Яҙмышына үҙе хужа

Кескәйҙән маҡсатлы, тырыш, сәмле һәм рухлы булып үҫкән йәштәребеҙгә ҡарап, илебеҙҙең, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты буласағына һѳйѳнѳп ҡуяһың. «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре” филиалы буйынса реле һаҡлау һәм автоматика бүлеге начальнигы урынбаҫары Рифат Ислам улы Ҡотлобаев ана шундай егеттәрҙең береһе ул. Уның эстән дә, тыштан да матур булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Хеҙмәт юлын ябай электриктан башлаған Рифаттың карьера баҫҡысынан юғары тиҙлектә үрләүенең сере уңғанлыҡта, ябайлыҡта, кешелеклелектә, һәр эшкә намыҫлы һәм яуаплы ҡарауҙа. Үҙ-үҙенә талапсан Рифат изге күңелле булыуы, ихласлығы менән һәр кем күңеленә асҡыс таба белә.

2006 йылда эшкә килгәндән бирле Рифат Ҡотлобаев үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте,- тип һѳйләй бүлек начальнигы Сергей Викторович Кузьмин. – Даими рәүештә һѳнәри оҫталығын, хеҙмәт ысулдарын камиллаштырыу ѳҫтѳндә эшләй, үҙенә лә, ҡул аҫтында эшләүселәренә лә талапсан, шул уҡ ваҡытта ихтирамлы һәм иғтибарлы. Тап шуға ла бер ғаилә, бер команда булып эшләйбеҙ. Рифат Ислам улы профсоюз комитеты ағзаһы булараҡ, коллективта спорт сараларын ойоштороусы ла. Команда булдырып, тѳрлѳ кимәлдәге спорт ярыштарына йѳрѳтә. Ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап та килгән егет. Инженер һәм начальник урынбаҫары булып эшләгән осорҙа электр энергияһын ҡулланыусыларҙы ышаныслы һәм хәүефһеҙ хеҙмәтләндереү буйынса күп тәҡдимдәр индерҙе. Белорет электр селтәрҙәре подстанцияларының тотороҡло эшләүендә лә Рифат Ислам улының ѳлѳшѳ ҙур. Шуға ла ул күп тапҡырҙар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Мәүлиҙә Нурғәле ҡыҙы менән Ислам Йыһанур улы Ҡотлобаевтар Рифат менән Илфат улдарына һәйбәт тәрбиә һәм белем биргәндәр. Рифат күптән ике юғары уҡыу йортон тамамлаһа, Илфат киләһе йыл икенсе юғары белемгә эйә буласаҡ. Ул бѳгѳнгѳ кѳндә мировой судта эшләй. Һѳнәре буйынса энергетик Ислам Йыһанур улы әлеге ваҡытта «Комэнергосервис» йәмғиәте директоры, ә Мәүлиҙә Нурғәле ҡыҙы завод поликлиникаһында эшләй. Рухи ҡиммәттәр, милли йолалар һаҡланған йортта балалар ҙа ғәмле, даланлы, маҡсатлы булып үҫә шул. Киләһе йыл да Ҡотлобаевтар ѳсѳн шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий