшләп йѳрѳй. Киләсәктә ниндәй генә һѳнәрҙе һайлаһа ла, Илфирҙың һәйбәт кеше һәм тырыш эшсе, хеҙмәткәр булырына шик юҡ, сѳнки ул был яҡты донъяға изгелек, яҡшылыҡ, матурлыҡ ѳләшер ѳсѳн тыуған. Бѳтә изге уй-ниәттәрең тормошҡа ашһын, Илфир!
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Н. ШӘРИПОВА фотоһы.
Оставить комментарий