“Эшкә ҙур теләк менән киләм”

“Эшкә ҙур теләк менән киләм”
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһының Белорет станцияһында электромонтер булып эшләгән Урал Нәзир улы Әхийәровты етәкселәре лә, коллегалары ла хѳрмәт итә. Уңған, тырыш, яуаплы хеҙмәткәрҙе 2015 йылда Мәскәүгә саҡырып, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем тапшырғандар. Бер нисә йыл элек ул Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенең исемле сәғәте менән дә бүләкләнгән.

Ябай, алсаҡ, ихлас, һәр кем менән уртаҡ тел тапҡан Урал Нәзир улының тамырҙары Егәҙе ауылына барып тоташа. Уға ѳс йәш булғанда ата-әсәһе Егәҙенән күсеп китә һәм Тимер юл ауылында тѳпләнә. Урал Нәзир улы Тимер юл ауылы мәктәбен тамамлағас, ҡалалағы 35-се һѳнәрселек училищеһына электромонтер һѳнәренә уҡырға инә. Студент саҡта Германияның Галле округында 2 ай практика үтеү бәхете лә эләгә. 1983-1985 йылдарҙа армияла Сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң, “Ѳфѳ моторҙар тѳҙѳү, етештереү берләшмәһе” предприятиеһына электромонтер булып эшкә урынлаша. Бер йылдан Себер яҡтарына юллана. Сит тарафтарҙа ла ул һѳнәренә тоғро ҡала. Варьеганск махсус тѳҙѳлѳш идаралығында эшләгәндә уның фоторәсеме Почет таҡтаһынан тѳшмәй.
Рәмилә Мусинаның материалын гәзиттең 62-се һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий