Табынғаны - китап һәм теүәллек

Ҡала мѳхитендә милли үҙаңды үҫтереү һәм һаҡлап алып ҡалыу ѳсѳн шарттар бармы һәм, әгәр булһа, уны кемдәр тыуҙыра? Һорау ҡатмарлы түгел, әммә бѳгѳнгѳ заман технологиялары яҡтылыҡ тиҙлегендә үҫешеп, халыҡ хужалығының, уҡыу процесының бѳтә киңлектәрен яулап алған осорҙа әсә телен үҫтереү генә түгел, уны һаҡлап алып ҡалыу, аралашыу, балаларҙы ѳйрәтеү, йәштәрҙе ылыҡтырыу бик ҡатмарлы. Милли сәнғәт, туған телде үҫтереү кѳн үҙәгендә торған 90-сы йылдарҙа Белоретта ла башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт гимназияһы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы асыу оло ваҡиға булып иҫтә ҡалды.

Китапханалар ҙа хәҙер ниндәйҙер бер йүнәлеш буйынса эшләй. Д.Юлтый исемендәге модель китапхана тыуған яҡты ѳйрәнеү буйынса эш алып бара.
Әлегәсә Флүрә Абдулхай ҡыҙын китапхана оҫтабикәһе, хужабикәһе итеп кенә белдек. Кем ул Флүрә Абдулхай ҡыҙы, ҡайҙан ул, теүәллеге, бѳхтәлеге, матурлыҡты, тыуған яғын яратыуы, сәйәхәтсе булыуы, ябай ғына ҡәләм оҫтаһын, башҡа һѳнәр оҫталарын мәртәбәле лә, үҙ-үҙен ихтирам итерлек итеп кисәләр ойоштороу һәләте ҡайҙан баш ала икән? Флүрә Абдулхай ҡыҙы 1961 йылдың мул уңышлы август айында Бѳрйән районының Брәтәк ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуған. Әсәһе Рәшиҙә Сәлмән ҡыҙы һәм атаһы Абдулхай Абдрахман улы Ниғәмәтуллиндар икеһе лә сығыштары менән Ишембай районынан булған.

Рима апайы, Рәис, Әлфир ағайҙары, Рим, Дим ҡустылары менән улар бала саҡтағылай дуҫ һәм татыу йәшәй. Ағайҙары ғаиләләре менән, ҡустыһы Дим дә әсәйҙәре менән Бѳрйәндә йәшәй. Әсәйҙәре ауылда башҡа эш булмағас, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Атайҙары 18 йыл элгәре ҡаты ауырыуҙан вафат булып ҡалған.

Флүрә бәләкәй сағынан шуҡлығы, отҡорлоғо, бер нәмәнән дә ҡурҡмауы менән айырылып тора. Бер генә яҡтан да ул ағайҙарынан ҡалышмай. Флүрә ѳйҙә ҡалһа, ҡайтыуҙарына ѳй эсе, ихата ялт итер, ѳҫтәлдә ниндәйҙер тәмле аш, әҙер мунса кѳтѳрѳн белә улар. Тиктормаҫ ҡыҙ мѳғжизәле Бѳрйән тәбиғәтенең бер күҙәнәге итеп тоя үҙен. Мул һыулы Нѳгѳш йылғаһында балыҡ тотоп, һыу инеп, муйыл тиреп, һәр урман тѳпкѳлѳн, һәр урман һуҡмағын яттан ѳйрәнеп буй еткерә.
Һигеҙенсене тыуған ауылында тамамлап, урта белемде һәм ѳлгѳргәнлек аттестатын Аҫҡар ауылында ала. Тырыш ҡыҙ 1978 йылда гѳжләп торған Ѳфѳгә барып, башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Уҡыу уға еңел бирелә. Китап аҡтарырға, теүәллекте яратҡан ҡыҙ имтихандарҙы кѳнбағыш сирткән кеүек кенә бирә, сѳнки ул һәр нәмәне алдан әҙерләп, еренә еткереп ҡуйырға әүәҫ. Һә, тигәнсе, студент йылдары артта ҡала. 1983 йылда йәш белгесте Белорет районының Исмаҡай ауылына эшкә ебәрәләр. Пушкин данлаған рус теле дәрестәре биреү, балалар менән эшләү Флүрәгә оҡшай. Урында ул комсомол эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Шул осорҙа уны Белоретҡа, ВЛКСМ-дың район комитетына мәктәп тормошо буйынса комсорг итеп күсерәләр, ә 1988 йылда ВЛКСМ райкомына III секретарь итеп үрләтәләр. Унан инде ВЛКСМ-дың ҡала комитетында ла бер аҙ эшләргә тура килә. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Флүрә Абдулхай ҡыҙы мәктәп-интернатта эшләй башлай. Тәүҙә тәрбиәсе, унан һуң балаларға рус теленә һәм әҙәбиәтенә һѳйѳү тәрбиәләй. 1998 йылда китапхана системаһына эшкә килә. Китапханасы, унан һуң библиограф, 2000 йылда Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы мѳдире булып китә. Ул килгәндә башҡорт китапханаһы бинаһы ла, ундағы китаптар донъяһы ла бик мѳшкѳл хәлдә була. Тырыш Флүрәгә был бер ҙә оҡшамай. Ул ең һыҙғанып эшкә тотона...

Бѳгѳн ҡалала йылы утрауҙы хәтерләткән Дауыт Юлтый китапханаһын ошондай күркәм хәлгә еткереү ѳсѳн Флүрә күпме күңел һәм ҡул кѳсѳ һалғанын үҙе генә белә. Дѳрѳҫ, мәҙәниәт бүлеге начальнигы, шундай уҡ тырыш, үҙен йәлләмәй эшләүсе Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмованың, иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәттәштәре Әлфиә Зәбированың, хәҙер башҡорт гимназияһында эшләгән Альбина Шәғәлинаның, йәш китапханасы Зәлиә Үтәғолованың ярҙамы баһалап бѳткѳһѳҙ ҙур. “Әгәр ҙә янымда үҙ эштәрен яҡшы белгән, китап донъяһын аңлаған хеҙмәттәштәрем, кәрәк саҡта һүҙ ярҙамы күрһәткән етәкселәр булмаһа, китапханабыҙҙы үҙгәртеү, юлға һалыу мѳмкин дә булмаҫ ине, сѳнки һәр уңыш артында - тотош коллективтың тырышлығы, кѳсѳ тора”, - ти Флүрә Абдулхай ҡыҙы.
Китапхана бѳтә яҡлап та үҙенең тѳп маҡсатын тулыһынса үтәй, халыҡ араһында яҡшы даны сыҡҡан. Мәҫәлән, китапханала рус һәм башҡорт телдәрендә тематик кисәләрҙең, осрашыуҙар, презентациялар, күргәҙмәләрҙең йыш үткәрелеүе лә күп нәмә хаҡында һѳйләй. Бында һәр күргәҙмә әсбап, фотолар, китаптар, журналдар, бәләкәс балалар, уҡыусылар, ѳлкәндәр ѳсѳн стендтар, крайҙы ѳйрәнеү мѳйѳшѳ - барыһы ла уңайлы, ҡул һәм күҙ етерлек итеп урынлаштырылған. Был китапхана торғаны менән үҙе күргәҙмәгә генә ҡуйырлыҡ. Кисәләрҙең, осрашыуҙарҙың юғары кимәлдә, ҙур әҙерлек менән үтеүен әйтеп тораһы ла юҡ. Бында тѳрлѳ милләт кешеләре үҙҙәренә рухи аҙыҡ таба, бер генә түгел, тағы, тағы ла килә. Боронғолоҡ рухы аңҡып торған ҡул эштәре күргәҙмәһе һәр кешенең иғтибарын үҙенә тарта. Конкурстарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша Флүрә Абдухай ҡыҙы. Әлеге кѳндә уның коллективы республика конкурсына әҙерләнә, материалдар туплай. Тыныс күңел менән мѳкиббән китеп эшләү ѳсѳн тылыңдың ныҡлығы ла кәрәк бит әле.

Тормош иптәшенән дә уңған Флүрә Абдулхай ҡыҙы. 1986 йылда ѳйләнешә улар. Донъясыл, хужасыл Радик Йомадил улы Шакиров ғүмер буйы юл тѳҙѳлѳшѳндә эшләй. Бѳрйән-Ѳфѳ, Ѳфѳ-Белорет, Учалы юлдарында уның да әсе тире түгелгән. Әлеге ваҡытта ул “авария комиссары” булып эшләй, йәғни аварияға эләккән кешеләргә документ юллаша. Ғаиләһен ҡурсып, Флүрәһе менән тырышып йәшәйҙәр, бынамын тигән йорт һалып сыҡҡандар. Ә уңған хужабикә Флүрә Абдулхай ҡыҙы баҡсаһын да, йорт эсен дә гѳл-сәскәгә әйләндергән, бѳтә уңайлыҡты, матурлыҡты тик үҙенең оҫта ҡулдары менән тыуҙырған. Был матур ғаиләлә Альбина исемле ҡыҙ үҫеп буй еткергән. Бәләкәстән рәсем тѳшѳрѳүгә әүәҫ ҡыҙҙары бына-бына ҡулына диплом аласаҡ һәм дизайнер буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта ул Ѳфѳлә, телерадиокомпанияла эшләп тә, Ѳфѳ сервис институтында белем алып та йѳрѳй. 21 йәшлек улдары Артур армияла хеҙмәт итә. Ишембай нефть колледжын тамамлап, ҡулына диплом алырға ѳлгѳргән. Былтыр күмәкләшеп улдары хеҙмәт иткән часҡа барып ҡайтҡандар.
Оҫта етәксе, хеҙмәткәр, йәмәғәтсе, хужабикә генә түгел, Флүрә Абдулхай ҡыҙы мауығыусан сәйәхәтсе лә. Башҡортостандың иң матур тѳбәктәрен, ҡыҙыҡлы урындарын гиҙергә ярата ул. Фотоһүрәттәрен ҡарап иҫең китерлек.

Ул бик етди, ғәҙеллекте, тоғролоҡто, намыҫсанлыҡты яратҡан кеше. Шуға ла уның әхирәттәре лә артыҡ күп түгел, әммә ышаныслылар, коллегалары ла эше ѳсѳн хѳрмәт итә, тураһын әйткән туғанына ярамаған, тигәндәй, кемдәрҙер уның туралығын ѳнәп тә етмәй. Әммә ул ваҡланмай, үҙенең юлын, эшен белеп, тик алға бара. Бѳгѳн ҡала мѳхитендә берҙән-бер башҡорт модель китапханаһын юғары кимәлгә күтәрә, бѳтә кѳсѳн һалып уҡыусылар күңелендә башҡорт әҙәбиәтенә һѳйѳү тәрбиәләй, йәғни ул педагогия институтында алған белемен тулыһынса аҡлауын кѳндәлек эше менән иҫбатлай.
Бѳрйәндәргә хас үҙһүҙлек, башҡорт йәнлелек бар унда. Милли үҙаңы кѳслѳ, рухы юғары. Күберәк булһа ине шундай илһѳйәр, әҙәбиәт йәнле китапханасылар. Шѳкѳр, беҙҙә ундайҙар бар.

З. Абзалова.
Һүрәттә: Д.Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мѳдире Шакирова Флүрә Абдулхай ҡыҙы(фото ғаилә архивынан алынды).
Оставить комментарий