Бер һүҙҙән, бер тѳптән эшләргә

Республикабыҙ райондарында тѳбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡоро, кесе ҡоролтайҙар ойошторолоуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Был йәһәттән Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының ҙур әүҙемлек күрһәтеүе тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Бындай йәмәғәт ойошмаларының үҙ еребеҙ, телебеҙ, йәшәйешебеҙ мәсьәләләрен ҡулға алырға, эскелек, эшһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ проблемаларын хәл итергә һәм үҙ ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелеүен дә барыһы ла яҡшы аңлайҙыр.

Был башланғыстан беҙҙең район да ситтә ятып ҡалманы. Ыңғай яҡтан телгә алырлыҡ күп кенә эштәр башланған да инде. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡоро, тѳбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары һәм урындағы тәүге ҡоролтайҙар булдырыуҙың положениеһын “Урал” гәзитендә баҫылып сыҡты. Теләүселәр был хаҡта гәзиттең үткән һандарын табып уҡый ала. Район-ҡалала ойошторолған бѳтә йәмәғәт ойошмалары ла урындағы башҡорт ҡоролтайы ҡарамағында эшләйәсәк.

Иң әүҙемдәр исемлегенә иһә Шығай ауылы йәмәғәт эшмәкәрҙәрен индерһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Эргә-тирәһендәге йәшәйешкә, хәл-ваҡиғаларға битараф булмауы, тѳрлѳ яңы башланғыстарҙы, матур ѳлгѳләрҙе тиҙ генә күтәреп ала торғандарҙан улар. Ағинәйҙәр ҡорон булдырыуҙы ла районда тәүгеләрҙән булып улар күтәреп сыҡты тиһәк тә дѳрѳҫ булыр, сѳнки быға тиклем эшләп килгән “Аҡтамыр” клубы ағзалары күп кенә йәмәғәт эштәрен үҙ ѳҫтѳнә алып, уңышлы башҡарып килде һәм был яҡтан барыһына ла ѳлгѳ булып торҙо. Шығайҙар былтыр рәсми рәүештә теркәлеп, ағинәйҙәр ҡорон да ойоштороп ебәрҙе. Ә инде уларҙың башланғысын Үткәл ауылы активистары әүҙем күтәреп алды һәм үҙ ауылдарында гѳрләтеп эш башланы.

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ мәнфәғәтен, киләсәк тормошто ҡайғыртыусы ойошма булыуын бѳгѳн күптәр яҡшы аңлай. Ошо йәһәттән, Шығай ауылында Бөтә дөнья башҡорттары ҡоролтайының Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләре буйынса комиссия рәйесе, "Киске Өфө" гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева халыҡ менән осрашты. Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, район-ҡаланың йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Йыйынға килеүселәрҙе ауылдарҙы йәнләндереү һәм һаҡлап ҡалыу, буйҙаҡлыҡ проблемаларын хәл итеү, йәш быуынға әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреү маҡсаты берләштерҙе. Осрашыуға килеүселәр ѳсѳн клуб фойеһында матбуғат сараларына яҙылыу, ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.

Сара барышында Шығай, Үткәл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп башҡарған эштәре, үткәргән саралары хаҡында һөйләне. Яңы ғына ағинәйҙәр ҡорон туплаған Хөсәйен ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла күршеләре өлгөһөнән ситтә ҡалмаҫҡа хәл иткән һәм үҙен йәмәғәт эшенә арнаясаҡ ҡор ағзаларын йыйылышҡа килтергән. Улар ҙа башҡарасаҡ эш пландары менән таныштырып үтте.

Шығай урта мәктәбенең элекке директоры Нәҙерғәли Аҙнағол улы Аҫылғужин һәм урындағы ҡоролтай ағзаһы Мансур Яҡшыбай улы Һиҙиәтов районда аҡһаҡалдар ҡорон булдырыу тәҡдимен индерҙе. Бергәләп хәл итәһе проблемалар күп, бѳтәһен дә ҡатын-ҡыҙҙар иңенә генә йѳкмәтеп ҡуйыу дѳрѳҫ булмаясаҡ. Шуға күрә лә, ҡайһы бер күрше райондарҙағы кеүек үҙебеҙҙә лә аҡһаҡалдар ҡоро булдырыу, йәмәғәт эшен башҡарыуҙы еңелләштерәсәк, тине улар. Сараға йыйылған халыҡтың ҡарары менән Зилә Минһаж ҡыҙы Абзалова районда булдырылған ағинәйҙәр ҡороноң рәйесе итеп тәғәйенләнде. Мансур Яҡшыбай улына иһә районда аҡһаҡалдар ҡорон булдырып, уның рәйесен һайлау бурысы йѳкмәтелде. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ағинәйҙәр ҡоро рәйестәренә Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайының таныҡлығын тапшырҙы.

Башҡорт халҡы элек-электән оло йыйындар уҙғарып, килеп сыҡҡан проблемаларын үҙ-ара кәңәшләшеп хәл итергә тырышҡан. Шығай ауылында уҙған йыйылыш та бик фәһемле үтте. Ойошторолған сара ҡайһы бер дөйөм проблемаларыбыҙҙы уртаға һалып һөйләшергә һәм уларҙы йәмәғәтселек күңеленә еткерергә ярҙам иткәндер, сөнки бөгөн йәшәйешебеҙ үҙе үк ошондай йыйындар уҙғарып, ҡорҙар туплап йәш быуында милли уҙаң, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙе һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәтттәрен һаҡлауҙы, яҡлауҙы талап итә. Шуға күрә лә, ауылдарыбыҙҙа эш башлаясаҡ ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорона, ҡатын-ҡыҙҙар советына үҙ-ара килешеп, ойошҡан рәүештә эшләү һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү кеүек үтә яуаплы һәм етди бурыс ята. Бер һүҙҙән, бер тѳптән булып дәртләнеп эшләгәндә генә йәмәғәт ойошмаларының абруйы буласаҡ һәм шул саҡта уның эшмәкәрлеген халыҡ та ыңғай баһалап, әүҙем ҡушыласаҡ.
Э. Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий