Хеҙмәт алдынғыһының урыны алда 30-09-2014, 15:37 / Замандаш

Хеҙмәт алдынғыһының урыны алда

Машина эшләү ѳлкәһендә Белорет предприятиелары һынатмай. Был ѳлкәлә ҙур ѳлѳш индергән, республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендә ныҡлы урын тотҡан “Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әлеге ваҡытта 300 кеше эшләй. Предприятиела эш хаҡы даими түләнә һәм ул райондағы иҡтисад буйынса уртаса эш хаҡынан юғары. БЗРП етәкселеге йыл да Машина эшләүселәрҙең һѳнәри байрамы алдынан “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсын үткәрә....
Матурлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҡулында 20-08-2014, 14:14 / Замандаш

Матурлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҡулында

Һүҙем ауылдың арҙаҡлы ҡатындарының береһе, хеҙмәт юлын Сермән мәктәбе лабораторияһында үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны ҒАБДУЛЛИНА (ХАРИСОВА) Мәүлиха Әхмәт ҡыҙы хаҡында булыр....
Ҡорос атына дѳлдѳл ҡанаты ҡуйып... 10-07-2014, 10:10 / Замандаш

Ҡорос атына дѳлдѳл ҡанаты ҡуйып...

Районыбыҙҙың алдынғы хужа-лығының береһе “Игенсе” йәмғиәтенең тәжрибәле водителе, тракторсыһы Ғарифулла Фәхрислам улы Канафин 40 йылдан ашыу инде шулай һәр иртәләрен, эш кѳнѳн тәғәйен техникаһын ҡарап, тикшереп, изге теләктәрен теләп, күңелле уйҙарға бирелеп ҡаршылай. Уйлана тѳшһәң, ғүмеренең күп ѳлѳшѳ тау-урманлы юлдарҙа, ошо ҡорос аттарҙа елдереп үткән дәһә. Хеҙмәт юлын элекке данлыҡлы “Заря” колхозында башлай. Тәж-рибәле, маҡтаулы етәкселәр йәш шоферҙы тиҙ арала баһалап, ауырыраҡ, яуаплыраҡ эшкә ҡуша. Ғарифулла Канафин һәр ерҙә лә һынатмай, үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡара. Ниндәй генә...
Донъя күрке йәр менән 26-05-2014, 11:18 / Замандаш

Донъя күрке йәр менән

Тормошта тѳрлѳ хәлдәр була, әсеһен дә, сѳсѳһѳн дә башынан үткәрә әҙәм балаһы. Барыһына ла түҙә, күнә, ә бына яңғыҙлыҡты ғына ауыр кисерә, уға ѳйрәнә алмай ҡаңғыра. Бушҡа ғына, тормош юлын үткәндә йәрең булһын яныңда, тип әйтмәйҙәрҙер. Бѳгѳнгѳ ығы-зығылы, ҡат-марлы тормошта яңғыҙлыҡ бигерәк ауыр. Ғәҙәттә, яң-ғыҙлыҡ тѳшѳнсәһе хаҡында һүҙ йѳрѳткәндә, күҙ алдына оло йәштәгеләрҙе килтерәбеҙ....
Үҙ юлының аныҡ йүнәлешен, маҡсатын белгән етәксе 21-04-2014, 10:57 / Замандаш

Үҙ юлының аныҡ йүнәлешен, маҡсатын белгән етәксе

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаевтың бер эш көнө Илебеҙ үҫешендә, граждандарҙың именлеген булдырыуҙа, уларҙың мәнфәғәтен яҡлауҙа, ғөмүмән, бөтә йәмғиәт тормошонда дәүләт идаралығының социаль ѳлкәһе мөһим урындарҙың береһен биләй. Был өлкәгә мәғариф, мәҙәниәт, социаль тәьмин итеү, транспорт, спорт, йәмәғәт туҡланыуы, коммуналь хеҙмәтләндереүҙән башҡа, халыҡтың ялын ойоштороу, уңайлы йәшәү һәм эш шарттары булдырыу, милли мөнәсәбәттәрҙе көйләү кеүек мәсьәләләр ҙә инә. Ғөмүмән, социаль өлкә - кешенең йәшәү кимәлен һәм рәүешен билдәләгән, уның...
Алтын   ғүмер юлы 14-04-2014, 16:43 / Замандаш

Алтын ғүмер юлы

Ғаилә - ул оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө....
Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай 14-04-2014, 16:36 / Замандаш

Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай

Йәшәү дәүерендә бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килһә лә, ҡатын-ҡыҙ башына тѳшкән бурысын үтәгән: матур һѳйѳүҙәр менән янған, кейәүгә сығып, матур донъя ҡороп, ике ул, бер ҡыҙ табып, улдарын башлы-күҙле итеп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр һѳйгән затлы ҡатындарҙың береһе ул бѳгѳнгѳ геройыбыҙ - Гәүһәр Хәйрулла ҡыҙы Аллаярова....
Хеҙмәт уңыштарға илтә 9-01-2014, 09:35 / Замандаш

Хеҙмәт уңыштарға илтә

“Ерҙе файҙаланыу” муниципаль унитар предприятиеһының директоры Хафиз Мѳжәүир улы Иҙрисовтың тѳрлѳ урындарҙа етәксе вазифаһын үтәүенә 27 йыл. Хафиз Мѳжәүир улы 1959 йылдың 2 ғинуарында Исмаҡай ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, Учалы СПТУ-һының Үҙән филиалына уҡырға юллана. Һѳнәрселек училищеһы дипломын кеҫәһенә һалған йәш егет хеҙмәт юлын Әүжән леспромхозында ябай эшсе булып башлай. 1977-1979 йылдарҙа Совет Армияһының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатының 3-сѳ цехында канатсы ярҙамсыһы булып эшләй....
Яҙмышына үҙе хужа 24-12-2013, 16:37 / Замандаш

Яҙмышына үҙе хужа

Кескәйҙән маҡсатлы, тырыш, сәмле һәм рухлы булып үҫкән йәштәребеҙгә ҡарап, илебеҙҙең, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты буласағына һѳйѳнѳп ҡуяһың. «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре” филиалы буйынса реле һаҡлау һәм автоматика бүлеге начальнигы урынбаҫары Рифат Ислам улы Ҡотлобаев ана шундай егеттәрҙең береһе ул. Уның эстән дә, тыштан да матур булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Хеҙмәт юлын ябай электриктан башлаған Рифаттың карьера баҫҡысынан юғары тиҙлектә үрләүенең сере уңғанлыҡта, ябайлыҡта, кешелеклелектә, һәр эшкә намыҫлы һәм яуаплы ҡарауҙа. Үҙ-үҙенә...
Бер һүҙҙән, бер тѳптән эшләргә 23-12-2013, 16:27 / Замандаш

Бер һүҙҙән, бер тѳптән эшләргә

Республикабыҙ райондарында тѳбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡоро, кесе ҡоролтайҙар ойошторолоуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Был йәһәттән Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының ҙур әүҙемлек күрһәтеүе тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Бындай йәмәғәт ойошмаларының үҙ еребеҙ, телебеҙ, йәшәйешебеҙ мәсьәләләрен ҡулға алырға, эскелек, эшһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ проблемаларын хәл итергә һәм үҙ ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелеүен дә барыһы ла яҡшы аңлайҙыр....