Дөйөм мәҡәләләр
24 Августа 2023, 11:42

Ташҡабаҡтан ни ҡылмаҡ?

Хужабикәләрҙең ташҡабаҡты ҡайҙа итергә, нимә бешерергә, кемгә бирергә белмәгән мәле.

Ташҡабаҡтан  ни ҡылмаҡ?Ташҡабаҡтан  ни ҡылмаҡ?
Ташҡабаҡтан ни ҡылмаҡ?

Беҙ уларға тәмле лә, үҙенсәлекле лә рецептар тәҡдим итергә булдыҡ.

Мейестә ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ

Ташҡабаҡтың ике яҡ осон ҡырҡырға ла, оҙонсалап турарға (тышын әрсеү мотлаҡ түгел). Унан һуң целлофан төргәккә һалып, тәменсә тоҙ, борос, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәрҙе ҡушып, 1-2 теш һарымһаҡ өҫтәп, бер аҙ көнбағыш майы ҡойорға. Төргәкте бәйләп, яҡшылап һелкетергә һәм 15-20 минутҡа һалып торорға кәрәк.

Мейесте 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырырға ла, ташҡабаҡтарҙы формаға теҙеп һалып, 20 минут бешерергә. Бешеп сығырҙан алда ташҡабаҡ өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибергә мөмкин.

Ҡайнатма

Бының өсөн: 1 кг ташҡабаҡ, 1 ҙур лимон, 800 г шәкәр ҡомо кәрәк.

Ташҡабаҡты тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартып, ваҡлап шаҡмаҡлап турарға. Лимонды тышы менән ҡуша ит үткәргестән йәки ҡырғыстан ҡырып ташҡабаҡҡа ҡушырға ла шәкәр ҡомон һалып болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны төнгөлөккә шәкәр иреп бөткәнсе ултыртып торорға.

Иртән 5 минут уртаса утта ҡайнатырға. Тулыһынса һыуынғас, йәнә утҡа ҡуйып 35-40 минут тирәһе ҡайнатырға.

Тултырылған ташҡабаҡ

Кәрәк: 2 йәш ташҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Һуғанды ваҡлап турарға ла көнбағыш майында ҡыҙҙырып алырға. Уның өҫтөнә үткәрелгән итте һалып йәнә ҡыҙҙырырға кәрәк. Был масса өҫтөнә бүрттерелгән дөгө ярмаһын өҫтәп, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатырға.

Унан һуң ташҡабаҡты 5-6 см ҡалынлығында ҡырҡырға ла, төбөндә 1 см самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алып, эсенә тоҙ һибеп ышҡырға. Килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырырға.

Помидорҙы турағас, табаға май һалып бер аҙ ҡыҙҙырырға, унан ҡаймаҡ өҫтәргә. Һыу менән ондо болғатып, помидор өҫтөнә ҡойорға, тәменсә тоҙ һалырға. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алырға.

Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырырға ла өҫтөнә соус ҡойорға. 180-200 градус эҫелектәге мейескә ҡуйып, 30-40 минут бешерергә.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас