Гәлсәр тауышлы  Динар 17-06-2013, 15:07 / Замандаш

Гәлсәр тауышлы Динар

Динар Дамир улы Ғәниев тураһында район-ҡалала белмәгән кеше юҡтыр. Һәр мәҙәни сараны уның сығышы биҙәй. Быйылғы һабантуйҙа ул “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип билдәләнде....
Үҙ эшенә  күңелен биргән  белгес 14-06-2013, 14:14 / Замандаш

Үҙ эшенә күңелен биргән белгес

Вәкилә апай Фәттәхованы Инйәр ҡасабаһында һәм яҡын тирәләге ауылдарҙа белмәгән әсә юҡтыр. Вәкилә апай урамда китеп барһа, бала етәкләгән әсәләр йылмайып сәләм биреп үтә. Инде нисәнсе йыл ул Инйәр участка дауаханаһында акушер булып эшләй. Дауаханаға барып инеү менән уның кабинетына сират ҙур, сѳнки ул һәр пациентын яҡты йѳҙ менән ҡаршы ала....
Көтөп алған ҡунаҡ 24-05-2013, 10:02 / Замандаш

Көтөп алған ҡунаҡ

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының абруйы үҫеүендә уны ун йылдан артыҡ етәкселек иткән Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙының өлөшө тос булды. Талантлы етәксебеҙҙең алдан ентекле уйлап, маҡсатлы эш итеүе арҡаһында, был белем усағының даны тик ыңғай яҡтан ғына баһалана килде. Ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәбен астырыуҙы юллап йөрөгән зыялыларҙың иң алғы сафында ла Зөбәржәт Суфьянова ине. Үҙ милләте балалары хаҡына бындай мәктәп астырыуға өлөш индерә алыуына оло ҡыуаныс кисерә бөгөн эшлекле ханым....
Табынғаны - китап  һәм теүәллек 24-05-2013, 09:08 / Замандаш

Табынғаны - китап һәм теүәллек

Ҡала мѳхитендә милли үҙаңды үҫтереү һәм һаҡлап алып ҡалыу ѳсѳн шарттар бармы һәм, әгәр булһа, уны кемдәр тыуҙыра? Һорау ҡатмарлы түгел, әммә бѳгѳнгѳ заман технологиялары яҡтылыҡ тиҙлегендә үҫешеп, халыҡ хужалығының, уҡыу процесының бѳтә киңлектәрен яулап алған осорҙа әсә телен үҫтереү генә түгел, уны һаҡлап алып ҡалыу, аралашыу, балаларҙы ѳйрәтеү, йәштәрҙе ылыҡтырыу бик ҡатмарлы. Милли сәнғәт, туған телде үҫтереү кѳн үҙәгендә торған 90-сы йылдарҙа Белоретта ла башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт гимназияһы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы асыу оло ваҡиға булып иҫтә ҡалды....
Йәшәү йәме - хеҙмәттә 15-04-2013, 09:35 / Замандаш

Йәшәү йәме - хеҙмәттә

Сермән ауылында Задиндар ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр. Шаһивәли Абдулвәли улы һәм Гѳлйемеш Ильяс ҡыҙы 1949 йылда тормош ҡора. Ғаилә башлығы МТС-та слесарь, моторист, аҙаҡтан шофер булып эшләй. Уның тормош иптәшенә лә һуғыш йылдарында тракторсы булырға тура килә. Дәһшәтле һуғыш осоронда был ғаиләгә ниндәй ауырлыҡтар кисереүен яҙып тороу артыҡ булыр. Уларҙың тәүге балалары Ғәни тураһында бѳгѳнгѳ һүҙем....
Уңыштар яңғыҙ ғына яуланмай… 6-02-2013, 13:20 / Замандаш

Уңыштар яңғыҙ ғына яуланмай…

Кемдең кем икәнлеге бала саҡтан уҡ беленеп тора. Мәктәптән үк үҙенең белемгә ынтылыуы, активлығы менән айырылып торған Гүзәл Байбулатова беҙҙең гәзиткә шиғырҙарын, мәҡәләләрен ебәреп торҙо. Ихласлығы, тормошто яратыуы, матурлыҡҡа ынтылған ҡыҙҙың уңғанлығына, тырышлығына һоҡланырлыҡ. Уның һәр ѳлкәлә уңыш ҡаҙанасағына шик юҡ. Яңыраҡ Гүзәл Байбулатова филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булды. Рәсәй фәне көнө уңайынан йәш ғалимә менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....
Һоҡланмау мѳмкин түгел 21-12-2012, 13:25 / Замандаш

Һоҡланмау мѳмкин түгел

...Эре күҙләп ап-аҡ йомшаҡ ҡына ҡарҙар яуа. Кемдер моңло итеп гармун уйнай. Аттарға тѳрлѳ-тѳрлѳ таҫмалар, шарҙар эленгән. Ауылда бер ѳйҙә ике туй бара. Мосабировтар һәм Кәбировтарҙың йәш ғаиләһе барлыҡҡа килде......
Армия хеҙмәтенәнме, әллә Себерҙәнме… 18-12-2012, 15:32 / Замандаш

Армия хеҙмәтенәнме, әллә Себерҙәнме…

Күптән түгел генә Егәҙелә йәшәүсе Лариса Сибәғәт ҡыҙы һәм Рәфҡәт Кәлимулла улы Сәхәүетдиновтар улдары хеҙмәт иткән инженер-саперҙар ротаһы командирынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды....
Булмышы  менән  Уҡытыусы 11-12-2012, 15:06 / Замандаш

Булмышы менән Уҡытыусы

Алты балалы Мәстүрә Лотфулла ҡыҙы менән Мостафа Бәхтей улы Ғәниевтәрҙең иң ѳлкән ҡыҙҙары Миңлегѳл кескәй-ҙән тәрбиәсе, уҡытыусы булырға ниәтләнә. Кесе туғандарын тәр-биәләүгә лә ул ҙур ѳлѳш индерә. Ғѳмүмән, был ғаиләлә матур күңелле һәм уңған балалар үҫә. Йыр-моң яратҡан, ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған берҙәм һәм татыу ғаиләлә башҡаса булыуы ла мѳмкин түгел. Сығыштары менән Ботайҙан булһалар ҙа, Ғәниевтәр тормош һәм хеҙмәт юлын Туҡанда башлай. Тап ошонда уларҙың тәүге балалары Миңлегѳл донъяға килә. Миңлегѳлдѳң олатаһы вафат булып ҡалғас, йәш ғаилә тыуған ауылдарына күсеп ҡайта....
«Эшләргә икән -   эшләргә!», 26-11-2012, 14:18 / Замандаш

«Эшләргә икән - эшләргә!»,

ти 7 йыл АТП-ла слесарь булып эшләүсе Ғәфүр Фәхретдинов Аҙнағолдан йѳрѳп эшләүенә һис тә зарланмай ул. - Колхозда бер килке аҡса бирелмәй башлағас, үҙемә эш эҙләргә тура килде, сѳнки ғаиләне ҡарарға, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк бит, - ти Ғәфүр Шәмсетдин улы. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны ѳсѳн ул күп тапҡырҙар Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәстәрлекле, ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы ла ул. Тормош иптәше Рәмилә Ҡәләмбай ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр....