кеше ғүмере осон яуаплылар

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе автотранспорт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләй. Бѳгѳнгѳ кѳнкүрешебеҙҙе ав-томобилһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Кѳндәлек тормошобоҙҙа транспорт мѳһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта йәмәғәт транспорты менән файҙаланмаған бер генә кеше лә юҡтыр. Район-ҡала халҡы йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең эш һѳҙѳм-тәһен баһалаусы контролерҙар булып тора, тиһәң дә хата булмаҫ. Һәр транспорт предприятиеһы пассажирҙар мәнфәғәтенән сығып эшләй. Белорет авто-транспорт предприятиеһы пас-сажирҙарҙың һәр һорауын һәм мѳрәжәғәтен ҡәнәғәтләндерергә тырыша.

Белорет АТП-һында үҙ эшенең оҫталары һѳнәренә тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Һѳнәри байрамдары уңайынан «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Белорет филиалында намыҫлы һәм оҙаҡ йылдар эшләгән бер тѳркѳм водителдәр, кондукторҙар, слесарҙар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн водителдәр Л.П. Карась менән А.В. Сердюк Башҡортостан Респу-бликаһының транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының Почет грамо-таһына, водитель А. Ҡунафин ошо уҡ комитеттың Рәхмәт хатына, водитель А.И. Челищев «Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Водитель Н.Л. Выдрин БР «Башавтотранс» ДУП-ның Почет таҡтаһына индерелде.
Шулай уҡ күп кенә хеҙмәткәр БР «Башавтотранс» ДУП-ның Почет грамотаһына, ошо уҡ предприятиеның Рәхмәт хатына, муниципаль район хакимиәтенең һәм Белорет АТП-һының Почет грамотаһына, Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Наградланыусылар араһында Белорет АТП-һында 1984 йылдан водитель булып эшләгән Виктор Петрович Тихонов та бар. Етәкселек тә, коллегалары ла уны эшкә намыҫлы, яуаплы ҡарағаны, пассажирҙарҙы культуралы хеҙмәтләндергәне, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булғаны ѳсѳн ихтирам итә. Ул намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн БР «Башавтотранс» ДУП-ның Почет грамоталарына, дипломдарына һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булған. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда уны пассажирҙар ҙа һәйбәт яҡтан ғына белә. Шуға ла автотранспорт етәкселеге В. П. Тихоновҡа иң ауыр маршрутты ышанып тапшыра.
Белорет АТП-һында 1997 йылдан кондуктор булып эшләгән Миңһылыу Исмәғил ҡыҙы Әхмәтнәбиева тураһында ла бары һәйбәт фекерҙәр, йылы һүҙҙәр генә ишеттек. Ул да үҙенең уңғанлығы, эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы, намыҫлы, итәғәтле, пассажирҙар менән һәйбәт мѳғәмәлә итеүе менән айырылып тора. Тап шуның ѳсѳн ул күп тапҡырҙар БР «Башавтотранс» ДУП-ның Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Миңһылыу Исмәғил ҡыҙы һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған хеҙмәткәр. Әйткәндәй, уның тормош иптәше лә ошо уҡ предприятиела эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бѳгѳнгѳ кѳндә Миңһылыу Исмәғил ҡыҙы Виктор Тихонов менән бер маршрут пассажирҙарын хеҙмәтләндерә (һүрәттә). Улар-ҙың автобус салонында һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип була. Хәҙер тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе пассажирҙар ҙа танып, хәл-әхүәл һорашып тора.
Эйе, һәйбәт водитель һәм кондуктор менән юлда барғанда күңелең тыныс, күтәренке һәм юлың да уң була.
Беҙ бѳтә автотранспорт хеҙмәткәрҙәрен һѳнәри байрамдары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
З. Сѳләймәнова.
Оставить комментарий