“Бошонорға ваҡыт юҡ” 10-12-2013, 13:24 / Замандаш

“Бошонорға ваҡыт юҡ”

“Бошонорға ваҡыт юҡ”, - ти Сермән ауылында йәшәүсе Нәйлә Хәжиәхмәт ҡыҙы Фәхрисламова. Уның менән таныш булғандар был һүҙҙәрҙең Нәйлә апайҙың тормош девизы булғанын яҡшы белә....
Банктың киләсәге ѳмѳтлѳ 12-11-2013, 16:14 / Замандаш

Банктың киләсәге ѳмѳтлѳ

1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Был ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим ѳлѳшѳнә әйләнә. Уның структуралары әллә нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, ышаныслы һәм универсаль булыуы менән бөгөнгә тиклем халыҡ араһында абруйын юғалтмай. Ә инде 1998 йылдың 10 ноябренән алып, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй башлай. Әлеге ваҡытта ил территорияһында иң эре һаналған Һаҡлыҡ банкыһының яҡынса 20 мең бүлексәһе бар....
Юрист Юлиә 1-11-2013, 11:49 / Замандаш

Юрист Юлиә

Баш ҡалала Президент Хакимиәте йортонда «Кадровик - 2013» конкурсына йомғаҡ яһалды. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө райондарында йәшәүсе 70 кеше ғариза биргән. Конкурсанттар дүрт номинацияла һөнәри оҫталығын күрһәтте. Был конкурста беҙҙең дә яҡташыбыҙ көсөн һынаны....
кеше  ғүмере  осон яуаплылар 28-10-2013, 10:11 / Замандаш

кеше ғүмере осон яуаплылар

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе автотранспорт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләй. Бѳгѳнгѳ кѳнкүрешебеҙҙе ав-томобилһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Кѳндәлек тормошобоҙҙа транспорт мѳһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта йәмәғәт транспорты менән файҙаланмаған бер генә кеше лә юҡтыр. Район-ҡала халҡы йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең эш һѳҙѳм-тәһен баһалаусы контролерҙар булып тора, тиһәң дә хата булмаҫ. Һәр транспорт предприятиеһы пассажирҙар мәнфәғәтенән сығып эшләй. Белорет авто-транспорт предприятиеһы пас-сажирҙарҙың һәр һорауын һәм мѳрәжәғәтен ҡәнәғәтләндерергә тырыша....
Әҙәплене бәхет  һағалай 22-10-2013, 13:30 / Замандаш

Әҙәплене бәхет һағалай

Ниндәй генә ойошма һәм учреждениеға барһаҡ та, беҙ иң тәүҙә үҙебеҙ мѳрәжәғәт иткән кешенең үҙ-үҙен тотошон, кешегә мѳнәсәбәтен күҙәтәбеҙ, һынайбыҙ. Кемдер тәү күреүҙән үҙен һәйбәт яҡтан, ә кемдер кире яҡтан таныта. Район-ҡала архитектураһында әйҙәүсе белгес, шәхси тѳҙѳлѳш бүлеге мѳдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Флидә Сафый ҡыҙы Камалетдинованың күптәр күңелендә бер яҡты нур булып ҡалыуына шик тә юҡ....
ЮЛДАР КҮҢЕЛДЕ БАЙЫТА 15-10-2013, 15:21 / Замандаш

ЮЛДАР КҮҢЕЛДЕ БАЙЫТА

Манышты, Сәфәрғол, Түбәнге Телмәй, Кәрпәсте һәм Александровка ауылдарына почта ташыусы Альбина Мәүлит ҡыҙы ИҘРИСОВА 20 йыл почтальон булып эшләү осоронда һәр ағасты, һәр боролошто һәм ташты яттан белеп бѳткән. 1987 йылда операторға уҡып сыҡҡан ҡыҙ Инйәрҙә, Белоретта оператор ҙа, 9-сы бүлексәнең начальнигы ла була....
Йәш рәссамдың күргәҙмәһе 15-08-2013, 14:13 / Замандаш

Йәш рәссамдың күргәҙмәһе

Бына икенсе ай инде Асы ауылындағы Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге музейҙа йәш рәссам Динә Әхиәр ҡыҙы Саҙретдинованың картиналар күргәҙмәһе бара, ул август аҙағына тиклем дауам итәсәк....
Уңғанлыҡ уңышҡа илтә 13-08-2013, 08:57 / Замандаш

Уңғанлыҡ уңышҡа илтә

Инйәр урмансылығында 29 йыл бухгалтер булып эшләгән Әдилә Мѳхтәр ҡыҙы Сәмситдинова Башҡортостан Республикаһының Почет гра-мотаһы менән бүләкләнде. Дәрт-дарманы ташып торған яҡты йѳҙлѳ, асыҡ, киң күңелле, изге йѳрәкле уңған ханымды һәр кем тик яҡшы яҡтан ғына белә. Маныштыла тыуып үҫкән ҡыҙ бухгалтер һѳнәренә эйә булғас та Инйәр урман хужалығында эш башлай һәм әлеге кѳнгә тиклем ошо коллективта намыҫлы хеҙмәте менән абруй һәм хѳрмәт ҡаҙана. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған хеҙмәткәр тәү тапҡыр компьютерҙар килтерелгәс тә һис ауырһынып тормай, ихласлап компьютер серҙәренә тѳшѳнә....
Иң яҡшы механизатор 28-06-2013, 14:32 / Замандаш

Иң яҡшы механизатор

1975 йылдан механизатор булып эшләгән Илсур Динислам улы Ғаззаловтың быйылғы һабантуйҙа «Иң яҡшы механизатор» булып танылыуы осраҡлы түгел....
30 йыл һаулыҡ һағында 21-06-2013, 14:59 / Замандаш

30 йыл һаулыҡ һағында

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы «Тиҙ ярҙам» бүлеге табибы Әнисә Мофасал ҡыҙы Хоҙайназароваға юҡҡа ғына бирелмәй. 30 йыл кешеләр һаулығы һағында торған табип үҙ эшенә мѳкиббән бирелгән, тырыш, һәр саҡ алға ынтылыусан, кешелекле булыуы менән коллегалары, дуҫтары араһында абруй ҡаҙанған. Әлеге вазифала 11 йылдан ашыу эшләгән Әнисә Мофасал ҡыҙы 2002 йылда «Тиҙ ярҙам» күрһәтеү бүлегенең иң яҡшы табибы» республика конкурсында I урын яулай. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән....