Иң яҡшы механизатор

1975 йылдан механизатор булып эшләгән Илсур Динислам улы Ғаззаловтың быйылғы һабантуйҙа «Иң яҡшы механизатор» булып танылыуы осраҡлы түгел.

Кескәйҙән техника яратҡан егет үҙ һѳнәренә ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән ҡарай. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, уның тормош иптәше Хәнифә Ноғоман ҡыҙы ла «Урал» ПКС-ының кадрҙар бүлегендә эшләй. Улдары Ғәлим Ғаззалов та ошонда хеҙмәт юлын башлап ебәргән. Ҡыҙҙары Ғәлиә менән Зәлиә уҡытыусы һѳнәрен һайлаған. Ѳлгѳлѳ ғаиләләрҙең береһе булған Ғаззаловтар бына тигән йорт һалып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәйҙәр.
- Илсур Динислам һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған ышаныслы механизатор,- ти «Урал» ПКС-ы рәйесе Рәүф Тайфур улы Хәлитов.
З. Сѳләймәнова.
Һүрәттә: Илсур Динислам улы Ғаззалов.
Э.Мѳхәмәҙиева фотоһы.
Оставить комментарий