БОКС - ир-егеттәр генә спорты түгел...

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Урал аръяғы, кѳньяҡ-кѳнсығыш райондары спортсыларының бокс буйынса Яңы йыл турниры булып үтте. Унда ҡаланың 3-сѳ мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Лира Ҡаһарманова үҙ ауырлыҡ категорияһында (40 кг) I урынды яулап, «Байсура» физкультура- һауыҡтырыу комплексы администрацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Бер ай элек, декабрҙә, Ѳфѳлә бокс буйынса биш кѳн буйы барған Башҡортостан Республикаһы Беренселегендә Лира 1999-2000 йылғы ҡыҙҙар араһында кѳс һынашыуҙа II урын алғайны. Ҡарама беләккә, ҡара йѳрәккә, тигән кеүек, ҡарамаҡҡа нәҙекәй генә, ҡыйыуһыҙ ғына күренгән ҡыҙҙың бокс буйынса ла, дзюдола ла үҫмерҙәр араһында II разрядҡа эйә булыуына ышанғы ла килмәй хатта. Тейешле кейемдәрен кейеп, аренаға менеп баҫһа, танымаҫһың да, ғәйрәтле, уйнаҡлап торған ҡоралаймы ни. Үҙе яратҡан, күп кѳс, туҡтауһыҙ күнекмәләр, таҫыллыҡ талап иткән спорт тѳрѳ хаҡында ихлас әңгәмәләшә Лира.

- Егеттәр генә шѳғѳлләнерлек боксты нисек үҙ иттең ул? Ҡыҙыҡай оялсан йылмая, күҙҙәре осҡонланып китә.

- Дүрт йыл элек дзюдоға йѳрѳй башлағайным. Унда ла тѳрлѳ ярыштарҙа ҡатнаштым. Үҙебеҙҙә, Учалыла, Туймазы ҡалаларында II, III урындар алдым. Бер мәл бокс күнекмәләрен ҡарап торғайным, оҡшаттым да ҡуйҙым. Тренерым Дмитрий Васильевич Островский ярҙам итә. Класс етәксем Анна Анатольевна Сагарда — физкультура уҡытыусыһы. Спортҡа ныҡлап ул ылыҡтырҙы.

- Сибайҙағы турнирҙа һинең кеүек боксер ҡыҙҙар күп булдымы?

- Инйәр, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Аҡъяр, Магнитогорск спортсылары ҡатнашты. Бокста ҡыҙҙар әҙ йѳрѳй ул. Малайҙар менән дә кѳс һынашабыҙ. Әйткәндәй, Лира Ҡаһарманова уҡыуҙа ла иң-иңдәр рәтендә. Тик «5» билдәләренә генә ѳлгәшә. Яратҡан фәндәре - физика, математика. Шулай уҡ башҡорт, рус теле олимпиадаларында күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙарын алған. Башҡорт теле уҡытыусыһы Зѳһрә Нәзип ҡыҙы Батырова етәкселегендә ѳс йыл рәттән «Урал батыр» эпик әҫәрен һѳйләү конкурсында ҡатнашып, мәғариф бүлеге, ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 2100 юлды яттан һѳйләй ул. Мәктәп, ҡалала үткән тѳрлѳ сараларҙа ҡатнашып, еңеү яулап алған Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап Лираның. Һәр ерҙә лә ѳлгѳр, тәртипле, ярҙамсыл, алдынғы уҡыусыны уҡытыусылары ла, класташтары ла бик ихтирам итә. Киләсәк хыялы - Ѳфѳлә аграр университетҡа уҡырға инеү. Тырыш, уңған, спорт яратҡан ҡыҙға артабан да уңыштар, еңеүҙәр юлдаш булһын.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий