Эшһѳйәрҙе эш ярата

«Рәсәй почтаһы” Федераль дәүләт унитар предприятиеһының Белорет почтамты начальнигы ЙОМАҒУЖИН Шайморат Мѳхәмәтдин улы 60 йыллыҡ ғүмеренең күп ѳлѳшѳн халыҡ хужалығының тѳрлѳ тармаҡтарын күтәреүгә бағышлаған.
Шайморат Йомағужин 1955 йылда Үткәл ауылында алдынғы колхозсылар Бәҙерниса һәм Мѳхәмәтдин Йомағужиндар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, бәләкәй Шайморат та аяғына баҫҡандан алып Ирғәле, Ғаззали ағайҙарына, Бибинур апайына эйәреп ѳйҙә бѳхтәлеккә, ихатала ваҡ-тѳйәк йомош үтәргә ѳйрәнә. Ауыр йылдарҙа тракторсы булып эшләгән Бәҙерниса, һуғышта ҡатнашып иҫән ҡайтып, ғүмерен колхоз эшенә арнаған атаһы Мѳхәмәтдин ѳлгѳһѳндә эште еренә еткереп башҡарыуҙы ҡанына һеңдерә. Ата-әсәһенең уҡытырға тырышыуын аңлап, зиһенле бала белем алырға ла атлығып тора. Ул бигерәк тә теүәл фәндәрҙе ярата.

Нәҡ шул йылдарҙа Белорет мәктәп- интернатында балаларға белем биреү кимәле күтәрелә, ауыл балалары ѳсѳн бѳтә тѳр уңайлы шарттар булдырыла. Ата-әсәһенең фатихаһы менән Шайморат та мәктәп- интернат уҡыусыһы булып китә һәм уны тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Алсаҡ, сәмле, ярҙамсыл үҫмер бында үҙенә әллә күпме яҡшы дуҫтар таба, бѳтә сараларҙа алда йѳрѳй. Хәҙер 60 йыллыҡ ғүмер рубежына барып еткән ир- уҙаман үҙенең балалыҡ, йәшлек йылдарына шулай һығымта яһай:
- Беҙҙең бала саҡ, үҫмерлек йылдары ла гелән эштә ҡайнап, алға ҡуйылған маҡсатҡа ѳлгәшеүгә кѳслѳ ынтылыш менән үтте, шуға ла ул йылдарҙа бергә уҡыған дуҫтарҙың, туғандарҙың яҙмышы бер тѳрлѳрәк. Һәр беребеҙ күбеһенсә үҙ тырышлығы менән кеше булған, хеҙмәттең, ваҡыттың ҡәҙерен белгәнбеҙ. Уҡый- һыңмы, эшләйһеңме - иң тәүҙә дисциплинаға ҡарай- ҙар ине беҙҙең заманда. Мәктәптә үрнәк булырлыҡ, балаларҙы тѳрлѳ яҡлап та иғтибар үҙәгендә тотҡан остаздарыбыҙ, ѳйҙә эштән бушамаған атай-әсәй, ағай- апайҙар булды. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен, - ти

Шайморат Мѳхәмәтдин улы. Һәр саҡ алға, камиллыҡҡа ынтылған ир-уҙаман элек- трик, тѳҙѳүсе һѳнәрҙәре менән генә сикләнмәй, Рес- публика Президенты ҡа- рамағындағы Академияның юридик факультетын да тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1973 йылда электромонтер булып дан- лыҡлы “Заря” колхозында башлай һәм ошо уҡ йылды Совет Армияһы сафына алына. Ул хеҙмәт иткән ракета ғәскәрҙәре командованиеһы ата-әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрә. 1979 йылдан алып Шай- морат Йомағужин “Бе- лорецкметаллургстрой” тре- сында ябай электромонтер булып эшкә урынлаша һәм баш механикка тик- лем үрләтелә. Тырыш эшсәнде артабан да ошо предприятиела алып ҡалырға теләйҙәр, әммә бурысына яуаплы ҡараған алдынғы комсомолецты ВЛКСМ- дың ҡала комитетына эшкә саҡыралар. Бер йылдан һуң уны комсомол путевкаһы менән Тѳркмәнстанға ебә- рәләр. 1984-1987 йылға тиклем ул электрик, кран хужалығы бригадиры, баш энергетик булып намыҫлы эшләй һәм етәкселектән тик Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайта
Ҡайҙа хеҙмәт дисциплинаһы ҡаҡшаған, ҡайҙа эш һѳҙѳмтәһе юҡ, Шайморат Мѳхәмәтдин улын шунда саҡыралар. Ҡайҙа хеҙмәт дисциплина- һы ҡаҡшаған, ҡайҙа эш һѳҙѳмтәһе юҡ, Шайморат Мѳхәмәтдин улын шунда саҡыралар.

1990-97 йылдарҙа “БашкирЭнерго” акционер- ҙар йәмғиәтенең Белорет электр селтәрҙәре начальнигы вазифаһын башҡара. Артабан 7 административ районды, 5 ҡаланы хеҙмәтләндереүсе Башҡортостан Республика- һы буйынса “Башэнерго- надзор” федераль дәүләт идаралығының Белорет ра- йон-ара бүлексәһе началь- нигы итеп ҡуйыла. 2005- 2007 осоронда Шайморат Мѳхәмәтдин улы Йома- ғужин ошо уҡ системала технологик һәм экологик күҙәтеү буйынса идаралыҡтың (“Ростехнадзор”) Белорет район-ара бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡара. Артабан уны Белорет муниципаль район Советында ойоштороу бү леге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Талапсан етәксене ҡатмарлы эш кѳтѳп кенә тора. “Торлаҡсервис үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы вазифаһында дүрт йыл эшләү осоронда Шай- морат Мѳхәмәтдин улы һѳҙѳмтәле эш күрһәткесенә ѳлгәшкән коллектив туплай.

2012 йылда Шайморат Йомағужин “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Белорет почтамты начальнигы итеп тәғәйенләнде һәм бѳгѳнгәсә ошо ҡатмарлы, тынғыһыҙ вазифала эшләй. Белорет, Әбйәлил, Бѳрйән, Межгорье почта бүлексәләрен үҙ эсенә алған ҙур хужалыҡҡа етәкселек итеү ҙур сабырлыҡ һәм тырышлыҡ талап итә. Ғүмер байрамы һаналған юбилейҙар - кешенең үтелгән ғүмер йылъяҙмаһы. Беҙҙең юбилярҙың ғүмер йылъяҙмаһы тос яҙылған, Аллаға шѳкѳр, тип әйтерлек. Эш, вазифауи бурыс тип кенә ғаиләһен, туған- тыумасаларын, дуҫтарын, хатта класташтарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай Шайморат Мѳхәмәтдин улы. Үҙен гелән хәстәрләп, күтәрмәләп торған йомшаҡ күңелле, алтын ҡул- лы, иғтибарлы хәләл ефете Фәзилә Хызыр ҡыҙы менән аңлашып, татыу йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Гѳлнараға матур тәрбиә, белем бирҙеләр.

Бер- береһенең атай-әсәйҙәрен ихтирам итеп, туғандарын яҡын итеп торалар, икеһе лә уңғандар. Ауылдағы баҡсалары йәшелсә-емеш менән тулы, йәйҙәрен ѳй алды сәскәгә күмелһә, ҡы- шын тәҙрә тѳптәре гѳлгә тѳрѳнә. Тере саҡтарында атай-әсәйенә, ҡәйнәһенә, әлеге мәлдә бергә-бергә ҡайнашып йәшәгән ҡайныһына кеселекле ул, кейәү. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, Шайморат Мѳхәмәтдин улы булмышына тоғро ҡалған ғаилә башлығы булараҡ, бѳтмѳр хужа, хәс- тәрлекле атай, ҡатынына тоғро ир, дуҫтарына ысын дуҫ. Шайморат Йомағужиндың, депутат булараҡ, Егәҙе, Абҙаҡ, Сосновка, Шығай ауыл Советтары халҡына күрһәткән эштәре бихисап. Уның фиҙаҡәр хеҙмәтен предприятие, район һәм ҡала, республика етәкселеге лә юғары баһалаған.

Райондың электр селтәрҙәре тармағын үҫтереүгә индергән хеҙмәт ѳлѳшѳ ѳсѳн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән юғары исем бирелгән. Үҙеңде үҙең маҡтама, үҙеңдән алда намыҫлы эшең маҡталһын, тип әйткән беҙҙең ата-бабалар. Районыбыҙҙың иҡтисадын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән Шайморат Мѳхәмәтдин улы Йомағужинға эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйек.
Зилә АБЗАЛОВА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий