Һәр кемгә лә насип булһын ихлас кѳлѳп, һѳйѳп йәшәргә

Һәр кемгә лә насип булһын ихлас кѳлѳп, һѳйѳп йәшәргәШундай кешеләр бар арабыҙҙа, улар тирә-яҡтағыларға тик яҡшылыҡ, изгелек эшләргә тырыша. Исмаҡай ауылында йәшәгән Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡованы нәҡ шундайҙар иҫәбенә индерергә мѳмкин. Үҙенең эше, йәшәү рәүеше, ихласлығы, ярҙамсыллығы менән абруй ҡаҙанған ветеран-уҡытыусы быйыл 60 йәшен билдәләне.
Зифа Сибәғәт ҡыҙы 1957 йылдың 17 апрелендә Бишитәк тауына һыйынып ултырған, алтынға бай урында – Исмаҡай ауылында Сәмсиә Дәүләткилде ҡыҙы менән Сибәғәт Насип улы ғаиләһендә тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Учалы ҡалаһының яңы тѳҙѳлгән 1-се һанлы балалар баҡсаһына эшкә ебәрәләр. Тәүге отпускыһына ҡайтҡанда, ауылда уҡытыусылар етмәй, тип, уға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшен тәҡдим итәләр. Ул бер икеләнеүһеҙ ризалаша. Бер аҙҙан Стәрлетамаҡ педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә.
Тыуған ерҙең һауаһы ла дауа, тиuәндәй, Зифа Сибәғәт ҡыҙы ла ҙур теләк, дәрт менән эшкә тотона, коллективҡа ла берегеп китә, яңы пландарын тормошҡа ашыра, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Рәмилә Мусинаның материалын гәзиттең 60-сы һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий