Бар шундай участковый 9-11-2012, 10:55 / Замандаш

Бар шундай участковый

...Сермән ауылында йәшәгән өс туған май байрамын үткәрергә булалар. Ҡунаҡтар йыйыла. Төн уртаһына тиклем дауам иткән мәжлестә аҙағына ағалы-ҡустылы егеттәр араһында бәхәс тыуа. Ҡусты кеше бала саҡта ағаһының үҙен нисек итеп рәнйетеүен иҫенә төшөрә. Шул сәбәпле бәхәс оло низағҡа әүерелә. Ағай кеше, оҙаҡ уйлап тормайынса бысаҡҡа йәбешә һәм ҡустыһына бер-нисә тапғыр сәсә. Һуңынан ҡулына балта алып бер кемде лә яралы янына ебәрмәй. Һеңлеләре, был күренештән ҡото осоп тиҙ арала урындағы полиция участковыйына йүгерә. Николай Рыжов тиҙ арала енәйәт урынына килеп етә. Бәхеткә күрә, яралы егет тере...
Бурысын намыҫ менән үтәй 7-11-2012, 15:31 / Замандаш

Бурысын намыҫ менән үтәй

Сермән ауылынан Фәхрит-диновтар ғаиләһе ил һаҡларға киткән улдары хеҙмәт иткән частан Маҡтау ҡағыҙы алып һѳйѳндѳ. Азат Фәхритдинов былтыр декабрҙә армия сафына алынып, Владимир ѳлкәһенең Ковров ҡалаһында хәрби хеҙмәтен үтәй. Егет армияға тиклем Сермән мәктәбендә урта белем ала. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй ул, унда үткәрелгән сараларҙың актив ҡатнашыусыһы була, тѳрлѳ спорт ярыштарында еңеүсе урындар яулай....