Ағас — тамыры, кеше - нәҫеле менән

Һәр ағас тамыры менән кѳслѳ булған кеүек, кеше яҙмышы ла нәҫеленең ниндәй булыуына бәйле. Бының шулай икәнлегенә сығышы менән Асынан булған, бѳгѳнгѳ кѳндә Белоретта ғүмер кисергән Сабир Хәбибулла улы ҒИЛМАНОВ менән танышҡандан һуң инандыҡ. Ысын башҡорт ир-егеттәренә хас сифаттар уға ата-әсәһенән, олатай-ѳләсәһенән, бабайҙарынан күскән. Сабир ағайҙың атаһы - мулла, ә олатаһы хатта указлы мулла була. Ә ҡайҙа иман - шунда әҙәп тә, тәртип тә барлығы һәр кемгә мәғлүм.

Шуға ла Хәмиҙә Хаммат ҡыҙы менән Хәбибулла Шаһивәли улы Ғилмановтарҙың дүрт улы һәм бер ҡыҙы тәрбиәле, тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр булып үҫә һәм башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ ғүмер кисерә. Дүрт улдары ла юғары белем алып (Сабир ағай ике юғары белемгә эйә), халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеп, бына тигән балалар үҫтереп, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашып йәшәй. Бабайҙары Арыҫлан Мѳбәрәковтан ѳлгѳ алып, уның менән ғорурлана улар. Сабир Хәбибулла улының яҙмышы комсомол, партия, мәғариф һәм эске эштәр органдары менән тығыҙ бәйләнештә була. Инйәр урта мәктәбен һәйбәт билдәләргә тамамлаған егетте Исҡушты мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Шунан армия сафына алына. Секретлы часта хеҙмәт иткән егетте Свердловск ҡалаһына тиҙләтелгән радиотехник хәрби училищеға уҡырға ебәрәләр. Армиянан һуң медицина институтына уҡырға инә. Ике курсты тамамлағас, атаһы сирләп китеү сәбәпле, ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була.

Ямашты мәктәбендә уҡытып йѳрѳгәндә ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ошо уҡ мәктәптә директор вазифаһын башҡара. Һуңынан уны Белорет урман комбинатына комсомол эшенә, аҙаҡ райкомға яуаплы секретарь итеп алалар, һуңынан ойоштороу бүлегенә инструктор итеп күсерәләр. Райком эшен туҡтатҡас, милицияға эшкә ебәрелә. 18 йыл 6 ай ошонда эшләп, майор званиеһында пенсияға сыға. Хаҡлы ялға сыҡҡас та район хакимиәтенең ойоштороу бүлегендә, 4 йыл судта хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫар, 3 йыл башҡорт гимназияһында уҡытыусы булып эшләп ала. «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ булған Сабир Хәбибулла улы Ғилманов күп һанлы Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, «Милиция отличнигы»
знагы, «Граждандар оборонаһы отличнигы» миҙалдары менән бүләкләнгән. Намыҫлы, принципиаль, юғары әхлаҡлы булыуы менән ихтирам һәм хѳрмәт ҡаҙанған аҡһаҡал әле лә ҡул ҡаушырып ѳйҙә ултырмай, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Тормош иптәше Хәҙисә Хәсән ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар башҡорт театрының алыштырғыһыҙ артистары булып торалар. Сабир ағай ѳҙҙѳрѳп гармунда уйнаһа, Хәҙисә ханым уға ҡушылып йырлай. Эшендә лә, шәхси тормошонда ла гармонияға ѳлгәшкәндәр бик һирәк. Улар тап ошондайҙар рәтендә. Балалары менән дуҫ, татыу, аралашып йәшәйҙәр. Уларҙың барыһы ла юғары белем алып, юғары урындарҙа эшләп йѳрѳй, үҙҙәре лә бына тигән балалар үҫтерә. Бѳгѳнгѳ кѳндә Хәҙисә апай менән Сабир ағай ѳс ейәнсәрҙе башҡорт рухлы итеп үҫтереүгә ҙур кѳс һала. Исмаҡайҙа тыуып үҫкән Хәҙисә апай туғаны, халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматов менән, Сабир ағай СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мѳбәрәков менән ғорурланып, килер быуындарға ѳлгѳ итеп ҡуйып йәшәйҙәр. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ике ҡатлы ҙур йорт тѳҙѳп, бына тигән баҡса үҫтереп йәшәй улар. Мал тотмауҙарына ла бер-ике йыл ғына.

- Аллаға шѳкѳр, күҙ тейеп кенә ҡуймаһын инде, тормош иптәшемдән шул тиклем уңдым, балалар, ейәнсәрҙәр һѳйѳндѳрѳп кенә тора, - ти Хәҙисә Хәсән ҡыҙы ихлас йылмайып. - Асынан, Исмаҡайҙан туғандарыбыҙ, уларҙың балалары килеп тора, тимәк, һәммәһе лә беҙҙе үҙ итә. Шуға ҡыуанып бѳтә алмайбыҙ. Бына тормош иптәшемдең юбилейына хатта алыҫ араларҙан килергә теләк белдерәләр. Беҙҙе яраталар, хѳрмәт итәләр икән, тимәк, ғүмер заяға уҙмаған. Беҙ ҙә ошо кѳндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән Сабир Хәбибулла улы Ғилмановты ихлас ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий