“Ағинәйлек – өлгөлө йәшәү рәүеше”

Ошо йылдың 25 ноябре Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа республикабыҙҙың 15 районы һәм ҡалаһынан йыйылған ағинәйҙәр йыйыны булып үтте. Бөгөнгө көнгә Хәйбулла районының 54 ауылының 37-һендә Ағинәйҙәр ойошмалары гөрләп эшләй. Райондың мәҙәни үҙәге методисы Минзифа Ишемғолова етәкселегендә, Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәил Ибраһимов ярҙамы менән ил үрнәге булып торған 160 ағинәй ауылдарының ғына түгел, райондың бәҫен күтәрешә, иманын һаҡлай, иртәгәһе көнөн хәстәрләй. Бер төптән, бер уйҙан башҡарылған эштең һөҙөмтәһе хужаларҙы ғорурландырырлыҡ, ҡуанаҡтарҙы һоҡландырырлыҡ.

Ағинәйҙәр ҡоро эшендә Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты С.Мырҙабаева, “Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Г.Янбаева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары Х.Ишморатов, танылған яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре М.Бураҡаева, Г. Әлибаева ҡатнашты.

Хужалар ҡунаҡтарҙы ҡаршылау йолаһын атҡарыу менән «Хәйбулла бренды»на әйләнеп барған шәл бәйләү күргәҙмәһен асып ебәрҙеләр. Ун биш райондан йыйылған ғәмде саҡ һыйҙырған фойеның бер яғында Вәзәм ауылының оҫта ҡуллы ағинәйҙәр ағзалары, күбеһенсә Суриналар, мамыҡ тетә, иләй, станок артында мамыҡ шәл һуға. Бер үк ваҡытта һәр ауылдың шәл бәйләүселәре уртаға, ҡунаҡтар алдына сыға тора, кис ултырыуҙарҙа башҡарыла торған таҡмаҡ-йырҙарын йырлай, бейегәне бейеп, дилбегәне күршеһенә тоттора тора. Бик ҡыҙыу, бер тынала башҡарылды шәл бәйләүселәрҙең сығыштары. Артабан ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән станокта шәл һуғыуҙы ҡараны, оҫталарға һорауҙар бирҙе.
Шәл һуғыу был яҡтарҙа ла онотолоп бөтөп барған булған. Республикала танылған фольклорсы, телсе Сәрүәр Сурина Вәзәм ауылында тыуып үҫкән. Халыҡ йолаларын, ҡул эштәрен тергеҙеү программаһына нәҡ уның юллауы буйынса Вәзәм ауылында шәл һуғыу тергеҙелә лә инде.

“Ҡулға - ҡул тотошоп эшләйбеҙ”
Хәйбулла районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ишемғолова Минзифа Ибраһим ҡыҙы райондың мәҙәни үҙәге методисы булып эшләй һәм 37 ауылдың ойошмаһы менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә. Уның ялҡынлы телмәренән өҙөк килтерәйек:
- Беҙгә ойоштороу эшен башлауҙа Баймаҡтан Луиза Ҡаһарманова, Гөлфиә Янбаева ҙур ярҙам күрһәттеләр. Баймаҡтан, Әбйәлилдән ҡайтыу менән муниципаль район хакимиәте башлығы, хакимиәт башлыҡтары, мәҙәниәт бүлеге, урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты етәкселәре менән кәңәшләштек, план төҙөнөк.

Баштан уҡ мәҙәниәт йорттары, китапханалар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, фольклор түңәрәктәре ағзалары менән берлектә Ағинәйҙәр ҡорҙарын ойошторорға, күтәрергә, уның изге маҡсаттарын халыҡ араһында таратырға , тигән бурыс ҡуйҙыҡ. Ике йылға яҡын ваҡытт шәл һуғыусы, шәл бәйләүселәребеҙ менән, унан йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе менән хатта Рәсәй кимәлендә үткән оло йыйында ҡатнаштыҡ. Ошо ваҡыт арауығында ғына онотола башлаған ситән үреү, ҡорот баҫыу, ҡайны-ҡайнағаға, ҡәйнештәргә бүләк сигеү, ҡарбуз үҫтереү, ат менән балсыҡ баҫыу, ҡаҙ, тауыҡ оялары үреү, һарыҡ ҡырҡыу конкурстары ойошторҙоҡ. Ауылдар был яңылыҡҡа сәмләшеп тотондо, береһен - береһе уҙҙырырға тырышып, яңы идеялар менән сығалар, уларҙы хатта 80 йәшлектәр ҙә күтәреп алырға тора. Был матур эштәрҙең барыһын да беҙ балалар алдында, үҫмерҙәр ҡатнашлығында эшләйбеҙ, тимәк, уларҙы ла сәләмәт йәшәү рәүешенә үҙ үрнәгебеҙҙә тәрбиәләйбеҙ. Аллаға шөкөр, хәҙер ағинәйҙәребеҙҙе, ә улар араһында уҡытыусы-ветерандар ҙа, эшләп йөрөүсе уҡытыусылар, китапханасылар, хужабикәләр, өләсәйҙәр ҙә бар, йәйен профилле лагерҙарға, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә саҡыралар, тәрбиәүи класс сәғәттәренә йәлеп итәләр. Икенсе һабантуй ағинәйҙәрҙең йола күрһәтеүҙәре, бәйләгән,сиккән, баҫҡан, һуҡҡан, теккән ҡул эштәре, бешергән милли аҙыҡтары менән өсләтә байыны. Мәҙәниәт йорттары, клубтарҙың эше лә ағинәйҙәрҙеке менән үрелеп барып, күҙ ҡамаштырырлыҡ сағыу була бара. Район етәкселеге, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре ярҙамында матур милли кейемдәр тектертәбеҙ.

Ауылдарыбыҙ берҙәмлеге менән дан тота. Кеше айырыу, теге йәки был кәмселеген эҙләү кеүек яман әйберҙәр юҡ. Шуға ла ағинәйҙәр ҡолас йәйеп яңынан-яңы ағзаны үҙ араһына индерә һәм уның иңенә яуаплылыҡ һалып, ҙур ышаныс күрһәтә. Был иһә үҙ сиратында иң яҡшы дәртләндереү һәм тәрбиәләү ысулы булып та тора. Әбеш ауылы китапханаһына аҙнаһына ике тапҡыр йыйылышып, яңы гәзит-журналдар менән танышалар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте, әҫәрҙе тикшерәләр.Әбеш ауылы хәҙер йәйен гөл-сәскәгә күмелә, хатта йәйен бер тамсы ямғыр яумаһа ла...Был ауылдың ағинәйҙәре эскән ғаиләләргә, кешеләргә лә инеп, аңлатыу эше алып баралар. Үткән йыл Сибайҙа булған Мөнәжәтселәр конкурсының Гран-при-һын да әбештәр яуланы. Ағинәйҙәр ойошмаһы ауылдарыбыҙға ҡот ҡойҙо, үҙҙәренең һәм балаларының тормошон рухи яҡтан байыта, ауылына, йортона, иленә йәм һәм йән өрә, - тине Минзифа Ишемғолова.

Ил - йортобоҙға яҡшы хужа булайыҡ
Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның сығышы ла фәһемле булды.
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (конгерсына) төрлө ҡараш йәшәй. Ә бына иң төптән төшөп халыҡтың рухын уятыу, уларҙы йоплап ошондай матур эштәргә әйҙәү, хатта оло кешеләрҙең иле - ауылы, балаларының иртәгәһе өсөн кәрәкле шәхес булыуына инандырыу ғына ла аңлағандар өсөн бик ҙур эш.
Фельдшерҙар менән осраштыҡ, ғәҙәттә ауылдың тән һәм рух сәләмәтлеген иң беренсе улар белә. Ауылдарҙа негатив күренештәр күп әлегә. Ауыл йәштәренең байтаҡ өлөшө яман ғәҙәттәргә бирелә, эшһеҙлек, үҙенә кәрәкле урын тапмау ҙа кире һөҙөмтә бирә. Минеңсә, ағинәйҙәр янында аҡһаҡалдар ҙа бергә йөрөргә тейеш, юҡһа, улар бит уландарға, ейәндәргә өлгө күрһәтергә бурыслы. Дәүләт Думаһында 7 йыл эшләү осоронда халыҡтың рухын күтәреүгә ҡағылышлы закондар ҡабул итеүҙә бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә Хөкүмәт тарафынан йәмәғәт ойошмаларына ҙур иғтибар бирелә. Гранттар булдырыласаҡ, өҫтәлмә рәүештә республика, федераль кимәлдә конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ.

Һуңғы йылда “Йәмәғәт контроле тураһында» Федераль Закон өҫтөндә күп эшләнек. Хәҙер ул закон бар һәм йәмәғәтселәр өсөн был бик ҙур ярҙам буласаҡ. Мәҫәлән, ауылдарҙа аңлатмай-нитмәй мәктәпте, фельдшер-акушер пункттарын ябалар икән, Ағинәйҙәр ойошмаһы юғары етәкселәргә, депутаттарға сығыу хоҡуғына эйә. Тотош йәмғиәтебеҙ сәләмәт йәшәһен өсөн беҙ бөгөн һәр өмкинлекте белергә, өйрәнергә, бер-беребеҙгә аңлатырға, уларҙы мәлендә файҙалана ла белергә тейешбеҙ, - тине С.Мырҙабаева һәм Хәйбулланың иң әүҙем эшләгән ағинәйҙәренә Мәскәү бүләген – Павло-Посадское суҡлы шәлъяулыҡтарын япты.

“Тарих арбаһында үҙ йырыбыҙҙы йырлап барһаҡ ине»
Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов үҙенең телмәрен кинәйәле һүҙ менән башланы.
Ағинәй тип әйтһәләр, минең күҙ алдыма шунда уҡ Мостай ағайҙың Оло инәйе күҙ алдыма килә лә баҫа һәм ағинәйҙәр араһында уны күрмәмме икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тыуа. Оло инәйҙең ролен, уның образын беҙҙең быуын кешеләре тулыһынса аңлай, ә бына бөгөнгө йәштәргә, хатта йәштәрҙән өлкәнерәктәренә лә ҡайһы берҙә быны аңлатыуы ауыр. Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Әҙер рецепттар юҡ, ә бына Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының үҙен йәлләмәй, райондан-районға йөрөп, ошо ойошманы ойоштороуы тик маҡтауға лайыҡ. Халҡыңа мөхәббәт бумаһа, былай янып эшләп булмай. Хакимиәт башлығы Рәил Хазиморат улына ла ҙур рәхмәт.
Бөгөнгө көндә йәмәғәт ойошмалары Дәүләт органдары менән бергә эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа мәктәп, башҡа социаль йүнәлешле обьекттарҙы ябыу – ауылдың киләсәген юҡ итеү булыуын да онотмайыҡ, - тине.
Х.Ишморатов үҙенең сығышын тамамлап, телебеҙҙең, ер-һыуҙарыбыҙың ҡәҙерен белергә, һаҡларға һәм яҡларға саҡырҙы, ауылы әхләге, рухы һағына баҫҡан әсәләргә, өләсәйҙәргә оло ихтирамын еткерҙе, уңышлы эшләүселәргә ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

“Тарихыбыҙҙа ҡаҙынайыҡ...»
Әҙер рецебы ла, программаһы ла юҡ ине Ағинәйҙәр ойошмаһының, - тип башланы һүҙен Гөлфиә Янбаева. – Әсәйем беҙҙе гелән тәбиғәткә тартты. Ишембай районының Торатау буйында элгәре шишмәләр күп булған, тиҙәр. Әсәй ҡырға гелән таяҡ тотоп сығыр ҙа, аҙым һайын тигәндәй ҡаҙынып ҡарап: “Ошонда шишмә була торғайны», ти торғайны. Әсәйемдең шул ғәҙәте ҡаныма һеңгәндер, тим. Тарихыбыҙҙа, йолаларыбыҙҙа ҡаҙыныу, уларҙы тергеҙеү – иң тәүҙә ошо ойошмаларҙың программаһына нигеҙ булды. Бына хәйбуллалар, баймаҡтар, әбйәлилдәр ҙә ҡаҙына башланы бит тарихтарында, ата-бабалар ҡалдырған мираҫтарында. Әкренләп учалылар, белореттар, бөрйәндәр һәм башҡалар ҙа ҡушылды был изге хәрәкәткә.
Әсәйҙең таяҡ осонан шишмә бәреп сыҡмаһа ла, халыҡтың хәтерендә, боронғо әйберҙәрҙә һаҡланған хәтере терелә бит күҙгә күренеп! Баймаҡта ағинәйлек, аҡһаҡаллыҡ йәшәү рә-үешенә әйләнгән.

Әле башланмаған эштәр бихисап. Ауылдарҙа буйҙаҡтар күп, төрлө шөғөлдәргә йәлеп итеп, ситтә йөрөгән ирҙәрҙе ҡайтарайыҡ, үҫеп килгән быуынға тик матур өлгө булыуҙы иң ҙур бурыс итеп ҡуяйыҡ! Баймаҡ ағинәйҙәренең бер сере менән бүлешәйем: ниндәй ҙә булһа сараны, байрамды, хәрәкәтте, конкурсты бынамын итеп, еренә еткереп әҙерләп бөтәләр ҙә, атҡарыу өсөн дилбегәне ирҙәргә тотторалар. Бына был да бик тәрән аҡыл...Ирҙәр йәмәғәт эшенән ситтә ҡалырға тейеш түгел, ә уның уртаһында ҡайнарға бурыслы.
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы ағинәйҙәр ойошмаһының яңы ағзаларына Танытмалар тапшырҙы.
Ағинәйҙәрҙең, мәҙәниәт йорто таланттарының һәр сығышын залда ултырыусылар көслө алҡыштарға күмде. Байрам табыны артында алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән 15 район вәкилдәреннең һәр береһенә һүҙ бирелде. Әхирәттәрсә йылы аралашыу, ҡара-ҡаршы бүләк бирешеүҙәр, Мәрйәм апай Бураҡаеваның ағинәйҙәрсә мәғәнәле һүҙе – барыһы-барыһы әкиәти матур күренеш булып күңел төбөндә ҡалды.

ххх
Белорет районынан был йыйынға Асы ауылы хакимиәте биләмәһе башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова, Сермән моделле китапхана мөдире Мусина, Берештән эшҡыуар Азат Абдуллин барҙы.
З.Абзалова.
Оставить комментарий