Банктың киләсәге ѳмѳтлѳ

1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Был ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим ѳлѳшѳнә әйләнә. Уның структуралары әллә нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, ышаныслы һәм универсаль булыуы менән бөгөнгә тиклем халыҡ араһында абруйын юғалтмай. Ә инде 1998 йылдың 10 ноябренән алып, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй башлай. Әлеге ваҡытта ил территорияһында иң эре һаналған Һаҡлыҡ банкыһының яҡынса 20 мең бүлексәһе бар. 2010 йылдың 4 ноябрендә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы дүрт территориаль банкыға бүленә: Екатеринбург, Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре. Баш офис Екатеринбург ҡалаһында урынлаша. Территориаль банк аппараты составында 29 идара итеү подразделениеһы һәм үҙаллы бүлектәр иҫәпләнә.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Белорет бүлексәһе 2001 йылда асыла. Ул Белорет, Учалы, Бөрйән райондарын һәм Межгорье ҡалаһын хеҙмәтләндерә. Үҙе хеҙмәтләндергән территорияла банкының 32 филиалы бар. Унда эшләгән 150 самаһы хеҙмәткәр көнөнә 3 мең тирәһе халыҡты хеҙмәтләндерә.
2013 йылда Белорет Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе заманса яңы шарттарҙа эшләй башлай. Клиенттарҙы сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн юғары талаптар ҡуйыла. Быйылдан башлап банктың дүрт филиалында электрон сират булдырыла. Был иһә халыҡты тиҙ һәм уңайлы хеҙмәтләндереүгә булышлыҡ итә. Күп кенә банк хеҙмәттәрен банкомат аша, пластик карталар менән башҡарыу мөмкинлеге арта. Һаҡлыҡ банкы территорияһында 71 банкомат һәм 26 мәғлүмәт-түләү терминалдары ҡуйылған. Үҙәк офиста иһә 6 терминал, 6 мәғлүмәт түләү терминалы эшләй. Был терминалдарҙа карталар йә ҡулаҡса менән үҙаллы төрлө коммуналь хеҙмәттәрҙе, страховка иғәнәләрен түләргә була. Банктың тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндергән 5 зонаһы эшләй. Шуларҙың өсәүһе үҙәк офиста, Пушкин, Киров урамдарында һәм икәүһе Учалы ҡалаһында.

Ипотека кредиты алырға теләүселәрҙе иһә айырым менеджерҙар хеҙмәтләндерә. Ай һайын ҡулланыусылар кредиты буйынса төрлө акциялар үткәрелә, кредит алыу буйынса бушлай консультациялар бирелә.
Банк халыҡҡа төрлө йүнәлештәге хеҙмәт күрһәтә: инвестицион проекттарҙы, экспорт-импорт операцияларҙы, эш хаҡы проектын финанслай; эске иҡтисад эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндерә; ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм металдар менән эшләй; инкассация; аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе хужаһына еткерә; Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Дәүләттеке булмаған пенсия фонды хеҙмәтен күрһәтә; ҡиммәтле әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн сейф йәшниктәре эшләй.
Бөгөн Һаҡлыҡ банкының пластик карталары заманса инструмент һанала. Күптәр бындай карталар ярҙамында Онлайн сервис, шәхси кабинеттар аша үҙ йомошон йомошлай ала. Пенсионерҙар өсөн сығарылған социаль карталар менән файҙаланғанда дарыуханаларҙа, магазиндарҙа түләү өсөн ташламалар ҡаралған. Улар был карталар менән бөтә Рәсәй территорияһында бушлай файҙалана ала.

Күптәрҙә, банк эшкә инеү еңел түгел, бының өсөн ҙур танышлыҡ кәрәк, тигән фекер уянған. Был һис тә улай түгел. Бөгөн Белорет һаҡлыҡ банкы бүлексәһенә энергиялы, белемле йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар талап ителә. Урта махсус белем менән дә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. Теләүселәр резюмеһын Интернет аша ла ҡалдыра ала.
Һүрәттә: 20 йыллдан ашыу үҙ һөнәренә тоғро ҡалған, юғары һөнәри оҫталыҡҡа ирешкән касса үҙәге кассаһы мөдире Агафонкина Нина Владимировна Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы Урал банкыһының Почет Грамотаһы менән бүләкләнде.
Э.Мөхәмәҙиева
Оставить комментарий